Исламова София Ғиззәт ҡыҙы
Исламова София Ғиззәт ҡыҙы (26 июль 1948) — СССР һәм Рәсәй зоотехнигы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2004), биология фәндәре кандидаты (1993), профессор. Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәре (2011), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Хеҙмәт ветераны (2003).
Исламова София Ғиззәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 26 июль 1948 (76 йәш) |
Тыуған урыны | Ташлы районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | зоотехник |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Ғилми дәрәжә | ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] һәм биология фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИсламова София Ғиззәт ҡыҙы 1948 йылдың 26 июлендә Чкалов өлкәһе Туҡ районы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ташлы районы) Бәшир ауылында тыуған.
1971 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған[1].
1971 йылдан Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумында уҡытыусы булып эшләй.
1973 йылдан Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылы урта мәктәбендә уҡыта.
1978 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығында эшләй.
1986 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында (1993 йылдан — Башҡорт дәүләт аграр университеты) уҡыта. 2004 йылда «Селекция крупного рогатого скота различных генотипов по молекулярно-генетическим и иммунобиологическим показателям» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2004—2010 йылдарҙа университеттың ауыл хужалығы малдарын үрсетеү кафедраһы мөдире вазифаһын биләй[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәСофия Исламованың фәнни хеҙмәттәре ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын һәм уларҙың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттырыуҙың селекцион‑генетик ысулдарын камиллаштырыуға һәм эшләүгә арналған. София Ғиззәт ҡыҙы — 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].
- Хеҙмәттәре
- Пути интенсификации овцеводства в Башкирии / Ф. А. Исламов, Ф. Б. Шакиров, С. Г. Исламова. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1983. — 87 с.
- Оценка генетического потенциала быков-производителей разных пород по комплексу признаков : диссертация … кандидата биологических наук : 06.02.01. — Уфа, 1993. — 322 с.
- Селекция крупного рогатого скота различных генотипов по молекулярно-генетическим и иммунобиологическим показателям : автореферат дис. … доктора сельскохозяйственных наук : 06.02.01 / Башкир. гос. аграр. ун-т. — Уфа, 2004. — 39 с.
- Иммунный статус и продуктивные показатели крупного рогатого скота / С. Г. Исламова, А. Г. Маннапов. — Уфа : Изд-во БГАУ, 2004. — 187 с.
- Содержание коз / Ф. А. Исламов, С. Г. Исламова. — Уфа : Гилем, 2007. — 183 с.
- Интенсификация производства продукции овцеводства в Республике Башкортостан / Ф. А. Исламов [и др.]; [под общ. ред. С. Г. Исламовой]. — Уфа : Башкирский гос. аграрный ун-т, 2009. — 171 с.
- Разведение молочных коз : рекомендации. — Уфа : Башкирский ГАУ, 2018. — 39 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Исламова София Ғиззәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Исламова София Гиззатовна 2019 йыл 10 сентябрь архивланған. // Башкирский государственный аграрный университет.