Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы

башҡорт театр актрисаһы, йырсы
(Алһыу Бәхтиева битенән йүнәлтелде)

Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы (26 июль 1970 йыл) — театр актёры, йырсы. 1993 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, 2000 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021)[1].

Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 июль 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (54 йәш)
Һөнәр төрө театр актёры, йырсы
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Алһыу Исмәғил ҡыҙы Бәхтиева 1970 йылдың 26 июлендә БАССР-ҙың Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында ишле ғаиләлә алтынсы бала булып тыуған[2]. 8-се класты тамамлағандан һуң Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә.

1989 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына инә. Ошо уҡ ваҡытта «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмөндә үҙенең вокаль карьераһын башлай[3]. 1993 йылда институтты ҡыҙыл диплом менән тамамлағас, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә ебәрелә. Бында Алһыу Бәхтиева бик матур, сағыу образдар тыуҙыра, халыҡ уны бигерәк тә йыраусы актриса булараҡ бик йылы ҡабул итә. Сибай театрында уйнаған ролдәренән: Әсифә (Б. Исҡужин, «Һуңғы Аҡсарлаҡ»,) Сәжидә (К. Тинчурин, «Ҡазан таҫтамалы»), Наза (Б. Бикбай, З. Исмәғилев «Ҡоҙаса»), Гөлсәриә (Г. Әхмәтҡужина, «Абыстай»), Дилара (Ф. Бүләков, «Ҡыҙҙар ни өсөн илай»), Сәйҙә (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Шарлотта (Мольер, «Дон Жуан»), Гөлзифа әбей (Р. Кинйәбаев, «Их, Байтимер дуҫ»), Аҡ тауыҡ (Г. Юнусова, «Осоп булмай ҡанатһыҙ»)[3].

2000 йылда һәләтле актриса Башҡортостандың баш ҡалаһына күсә һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай.

Алһыу Бәхтиева республика халҡына йырсы булараҡ киң билдәле.

Академия театрындағы ролдәре

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Радий Хабиров наградил работников культуры и искусства Башкортостана
  2. ӘЙТКӘНДӘРЕМ КИЛӘ АЛДЫМА(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл
  • Баймакская Энциклопедия / гл.ред. И. Х. Ситдиков — Уфа: Башк.энцикл., 2013. — 640 с.: ил., карты, ноты.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • ӘЙТКӘНДӘРЕМ КИЛӘ АЛДЫМА(недоступная ссылка)
  • Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.

Видеояҙмалар

үҙгәртергә