Бермуд утрауҙары[2] (ингл. Bermuda [bərˈmjuːdə]) — Бөйөк Британияның сит ил территорияһы, Атлантик океандың төньяҡ-көнбайышындағы Мәрйен утрауҙары төркөмөндә, Төньяҡ Американан 900 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Бермудтар
Bermuda или The Somers Isles
Бермуд утрауҙары гербы
Флаг
Гимн: «Боже, храни Королеву»
Рәсми телдәр инглизсә[1]
Баш ҡала Гамильтон
Эре ҡалалар Гамильтон
Идара итеү төрө конституцион монархия, Британияның диңгеҙ аръяғы биләмәләре[2]
Королева

Губернатор Премьер-министр

Елизавета II

Дэвид Аркли Эварт Браун

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
224
53,2 км²
26%
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

71 750[3] чел. (202)
1275 чел./км²
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе

[4] долл.
Валюта Бермуд доллары (с февраль 1970) (BMD,код 60)
Интернет-домен .bm
Код ISO BM
МОК коды BER
Телефон коды +1-441
Сәғәт бүлкәте -4

Бермуд составына 181 утрау һәм риф инә, уларҙың 20-гә яҡынында кеше йәшәй, ә 10-ы күперҙәр һәм юл үткәргестәр менән тоташтырылған һәм Мейн-Айленд утрауын барлыҡҡа килтерә.

Утрауҙар диңгеҙ юлдары киҫелешендә урынлашҡан.

Майҙаны 54 км². Халҡы 71 750 кеше тәшкил итә (2020).

Халыҡтың күпселеге — ҡара тәнлеләр (53,8 %) һәм мулаттар (7,5 %), Африка ҡолдары вариҫтары, 31 % — Европа һәм Төньяҡ Американан килеүселәр, 7,7 % — азиаттар һәм индеецтар[3].

Административ бүленеше: туғыҙ район һәм ике муниципаль берәмек. Баш ҡалаһы һәм төп порты — Гамильтон ҡалаһы.

Тышҡы сәйәсәт, оборона, полиция менән Британия губернаторы етәкселек итә. Ил эсендәге тормошто көйләү менән урындағы ике палаталы парламент шөғөлләнә. Башҡарма власть башлығы — премьер-министр.

Утрауҙарҙы испан диңгеҙ йөҙөүсеһе Хуан Бермудес 1503 йылда аса һәм уның исемен йөрөтә. Әммә испандар был утрауҙарҙы тикшермәй.

Беренсе инглиз торамаһы 1609 йылда барлыҡҡа килә. Уны Англияның Вирджияға юлланған, әммә һәләкәткә осраған инглиз колонистары нигеҙ һала. Улар архипелагты үҙҙәренең капитаны, адмирал Джордж Сомерс хөрмәтенә «Сомерс утрауҙары» тип атай. Колонистар утрауҙарҙа ауыл хужалығы менән шөғөлләнә, ә 1684 йылдан Бермуд рәсми рәүештә Англияның биләмәһе тип иғлан ителә.

Колонияға Африканан ҡол негрҙар килтерелә. 1838 йылда ҡоллоҡ бөтөрөлә. XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Бермуд иҡтисады туристарҙы хеҙмәтләндереүгә махсуслаша башлай.

1931—1948 йылдарҙа Бермудта утрауҙарҙы күперҙәр ярҙамында тоташтырған тимер юл була.

1941 йылғы килешеү буйынса Британия хөкүмәте АҠШ-ҡа хәрби-диңгеҙ һәм хәрби-һауа базалары төҙөү өсөн майҙаны 6 км² самаһы булған участканы 99 йылға ҡуртымға бирә. 1995 йылда Америка Ҡушма Штаттары был базаларҙы ҡулланыуҙы ваҡытынан алда туҡтата.

1968 йылғы Конституция буйынса Бермуд утрауҙары эске үҙидараға эйә.

География

үҙгәртергә
 
Бермуд утрауҙарының климаты

Бермудтар һүнгән янартау башында барлыҡҡа килгән мәрйен ҡатламдарынан тора.

Архипелагта ҙур булмаған ҡомло һәм мәрйен утрауҙары, рифтар һәм ҡултыҡтар күп.

Төп утрауҙың рельефы убалы (иң бейек нөктәһе — 76 м), яр буйында ҡултыҡтар һәм ҡомло пляждар күп.

Утрауҙарҙы асҡанға тиклем бөтә территорияһын тиерлек эндемик бермуд артышы (Juniperus bermudiana) урмандары биләгән. Хужалыҡ ихтыяждары өсөн ҡырҡыу, атап әйткәндә, XX быуат уртаһындағы эпифитотия был аҡрын үҫеүсе ағастарҙың 99 проценттан ашыуын юҡ итә. Һуңғы арала күрелгән саралар популяцияны арттырыуға булышлыҡ итә.

Территорияның яҡынса 35 процентын ҡыуаҡтар биләй, улар башлыса ҡалҡыулыҡтарҙа үҫә. Уңдырышлы тупраҡлы уйһылыҡтарҙа культуралы үҫемлектәр ултыртыла.

 
Бермуд утрауҙарының топографик картаһы

Берҙән-бер сөсө һыу сығанағы — тропик ямғырҙар. Утрауҙарҙа йылға һәм шишмә юҡ, сөнки ямғыр һыуы күҙәнәкле эзбизташҡа тиҙ һеңә. Диңгеҙ кимәлендә урынлашҡан һәм диңгеҙ, тоҙло һыуҙар менән тулған ҙур булмаған һыу ятҡылыҡтары (иң ҙуры — Харрингтон һәм Мангры) бар. Һыуҙы сөсөләндереүсе ҡоролмалар эшләй, ләкин һыуҙы сөсөләндереү осһоҙ түгел, шуға күрә урындағы халыҡ ямғыр һыуы йыя. Бының өсөн йорттарҙың ҡыйыҡтары һыуҙы йорт аҫтындағы цистернаға йүнәлтеү маҡсатында махсус эшләнгән[5]:103-104.

Бермуд климаты — дымлы субтропик, тропикка яҡын. Ул урындағы иҡтисадтың туристик бизнеста махсуслашыуын билдәләүсе төп фактор булып тора.

Административ бүленеще

үҙгәртергә
 
Бермудтың административ бүленеще

Бермуд утрауҙары туғыҙ округка һәм ике муниципалитетҡа бүленгән:

№ на карте Административные единицы Майҙан,
км²
Халҡы,
кеше. (2010)[3]
Тығыҙлыҡ,
кеше./км²
Округ
1 Сандис 6,70 7655 1142,54
2 Саутгемптон 5,80 6633 1143,62
3 Уорик 5,70 8615 1511,40
4 Пейджет 5,30 5702 1075,85
5 Пембрук 4,70 10 610 2257,45
6 Девоншир 4,90 7332 1496,33
7 Смитс 4,90 5406 1103,27
8 Гамильтон 5,10 5862 1149,41
9 Сент-Джорджес 7,90 6422 812,91
Муниципалитет
A Гамильтон 0,7 1010 1442,86
B Сент-Джордж 1,4 1743 1245,86
Тораҡ
Флэттс, Сомерсет 0,15 1412 9413,33
Бөтәһе 53,25 64 237 1207,46

Бынан тыш, Бермудтарҙа муниципаль статусҡа эйә булмаған ике тораҡ пункты (бәләкәй ауылдар) бар:

Флэттс Сомерсет Был ике ауыл халҡының һаны — 1412, майҙаны — яҡынса 0,15 км².

Иҫкәрмә: 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә[3] Гамильтон ҡалаһы һәм Флэттс биләмәһе халҡы — Гамильтон округында, Сент-Джордж ҡалаһы халҡы — Сент-Джорджес округында, ә Сомерсет биләмәһе халҡы Сандис округында иҫәпкә алынған.

Халыҡ һаны — 71,75 мең (2020 йылдың июленә баһа).

Йыллыҡ үҫеш — 0,39 %.

Тыуым — 1000 балаға 11,2.

Үлем — 1000 кешегә 9,1.

Иммиграция — 1000 кешегә 1,6.

Ир-егеттәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо — 78,5, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 84,9 йәш.

Сабыйҙар үлеме — 1000 кешегә 2,5 (донъяның 224 иленән һәм территорияһынан — Сингапурҙа һәм Монакола ғына түбәнерәк).

Тыуым кимәле — бер ҡатын-ҡыҙға 1,91 тыуым.

Грамоталылыҡ: ир-ат — 98 %, ҡатын-ҡыҙ — 99 %.

Иммунодефицит вирусы (ВИЧ) йоҡтороу — 0,3 % (2005 йыл баһаһы).

Ҡаланың этник һәм раса составы: 53,8 % негроид, 31 % аҡ тәнлеләр, 7,5 % мулаттар, 4 % азиаттар, 3,7 % башҡалар (2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу).

Диндәр: англикандар — 15,8 %, католиктар — 14,5 %, африка методистары — 8,6 %, башҡа протестанттар — 21,8 %, башҡа культтар — 14 %, билдәһеҙ — 6,2 %, атеистар — 17,8 % (2010 йыл халыҡ иҫәбен алыу). Йәһүә шаһиттары — 2011 йыл менән сағыштырғанда 1,3 % .

Иҡтисады

үҙгәртергә
 
Гамильтон (Бермудтар)

2016 йылда халыҡтың йән башына эске тулайым продукты — 99,3 мең доллар (донъяла 2-се урын).

Төп табышын сит ил туризмы килтерә (валюта керемдәренең 60 проценты). Утрауға йыл һайын 600 мең самаһы кеше килә (АҡШ-тан 90 процент).

Британ офшоры

үҙгәртергә

Аҡса системаһы

үҙгәртергә

1970 йылдан алып бермуд фунты (Британия фунты курсына бәйле булған — 1:1) яңы аҡса берәмеге — бермуд доллары менән алмаштырыла.

Төрлөһөнән

үҙгәртергә
 
Гамильтондың панорамаһы
Гамильтондың панорамаһы
  • Бермуд утрауҙары өҫтөнән Америка һәм Канаданан Европаға, Үҙәк һәм Көньяҡ Америкаға һауа бәйләнеше линиялары үтә. Бермуд, Антиль һәм Багам утрауҙары араһындағы киңлектә самолёттар һәм судноларҙың асыҡланмаған һәләкәттәре арҡаһында Бермуд өсмөйөшө термины барлыҡҡа килә.
  • 1941 йылдан 1995 йылға тиклем — Бөйөк Ватан һуғышы һәм «һалҡын» һуғыштар дауамында — Бермуд утрауҙарында Америка Ҡушма Штаттарының һәм Бөйөк Британияның бер нисә хәрби-диңгеҙ һәм хәрби-һауа базаһы була, улар утрауҙарҙың дөйөм майҙанының 11 процентын биләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Великобритания
  • Бермудский треугольник

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Central Intelligence Agency, Center N. F. A. The World Factbook (ингл.)Washington, D.C.: Central Intelligence Agency, U.S. Government Printing Office, 1981. — ISSN 0277-1527; 1553-8133
  2. 2,0 2,1 Государства и территории мира. Справочные сведения // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 15. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Население Бермудских островов (2020 год). Дата обращения: 5 апрель 2013. Архивировано из оригинала 4 июнь 2020 года. 2020 йыл 4 июнь архивланған.
  4. Bermuda leads in GDP per capita. Архивировано 20 декабрь 2008 года., The Royal Gazette, 07/12/08
  5. Станев Э. Бермудские острова // По программе ПОЛИМОДЕ в Бермудском треугольнике. — 2-е изд. — София: Наука и изкуство, 1985. — С. 94—108.

Һылтанмалар

үҙгәртергә