Шәмиғолов Фәнил Булат улы

ғалим-хирург, медицина фәндәре докторы , профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы

Шәмиғолов Фәнил Булат улы (24 март 1965 йыл) — ғалим-хирург. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2003).

Шәмиғолов Фәнил Булат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 24 март 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Әбделмәмбәт, Хәлил ауыл Советы (Әбйәлил районы), Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәнил Булат улы Шәмиғолов 1965 йылдың 24 мартында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында тыуған. 1992 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлы
  • 1997 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы
  • 2003—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры
  • 2009 йылдан Өфөләге 3-сө дауахананың баш табибы
  • 2008 йылдан — Дипломдан һуң белем биреү институтының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм йәмәғәт һаулығы кафедраһы мөдире

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Шәмиғолов Фәнил Булат улының фәнни хеҙмәттәре абдоминаль патология булғанда аҙ травмалы хирургик технологияларҙы камиллаштырыуға, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороуға арналған.

Ул — 110 фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә