Сериков Иван Павлович

Сериков Иван Павлович (26 июль 1916 йыл5 март 1958 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, подполковник. Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының батальон командиры. Советтар Союзы Геройы (1945).

Сериков Иван Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 26 июль 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Новая Таволжанка[d], Белгородский уезд[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 март 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (41 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Ерләнгән урыны Сергиевское кладбище (Уфа)[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден Суворова III степени «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Павлович Сериков 1916 йылдың 26 июлендә Курск губернаһы (хәҙер Белгород өлкәһе Щебекин районы) Яңы Таволжанка ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған.

Милләте Урыҫ. 1940 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Мәктәптең 7 синыфын тамамлаған.

1932 йылда фабрика-завод өйрәнселек мәктәбен тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Яңы Таволжанка шәкәр заводында слесарь, өлкән пионервожатый, Яңы Таволжанканың 10-сы урта мәктәбендә комсомол комитеты секретары булып эшләй.

1939 йылдың майында Белгород өлкәһенең Щебекин район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронтында. Карел, 1-се Украина һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылда Өфө хәрби пехота училищеһын тамамлай.

Капитан Сериков 1945 йылдың 25 мартында Данциг (Гданьск, Польша) ҡалаһына ингән ерҙә батырлыҡ күрһәтә.

Һуғыштан һуң Иван Павлович Өфө гарнизонында хеҙмәт итә. 1952 йылдан подполковник И. П. Сериков — запаста. Өфө ҡалаһында йәшәй. И. П. Сериков 1958 йылдың 5 мартында вафат була. Өфө ҡалаһы Киров районының Сергиев зыяратында ерләнгән[1].

Батырлығы

үҙгәртергә

«358-се уҡсылар полкының 1-се батальон командиры (136-сы уҡсылар дивизияһы, 70-се армия, 2-се Белорус фронты) капитан П. И. Сериков 1945 йылдың 25 мартындағы таңында батальоны менән Данциг (Гданьск, Польша) ҡалаһына килеп ингән ерҙә дошман оборонаһын өҙә. 200 гитлерсыны әсирлеккә ала. Һөжүмде көсәйтеп, И. П. Сериковтың батальоны Висла йылғаһын һуғышып аша сыға, плацдармды яулай, дошмандың үҙ хәлен тергеҙергә ынтылышын юҡҡа сығара»[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге указы менән батальон менән оҫта етәкселек иткәне, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Сериков Иван Павловичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 2704) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ленин ордены
  • ике Ҡыҙыл байраҡ[4][5] ордены
  • 3-сө дәрәжә Суворов[6] ордены
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены[7]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «Варшава ҡалаһын азат иткән өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сериков Иван Павлович. «Герои страны» сайты.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 43, л. 327—331).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 168, л. 7).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2606, л. 2, 24, 25).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 3737, л. 2, 27, 28).
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 687572, д. 2400, л. 17, 18).
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 3947, л. 2, 15, 16).
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979.

Һылтанмалар

үҙгәртергә