Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы

Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы (24 март 1974 йыл) — башҡорт дәүләт эшмәкәре, музыкант-пианист. 2012 йылдың ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры[1]. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2002). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005).

Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы
Төп мәғлүмәт
Тыуған

24 март 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (49 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылы

Ил

СССР
Рәсәй

Һөнәрҙәре

музыкант-пианист, педагог

Инструменттар

фортепиано

Жанрҙар

классик музыка

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005)

 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова 1974 йылдың 24 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылында тыуған. Урта махсус музыка мәктәбен һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (профессор Н. Г. Хәмиҙуллина класы) тамамлай.

1997—1999 йылдарҙа Ҡазан дәүләт консерваторияһында ассистентура-стажировка үтә[2].

2004 йылдың сентябренән 2008 йылдың октябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, милли һәм йәштәр сәйәсәте бүлегенең баш консультанты.

2008—2010 йылдарҙа — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының өҫтәмә белем биреү буйынса проректоры.

2010 — 2012 йылдарҙа — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы ректоры.

2012 йылдың 5 октябренән — Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Эшендәге ҡаҙаныштары, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн» — Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәте[3]
  • Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2005)
  • «Пианелло валь тидон» халыҡ-ара конкурсы дипломанты (Италия, 2004)
  • «Өмөт. Таланттар. Оҫталар» халыҡ-ара конкурсының 2-се премияһы лауреаты (Добрич, Болгария, 2003)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002)
  • «Музыкаль де франс» халыҡ-ара конкурсының 2-се премияһы лауреаты (Париж, 1996)
  • Нариман Сабитов исемендәге I конкурстың 2-се премияһы лауреаты (Өфө, 1995)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә