Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы

Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы (24 март 1955 йыл) — рәссам, 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).

Фәйзрахман Абдрахман улы Исмәғилев
Тыуған:

24 март 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (69 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Йөйәк ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

пейзаж, портрет, тарих

Уҡыған урыны:

Өфө дәүләт сәнғәт институты

Исемдәре:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997)

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәйзрахман Абдрахман улы Исмәғилев 1955 йылдың 24 мартында БАССР-ҙың Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған.

1978 йылда Өфө сәнғәт институтын (уҡытыусыһы Р. М. Нурмөхәмәтов) тамамлай. Репин исемендәге Санкт-Петербург дәүләт академия институтында стажировка үтә.

1980 йылдан Өфөнөң 2-се педагогия колледжында эшләй, 19831986 йылдарҙа — Башҡортостан ижади-производство комбинатында рәссам, 1993 йылдан — Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡытыусы, 2003 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. 1995 йылдан «Артыш» ижади берекмә ағзаһы.

Рәссамдың эштәре Третьяков галереяһында, М. В. Нестеров ис. БДХМ (Өфө), «Academia» (Өфө, УГАЭС), Белорет, Нефтекама картиналар галереяһында, А. Мөбәрәков музей-йортонда, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

«Ауыл хыялыйы» (1980), «Таң» (1983), «Өйөрөлмәк» (1989), «Толпар» (1991), «Алпамыша», «Ҡыҙылташ» (1992), «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар» (1998—2004), «Салауат тураһында иртәк» (2003—2004; соавторы И. И.Ғаянов), «Ҡанатлы ат», «Ҡолап барыусы Толпар», «Сен-Жермен майҙанында таң», «Александр I батшаның башҡорттарға мөрәжәғәте», «Йылға янында».

Күргәҙмә

үҙгәртергә

Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы — 1974 йылдан художество, 2006 йылдан халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1987, 1993, 2005, 2006), Белоретта (1990, 1997), Стәрлетамаҡта (2006).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004) — «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар», «Салауат Юлаев» хеҙмәттәре өсөн.

Уның тураһында ваҡытлы матбуғат

үҙгәртергә
  • Шәйбәков Р. Беҙҙең ғорурлыҡ. «Урал» гәзите, 2016, 30 октябрь[1].
  • Алим Фаизов. Файзрахман Исмагилов — яркий приверженец правды в искусстве (К 60-летию живописца). Информационное агентство «Башинформ», 24 марта 2015 года[2] (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2020)</ref>.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Урал» гәзите, 2016, 30 октябрь 2017 йыл 22 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 март 2017)
  2. ИА «Башинформ», 24 марта 2015 года (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә