Мальдив Республикаһы

Һинд океанындағы утрауҙарҙағы дәүләт

Мальдив (мальдив. ދިވެހިރާއްޖެ, Раджжа Дивеха), рәсми исеме Мальдив Республикаһы (мальдив.ދިވެހިރާއްޖޭގެ ޖުމުހޫރިއްޔާ Ipa divehi raːɟɟeːge ɟumuhuːrijjaː Джумухурийя Дивеха Раджжег) — Һиндостандан көньяҡта, Һинд океанындағы атоллдар төркөмөндә урынлашҡан Көньяҡ Азия дәүләте[2]. Баш ҡалаһы — Мале.

'{{{Башҡортса исеме}}}
'
{{{Эйәлек килеш}}} гербы
[[{{{Эйәлек килеш}}} флагы|Флаг]] {{{Герб урынына}}}
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]]
Рәсми телдәр мальдивский язык[d]
Баш ҡала Мале
Валюта мальдивская руфия[d]
Интернет-домен .mv[d]
Код ISO MV
МОК коды MDV
Телефон коды +960
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d] һәм Indian/Maldives[d][1]

Географияһы

үҙгәртергә

Мальдив Республикаһы Һинд океанындағы экваториаль һыуҙарҙа, Шри-Ланканан яҡынса 700 километрҙа көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. 1192 мәрйен утрауҙарынан тороусы 26 атолдар сылбырынан ғибәрәт. Халыҡ һаны — шул иҫәптән 402 071 кеше граждан, ә 63 637 — граждан түгел (2014 йылдың 20 сентябрҙә үткән йәниҫәп алыу йомғаҡтары)[3]. Дәүләт дине — ислам.

Утраусыҡтар океан кимәленән артыҡ бейек күтәрелмәгән: архипелагтың иң бейек нөктәһе — Адду (Сиена) көньяҡ атолдарында — 2,4 м. Шунан сығып, Мальдив диңгеҙ кимәленән иң аҫта урынлашҡан дәүләт булараҡ билдәле[4].

Дөйөм майҙаны 90 мең км², ҡоро ер территорияһы — 298 км². Баш ҡалаһы Мале — архипелагтағы берҙән-бер ҡала һәм порт — шул уҡ исемле атолдарҙа урынлашҡан.

Субэкваториаль муссонлы климат. Төньяҡ-көнсығыш муссондары тәьҫирендә ноябрҙән мартҡа саҡлы ҡоро һәм, көньяҡ-көнбайыш муссондары тәьҫирендә июндән авгусҡа саҡлы ямғырлы була. Йыл буйы һауа торошо эҫе, 24 тиклем һауа температураһы + 24-тән 30 °Cаҡлы. Һауа температураһы ғинуар-февралдә бер ҡасан да +17 °C түбән төшмәй һәм апрель-майҙа бер ваҡытта ла +32 °C юғары күтәрелмәй.

Һыу ресурстары

үҙгәртергә

Сөсө һыуҙың яңыртылған йыллыҡ запасы — 0,03  км³ (1999 йылға ҡарата), йыллыҡ ҡулланыу — 0,003 куб. км. Халыҡтың 98,6 % эсәр сөсө һыу менән тәьмин ителгән.

Хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

Ҡоро ере һәм һауаһы

үҙгәртергә

Ҡоро ерҙә гигант ахатиналар, ҡыҫала-дәрүиштәр, ә һауала осоусы төлкөләр, һоро селәндәр тереклек итә.

 
Көнсығыш сладкогубы (vittatus Plectorhinchus) Мееру утрауы тирәһе, Төньяҡ Мале атолы

Һыу аҫтында

үҙгәртергә

Мальдив иле тирәһендәге һыуҙар үҙ эсенә бер нисә төрлө экосистеманы ала, әммә утрауҙар үҙҙәренең иҫ китмәле мәрйен коралл рифтәре менән билдәле, бында 1100 төр балыҡ төрө, диңгеҙ гөбөргәйеленең 5 төрө, кит һәм дельфиндәрҙең 21 төрө, ҡабырсаҡ мәрйененең 187 төрө, моллюскаларҙың 400 төрө һәм энәтирелеләрҙең 83 төрө йәшәй. Бынан тыш, бында ҡыҫалалыларҙың күп төрҙәрен осратып була: ишкәгаяҡлыларҙың 120 төрөн, ҡырын йөҙөүселәрҙең 15 төрөн, шулай уҡ диңгеҙ ҡыҫалаһының 145-тән ашыу төрөн һәм 48 төр ашарға яраҡлы диңгеҙ ҡыҫалаһын.

Бында тәҡдим ителгән ғаиләләр араһында: энә ҡорһаҡлылар, луциановый, диңгеҙ балыҡлылар, крылаткалар, көнсығыш татлы иренлеләр, риф акулалары, груперҙар, йыланбалыҡлылар, цезиевый, шырт тешлеләр, эфипплылар, губанлылар, йыртҡыс диңгеҙ балығы, скорпенлы, эре диңгеҙ ҡыҫалаһы, яланғас айғолаҡлылар, фәрештә балыҡтар, күбәләк балыҡтар, яланғас үҙәклеләр, һалдат балыҡтар, быяла алабуғалар, хирурглылар, оҙон ҡойроҡлолар, арҡамөгөҙҙәр, наполеон балыҡтар һәм барракудалар.

Был мәрйен рифтарында, планктон организмдарынан башлап кит акулаларына саҡлы, төрлө диңгеҙ экосистемаһы төрҙәре вәкилдәре йәшәй. Биш төрөндә шештәргә һәм яман шештәргә ҡаршы торорлоҡ үҙенсәлектәр табылғандан һуң, диңгеҙ төптәрендә йәшәй торған күп күҙәнәкле иң түбән хайуандар, йәғни болоттар әһәмиәтле тип ҡарала.

1998 йылда, Эль-Ниньо күренеше менән бәйле, һыу температураһы 5°-ҡа күтәрелә, һәм коралл рифтәрендә йәшәгән мәрйендәрҙең төҫһөҙләнә һәм организмдарҙың ⅔ өлөшө һәләк була.

Рифтәрҙең үҫеүен тергеҙеү маҡсатында, мәрйен ҡарышлауыҡтарын йәбештереү субстраты менән тәьмин итеү өсөн, ғалимдар яҡынса 6,1-18,3 м тәрәнлектә электрләштерелгән конустар урынлаштыра. 2004 йылда ғалимдар мәрйендәрҙең терелеүен күрә. Мәрйендәр һыуға алһыу-ҡыҙғылт һары йомортҡа һәм мәней сығара башлаған. Ғәҙәти мәрйендәр менән сағыштырғанда, был электрлаштырылған мәрйендәрҙең үҫеүе биш тапҡыр шәберәк барған. Ғалим Ғәзиз Хәким былай тип белдерҙе:

1998 йылға саҡлы беҙ бер ваҡытта ла риф һәләк булыуы мөмкин тип уйламағайныҡ. Беҙ рифтәрҙә йәшәүсе йән эйәләре гел шулай йәшәр ҙә йәшәр тип ҡабул итә инек. Эль-Ниньо беҙҙе һағайтты, гел күнегелгәнсә булмауы мөмкинлеген иҫкәртте. Риф үҙенең йән эйәләре менән генә мөһим түгел икән, әммә ул тропик штормдарға, һыу баҫыуҙарға һәм цунамиҙарға ҡаршы тора алырлыҡ тәбиғи барьер ҙа булыуын аңланыҡ. Үлгән мәрйен һөлдәләрендә ылымыҡтар водоросли үҫә. Мәрйен рифтәре диңгеҙҙә йәшәүсе йән эйәләренә тропик урманға оҡшаш әйбер

Архипелагта ике мең йылдан артыҡ элек хәҙерге Шри-Ланка һәм һиндостан территорияларына тап килгән урындарҙан килеп урынлашҡан дравидтар йәшәгән[5]. Мальдив ауыҙ-тел ижадын һәм башҡа мәҙәни традицияларҙы өйрәнеү хәҙерге мальдив милләтен барлыҡҡа килтереүҙә дравидтарҙың ҡатнашыуын күрһәтә. V—VII быуаттарҙа был утрауҙарҙа ғәрәптәр һәм фарсылар күренгән[6]. XII быуатҡа саҡлы мальдивлылар буддизм диненә табынғандар, ләкин 1153 йылда Мальдив утрауҙарына Тәбриздән[7] ислам динен таратыусы ғәрәп миссионеры килгән һәм тиҙҙән бөтә халыҡ ислам динен ҡабул иткән. Боронғо легенданан билдәле булғанса, Малеға йыш ҡына ен килгән, ул ете ҡыҙҙы алып аиткән дә уларҙы ашаған. Яңы динде таратыусы был кеше төнө буйы Ҡөрьән уҡығанлыҡтан, шайтан утрауға башҡа килмәгән. 1558 йылда Малены захватили португалдар яулап алған һәм бында форт төҙөгән. Әммә 1573 йылда мальдивлылар фортты ҡыйратҡан һәм португалдарҙы ҡыуып ебәргәндәр. Артабан архипелагта голландтар нығынырға маташҡан, ләкин уңышһыҙ тамамланған.

1887 йылда Бөйөк Британия Мальдив утрауҙарында үҙенең протекторатын урынлаштырған.

1959 йылда архипелагтың Сувадив атоллдарында сепаратистик дәүләт — 1963 йылға саҡлы йәшәгән Берләшкән Сувадив республикаһы барлыҡҡа килгән. 1964 йылдың апрелендә мальдивлылар британ идаралығына ҡаршы сыҡҡан. Баш күтәреүселәр аэропортты емергәндәр һәм британ администраторының резиденцияһын ҡамауға алған.

1965 йылдың 26 июлендә Британия Мальдивҡа бойондороҡһоҙлоҡ биргән. 1968 йылдың 11 ноябрендә уҙғарылған референдум һөҙөмтәләренә таянып Мальдив Республика итеп иғлан ителгән. 1978 йылдан Мальдивта президент Момун Абдул Ғәйүм гел бер үҙе генә единолично идара иткән (бер рәттән бишәр йыллыҡ 6 мөҙҙәт). 2004 йылдың авгусында Мальдив баш ҡалаһында тоҡанған сыуалыштарҙан һуң Ғәйүм демократик реформалар үткәрергә һәм сәйәси азатлыҡтарҙы киңәйтергә вәғәҙә биргән. 2005 йылда сәйәси партиялар рөхсәт ителгән. Шулай уҡ 2008 йылда бер нисә кандидат ҡатнашлығындағы тәүге президент һайлауҙары уҙғарыла. 2008 йылдың октябрендә Мөхәмәд Нәшид Мальдив Республикаһының бөтә халыҡ тауыш биреп һайлаған президенты була. 2012 йылдың 7 февралендә ҡаршы тороу акцияһына полиция ла ҡушылғанлыҡтан, уны отставкаға китергә мәжбүр итә (Мальдивта дәүләт түңкәрелеше (2012)).

Сәйәси ҡоролошо

үҙгәртергә

Дәүләт ҡоролошо

үҙгәртергә

Республика. Дәүләт һәм башҡарма власть башлығы — Мальдив президенты, ул Министрҙар кабинетын етәкләй һәм уның ағзаларын тәғәйенләй. Президентты парламент һайлай, ләкин кандидат дөйөм милли референдумында, минимум 51 % тауыш алып, раҫланырға тейеш булған. Президент вәкәләттәренең дөйөм мөҙҙәте сикләнмәгән. 2008 йылдың авгусында ҡабул ителгән Мальдивтың яңы Конституцияһы кеше хоҡуҡтарын яҡлауға, урындағы үҙидаралыҡ органдарын формалаштырыуға, власть тармаҡтары араһында вәкәләттәрҙе бүлешеүгә ҙур иғтибар бирә, әйтер кәрәк причём полномочия президент вәкәләттәре ҡырҡа ҡыҫҡара. Күп партиялы сәйәси система нығына, гражданлыҡ хеҙмәте буйынса бойондороҡһоҙ Комиссия һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Комиссия, Юғары суд һәм Һайлау комиссияһы индерелә.

Закон сығарыу власы

үҙгәртергә

Закон сығарыу буйынса Юғары орган тура тауыш биреп биш йыллыҡ мөҙҙәткә һайланған бер палаталы парламент — Мальдив Мәжлесе. Ул 50 депутаттан (42 депутат һайлана һәм 8 депутатты президент тәғәйенләй). Һуңғы парламент һайлауҙары 2005 йылдың 22 ғинуарында уҙҙы, Әхмәд Заһир спикер булды. Парламент ҡабул иткән закон проекттары президент тарафынан мотлаҡ раҫланырға тейеш, һәм ул, документты яңынан ҡарар өсөн, ҡабаттан парламентҡа йүнәлтеү хоҡуғына эйә. Ҡабаттан ҡарарға йүнәлтелгән закон проектын кешеләр, 2/3 тауыш биреп, хуплаған булһа, президент уларҙы закон көсөнә индерергә тейеш. Традиция буйынса парламент сессиялары йылына 2—3 тапҡыр саҡырыла. 21 йәшкә еткән һәр бер гражданин һайлау хоҡуғына эйә.

Башҡарма власы

үҙгәртергә

Президент дәүләт башлығы һәм парламент депутаттары араһынан йәки дәүләт хеҙмәткәрҙәре корпусынан тәғәйенләнгән министрҙар кабинеты етәксеһе булып тора (1975 йылдан премьер-министр посы бөтөрөлә). Президент парламент депутаттары һәм дәүләт чиновниктары араһынан үҙ ҡарары менән министрҙарҙы тәғәйенләй йә эштән сығара. Ул үҙ эшмәкәрлеге буйынса мәжлес алдында яуап бирмәй. 2008 йылда, яңы Конституцияға ярашлы, был ил тарихында беренсе тапҡыр президент һайлауҙары күп партиялылыҡ нигеҙендә үткәрелә, шуның һөҙөмтәһендә

Абдул Момун Ғәйүмдең 30 йыл дауам иткән идаралыҡ дәүере тамамлана. Яңы президент итеп Нәшид Мөхәмәд тәғәйенләнә. Вице-президент посын М. В. Х. Манику биләй. Юғары башҡарма орган — министрҙар кабинеты. 2008 йылдың ноябрендә составында 14 министры булған яңы хөкүмәт тоғролоҡ анты биргән.

Суд власы

үҙгәртергә

Суд власы органдары — Юғары суд, 8 түбән инстанция суды һәм атоллдарҙа урындағы 19 суд. Урындағы етәкселәр — президент тарафынан ҡуйылған һәм фәҡәт уның алдында ғына һәм формаль рәүештә хөкүмәт алдында яуаплы булған атоллдар (вериндар) хакимиәттәре башлыҡтары суд власы менән байтаҡ файҙалана. Улар утрау башлыҡтарының (катибтар) эшмәкәрлеген контролдә тота. Донъяуи закондар өҫтөнлөклө булһа ла, мальдив йәмғиәте тормошон төрлө яҡлы билдәләгән шәриғәт закондары әһәмиәтле роль уйнай. Миҫалға, «әгәр шәриғәткә һәм законға ҡаршы килмәһә» һүҙ һәм йыйылыштар азатлығы, ассоциациялар һәм йәмғиәттәр төҙөү рөхсәт ителә.

Сәйәси партиялар

үҙгәртергә

2009 йылдың майында һайлауҙар йомғаҡтары буйынса:

  • Халыҡ партияһы —

уң-үҙәккә ынтылыусы, 28 депутат

  • Демократик партия — үҙәк, 26 (президент)
  • Халыҡ альянсы — 7
  • Дивеха Куамее партияһы — 2
  • Республика партияһы — 1
  • Бойондороҡһоҙ — 13 депутат

Парламентта индерелмәгән — Ғәҙеллек партияһы, Ислам демократик партияһы, Социал-либераль партия. 2009 йылдың майында һайлауҙар йомғаҡтары буйынса:

Административ-территориаль бүленеше

үҙгәртергә

Мальдив иле — унитар дәүләт. Административ яҡтан ил 20 утрау төркөмөнә бүленгән.

Иҡтисады

үҙгәртергә

Иҡтисадының төп өлкәһе — туристарҙы хеҙмәтләндереү (28 % ЭТП) һәм балыҡсылыҡ.

 
Мальдивтағы бер ҡунаҡханаһының алдында ятҡан кокос

Халыҡтың йән башына эске валовой продукт 2010йылда һатып алыу мөмкинлеге паритеты буйынса иҫәпләнгәнсә — 5483 долл. (Бөтә донъя валюта фонды мәғлүмәте буйынса донъяла 109-сы урын). Халыҡтың 16 % Фәҡирлек кимәленән дә түбән тормош шарттарында йәшәй (2008 йылда).

Сәнәғәт секторы

үҙгәртергә

Кейем тегеү, һөнәрселек эшләнмәләрен етештереү (септә, бауҙар, ваҡ һөнәрселек кәсептәре, аҙыҡ-түлек консервациялау, кәмәләр, йорттар төҙөү. Традицион эш төрҙәрен нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙ ғына алып бара.

Ауыл хужалығы

үҙгәртергә

Насар үҫешкән. Аҙыҡ-түлектең байтаҡ өоөшө импортлана. Урындағы төп культура — кокос пальмаһы, шулай уҡ банан, йәшелсә, емеш-еләк, батат, икмәк ағасы үҫтерәләр.

Тходду утрауы — центр сельского хозяйства Мальдитың ауыл хужалығы үҙәгев,утрауҙың ярты  территорияһы тигеләй папайя, ҡауын, ҡарбуз, баклажан, ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнгән фермалар менән ҡапланған. Уңыш көн һайын Мале ҡалаһына оҙатыла һәм артабан архипелагтың башҡа утрауҙарына таратыла.

Тышҡы сауҙаһы

үҙгәртергә

Экспорт — 125 миллион доллар. (2008 й.) — балыҡ (70 %) һәм почта маркаһы. — Таиланд 34,5 %, Выеликобритания 13,8 Бөйөк Бция 12,2 %, Италия 9 %, Шри-Ланка 8,5 %. Импорт — 1,2 млрд долл. (2008 й.) — нефть продуктыһы, кәмәләр, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, сәнәғәт һәм ҡулланыу тауаҙары. Төп тәьмин итеүсе илдәр — Сингапур 26,6 %, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре 16,5 %, Малайзия 9,5 %, Һиндостан 9,2 %, Таиланд 4,7 %.

Транспорты

үҙгәртергә

Төп транспорт саралары — елкәнле һәм моторлы кәмәләр. Йөк ташыу күбеһенсә гидросамолёттар һәм катерҙар менән атҡарыла. Баш ҡалаһы Малела һәм күрше Хулхумале утрауында рейс автобустары йөрөй, шулай уҡ такси системаһы эшләй. Такси өсөн утрауҙың төрлө яғына ла стандарт юл хаҡы билдәләнгән. Хулхумале Хулуле утрауындағы аэропорт менән бәйләнгән. Мальдивтың теләһә ниндәй утрауын 1,5—2 сәғәттә йәйәү үтергә мөмкин. Урындағы төп транспорт төрө булып традицион күп маҡсатлы дони (dhoni) тип аталған судно һанала, хәҙер ул дизель двигателе менән камиллаштырылған. «Ведис» атамалы ҙур кәмәләр алыҫта урынлашҡан атоллдарғасәйәхәт итеү өсөн файҙаланыла. Утрауҙар араһында De Havilland Canada DHC-6 Twin Otter самолёттары йәғни аэротакси Maldivian Air Taxi оса.

Киң мәғлүмәт саралары

үҙгәртергә

MNBC телерадиокомпанияһы — (Maldives National Broadcasting Corporation — «Мальдив милли радиотапшырыуҙар корпорацияһы») үҙ эсенә Dhivehi Raajjeyge Adu («Мальдив тауышы») һәм RajjeFM радиостанцияһын, TVM телеканалын индерә.

 
Мале — Мальдивтың баш ҡалаһы

Халыҡ һаны — 344 023 (2014 йылдың 20 сентябре)[8]. Халыҡтың иң ҙур концентрацияһы — Мале ҡалаһында. Мальдив утрауҙарының күп утрауҙарында кеше йәшәмәй. Халыҡ артымы 2,69 %: халыҡтың тәбиғи артымы 1,80 %, ыңғай миграцион сальдо 0,89 %[8](2014) Халыҡтың күпселеге — Көньяҡ Азиянан һәм Яҡын Көнсығыштан сыҡҡан халыҡтарҙың тоҡомдары. Баш ҡалала күпмелер һиндл, пакистанлы, ғәрәп һәм сингал йәшәй.

Рәсми тел — мальдив теле йәғни дивехи, ғәрәп һәм инглиз теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр менән аралаш сингал теленә яҡын һинд-арий теле. XVII быуаттан йәшәп килгән яҙма ғәрәп-фарсы графикаһына нигеҙләнгән. Халыҡтың уҡымышлылары ғәрәп һәм инглиз телдәрен белә.

Халыҡтың күпселеге ислам диненең сөнни йүнәлешен тота. Халыҡтың күп өлөшө сөнниселәр йүнәлешендәге ислам динен тота. Халыҡ йәшәгән һәр утрауҙағы мотлаҡ булған мәсеттәрҙә көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡыла. Халыҡ-ара христиан хәйриә ойошмаһы «Open Doors» 2014 йылда христиандарҙың хоҡуғын ҡыҫырыҡлаған илдәр исемлегендә Мальдив 7-се урында тора тигән һығымтаға килгән[9].

Мальдив утрауҙарындағы милли аш-һыу һинд һәм ғәрәп аштары традицияларын үҙләштереү өлгөһө. Уны өс төп ингредиенттан: кокос сәтләүеге, балыҡ һәм дөгөнән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Десерт — бонди — аҡ кокос таяҡсалары, шулай уҡ төрлө емеш-еләк салаттары. Эсемлек сифатында күп итеп һөт һәм шәкәр һалып эселә торған йәшел сәйгә өҫтөнлөк бирелә.

Мальдивтағы дипломатик мөнәсәбәттәр

үҙгәртергә

СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәр 1966 йылда урынлаштырылды.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
Мальдивы категорияһы табылманы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  2. [ Мальдивы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. Yearbook 2016. Yearbook 2016 (2016).
  4. Самое низкое государство на Земле
  5. Xavier Romero-Frias, The Maldive Islanders, A Study of the Popular Culture of an Ancient Ocean Kingdom
  6. Maloney, Clarence. Maldives People. Дата обращения: 22 июнь 2008. Архивировано 10 ғинуар 2013 года. 2002 йыл 29 ғинуар архивланған.
  7. Тур Хейердал. Мальдивская загадка
  8. 8,0 8,1 Maldives - Population and Housing Census 2014. Maldives - Population and Housing Census 2014 (2014).
  9. Open Doors Weltverfolgungsindex 2014 2014 йыл 16 октябрь архивланған. (нем.)
  • Печуров Л. В. Мальдивская Республика. — М., 1973.
  • Мальдивы. Карманный путеводитель. — М., 1997.
  • Мальдивские острова (Путеводитель Ле Пти Фюте). — М., 2001.
  • Страны мира. — М., 2003.
  • Андерсон Ч. Рифовые рыбы Мальдив. — Мале, 2008.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Мальдивы — Кругосвет энциклопедияһынан
  • Мальдивы — Большой энциклопедии Кирилла и Мефодия

Ҡалып:Мальдивы в темах

Ҡалып:Южная Азия Ҡалып:SAARC