24 март
көнө
(24 марта битенән йүнәлтелде)
24 март — григориан стиле буйынса йылдың 83-сө (кәбисә йылында 84-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 282 көн ҡала.
24 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
24 март Викимилектә |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Туберкулёзға ҡаршы көрәш көнө.
- Ер: Төшөнкөлөк менән көрәш көнө.
- Уңыш-ҡаҙаныштар көнө.
- Паровоздың тыуған көнө.
- Тауыҡ ботоноң тыуған көнө.
- Ер: Артист-иллюзионистар көнө.
- Табип-фтизиатрҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-Һауа көстәре штурманы көнө.
- Маникюр оҫталары көнө.
- 1802: Бөйөк Британия уйлап сығарыусыһы Ричард Тревитик паровозға беренсе патент ала.
- 1896: Рәсәй империяһының Физика-химия йәмғиәтендә А. С. Попов радиосигнал тапшырып күрһәтә.
тулы исемлек
- 1920: Башревком Башҡорт АССР-ы территорияһында башҡорт теленең дәүләт статусы тураһындағы положениены ҡабул итә.
- 1923: «Яңы юл» (хәҙерге «Ағиҙел») журналының тәүге һаны баҫылып сыға.
- 1930: Плутон планетаһына бөгөнгө исеме бирелә.
- 1930: Ҡырмыҫҡалы район гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1977: Мәләүез республика әһәмиәтендәге ҡала статусын ала.
- 1994: Башҡортостан һәм Сыуашстан араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шабанов Василий Прокофьевич (1905—20.01.1963), совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкы командиры, полковник. 1927—1930 йылдарҙа һәм 1936 йылдан хәрби хеҙмәттә Башҡортостан биләмәһендә була. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черкассы өлкәһе Ҡарабай районы Бөйөк Буромка ауылынан.
- Хәсән Сарйән (Хәсәнов Сарйән Сәлихйән улы) (1930—21.09.1978), журналист, яҙыусы. 1957—1960 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1960 йылдан Ҡазанда: «Азат хатын» журналының яуаплы секретары, СССР Әҙәбиәт фондының Татарстан бүлексәһе директоры, «Идель» альманахы мөхәррире. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иҫке Айыу ауылынан.
тулы исемлек
- Әхмәтйәнова Ләлә Ғабдулла ҡыҙы (1950), йырсы, педагог. 1977—1979 һәм 1985—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1979—1985 йылдарҙа Воронеж опера һәм балет театры солисы; бер үк ваҡытта 1985—1989 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты, 1997—2013 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы (1955), рәссам, педагог. 2003—2015 йылдарҙа М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. 1993 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997). Салауат Юлаев һәм уның көрәштәштәренә арналған иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәренә республика конкурсы (Өфө, 2004) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).
- Лобанов Владимир Александрович (1955), спортсы, юғары квалификациялы тренер-педагог, йәмәғәтсе. 2002 йылдан Өфөләге 27-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. 1989 йылдан Башҡортостандың Каратэ Кёкусинкай федерацияһы рәйесе, 2003 йылдан Рәсәй Каратэ Кёкусинкай федерацияһының президиум ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү һәм Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура (2003) хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Тимашева Гөлшат Фаат ҡыҙы (1960), дәүләт хеҙмәткәре. 1988 йылдан Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге һәм Төньяҡ-көнбайыш район-ара «Ғаилә» үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре.
- Шәмиғолов Фәнил Булат улы (1965), ғалим-хирург, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 2003—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры, 2009 йылдан Өфөләге 3-сө дауахананың баш табибы. 1997 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан — Дипломдан һуң белем биреү институтының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм йәмәғәт һаулығы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Лотфуллин Мәғәриф Мөсәғит улы (1941—05.1996), хужалыҡ эшмәкәре. 1975—1996 йылдарҙа Туймазы фарфор заводы директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре (1994). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Туймазы ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Райман ауылынан.
- Айбулатова Нина Александровна (1961), хеҙмәт ветераны. Благовещен арматура заводының элекке токаре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Генералов Виктор Иванович (1932—2008), нефть сәнәғәте эшмәкәре. 1959 йылдан «Ишембайнефть» НГДУ-һы Төҙөлөш-монтаж идаралығының баш инженеры, 1962—1979 йылдарҙа НГДУ-ның профком рәйесе, 1986—1996 йылдарҙа нефтепромысел начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ҡорманаев Рәфҡәт Дәүләт улы (1947), ауыл хужалығы ветераны, ветеринар табип. 1975 йылдан Әбйәлил районы Шайморатов исемендәге колхоздың ветеринар табибы, 1995 йылдан Байым ветеринария участкаһы мөдире, 1999—2002 йылдарҙа район втеринария станцияһының ветеринар табип-эпизоотологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар табибы (1987). Сығышы менән ошо райондың Нияҙғол ауылынан.
тулы исемлек
- Вәхитов Валерий Асрар улы (1952), ауыл хужалығы, комсомол органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1976 йылдан Миәкә районында ветеринария хеҙмәткәре; 1978 йылдан ВЛКСМ район комитетының икенсе һәм беренсе секретары; 1984 йылдан — район ауыл хужалығы идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары, идаралыҡ начальнигы; 1991 йылдан — район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Миәкәтамаҡ ауылынан.
- Лоҡманов Альберт Лотфулла улы (1952), ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1992 йылдан Йәрмәкәй районы хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. 2000 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Ғиниәтова Гүзәл Мөғәлим ҡыҙы (1962), Өфө ҡалаһының 122-се Башҡорт гимназияһы директоры, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Әфтәхов Руслан Шәрәфетдин улы (1977), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (2000). Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000). Күреү буйына инвалидтар араһында 200, 400 һәм 800 метрға йүгереүҙә ун тапҡыр Рәсәй чемпионы (1996—2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ҡадиров Имам‑Ғәли Ғәлим улы (1898—2.05.1969), ғалим-хирург, медицина фәндәре докторы (1939), профессор (1940). Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы Рәйесе (1947—1955). Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы. Ике Ленин ордены (1949, 1953) кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1947).
- Ившин Аркадий Игнатьевич (1933—29.03.1988), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1961—1988 йылдарҙа Башҡортостандың Дыуан районы «Искра» колхозы рәйесе. БАССР-ҙың 9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Октябрь Революцияһы (1973), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Таҙтүбә ауылынан.
тулы исемлек
- Хәбирова Венера Әхмәҙулла ҡыҙы (1943), «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының элекке монтажсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Мөхәмәтйәнова Мәсүрә Барый ҡыҙы (1953—8.02.2006), китапханасы. 1973—2006 йылдарҙа Баймаҡ районы Ниғәмәт ауыл китапханаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән ошо райондың 2-се Этҡол ауылынан.
- Кормакова Мария Геннадьевна (1958), техник-технолог. 1976—2013 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты, «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2008). Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Арсений (донъяуи исеме Крылов Алексей Васильевич; 1879—26.05.1962) дин әһеле. 1950—1953 йылдарҙа Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы. Архимандрит (1945). Монахлыҡ ҡабул иткән (1945). Сығышы менән Мәскәү губернаһының Петровский ауылынан.
- Афанасьев Фёдор Игнатьевич (1969), хужалыҡ эшмәкәре. «Башҡортостан сода компанияһы» йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған химигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районының Үрге Алаштан ауылынан.
тулы исемлек
- Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы (1974), дәүләт эшмәкәре, музыкант-пианист. 2012 йылдың ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2002) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1874: Гарри Гудини, АҠШ иллюзионисы.
- 1890: Захар Дорофеев, СССР шағиры, тәржемәсе, муҡшы әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
тулы исемлек
- 1900: Иван Козловский, опера йырсыһы, СССР-ҙың (1940) һәм Украинаның (1993) халыҡ артисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980).
- 1920: Василий Сталин, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, лётчик, авиация генерал-лейтенанты. Иосиф Сталиндың кесе улы.
- 1950: Александр Буйнов, эстрада йырсыһы, композитор. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2010).
- 1954: Александр Серов, СССР һәм Рәсәй эстрада йырсыһы.
- 1955: Венера Ганиева, опера һәм эстрада йырсыһы, педагог, Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институтының кафедра мөдире, профессор. Рәсәйҙең халыҡ артисы (1995).
- 1955: Ринат Әнимаев, СССР һәм Франция рәссамы.
- 1603: Елизавета I, Бөйөк Британия королеваһы.