Дюпина Любовь Ивановна

Дюпина Любовь Ивановна (28 май 1955 йыл, Рус Ҡандыҙы, Ырымбур өлкәһе) — совет биатлонсыһы, ике тапҡыр СССР чемпионы, саңғы ярышы (1978) һәм биатлон (1983) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры.

Дюпина Любовь Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 май 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Русский Кандыз[d], Северный районы (Ырымбур өлкәһе), Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы, человек, связанный со спортом
Спорт төрө Биатлон һәм саңғы уҙыштары[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Спорт менән Н. Ф. Гастелло исемендәге спорт клубында (тренерҙары Ф. М. Абдрахимов, П. К. Ямалеев), Өфөлә ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитетында тренер М. З. Мөҙәрисовта шөғөлләнә.

1982 йылда СССР чемпионатында спринтта еңеү яулай. Киләһе Илдең сираттағы чемпионатында 1983 йылда, шәхси ярышта — алтын һәм эстафетала көмөш миҙал яулай. Бынан тыш, ДОСААФ-тың Бөтә союз беренселегендә еңеүсе була (1983).

1981—1984 йылдарҙа СССР йыйылма командаһына инә. 1984 йылда Францияның үтә Шамонь ҡалаһында үткән беренсе ҡатын-ҡыҙҙар донъя чемпионатында шәхси уҙышта — 11-се һәм спринтта 18 урыны ала.

2002 йылдан биатлон буйынса БР Олимпия резервын әҙерләү спорт мәктәбе ГБОУ-һында (Өфө) тренер булып эшләй. Беренсе судья категорияһына эйә. Ветерандар ярыштарында ҡатнаша[1].

«Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» (1993) исеменә эйә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә