Төп менюны асырға

Елизаве́та I (7 сентябрь 1533 — 24 март 1603), Изге королева Бесс[1], Ҡыҙ королева[2] — Англия королеваһы һәм Ирландия королеваһы 1558 йылдың, 17 ноябренән Тюдор династияһының һуңғы вәкиле. Англия короле Генрих VIII һәм уның икенсе ҡатыны Анна Болейндың ҡыҙы.

Елизавета I
Elizabeth I
Елизавета I
Елизавета I
Флаг
Англия королеваһы
Флаг
17 ноябрь 1558 — 24 март 1603
Коронация: 15 ғинуар 1559
Алдан килеүсе: Мария I
Дауамсы: Яков I
Флаг
Ирландия каролеваһы
Флаг
17 ноябрь 1558 — 24 март 1603
Алдан килеүсе: Мария I
Дауамсы: Яков I
 
Дине: Англиканство
Тыуған: 7 сентябрь 1533({{padleft:1533|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Гринвич, Англия короллеге
Үлгән: 24 март 1603({{padleft:1603|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (69 йәш)
Ричмонд, Англия короллеге
Ерләнгән: Вестминстер аббатлығы
Нәҫел: Тюдорҙар
Атаһы: Генрих VIII
Әсәһе: Анна Болейн
 
Автограф: Autograph of Elizabeth I of England (from Nordisk familjebok).png

Елезавета етәкселек иткән дәүерҙе «Англияның алтын быуаты» тип атайҙар, сөнки ул быуатта мәҙәниәт сәскә ата. Шекспир, Марлоу, Бэкон һәм башҡалар- Елизавета дәүере кешеләре. Англияның донъяла әһәмиәте арта (Еңелмәҫ армада, Дрейк, Рейли, Британия Ост-Һинд компанияһы).

Генрих VIII ҡыҙыҮҙгәртергә

Елизавета 1533 йылдың 7 сентябрендә Гринвичтә, король һарайында, йәкшәмбе көнөдә тыуған. Уның әсәһенә король бик ныҡ ғашиҡ булып өйләнә. Генрих VIII Анна күптән көткән улдар табып бирер тип өмөтләнә. Екатерина Арагонская менән булған оҙайлы никахы ла Англияға вариҫ ир бала бирмәй һәм Тюдорҙар династияһы юҡҡа сығыуға бара. Шуға ла Екатеринаның тыуыуы береһен дә шатландырмай. Сөнки быға тиклем инде ғаиләлә бер ҡыҙ бала, принцесса Мария, була. Тағы ла ҡыҙ бала тыуыуы ҡыҙматас королде сығарынан сығара, асыуын ғына ҡабарта.

Шулай ҙа бала тыуыуға арналған мәжлес тантаналы шарттарҙа үтә. Ҡыҙ шул уҡ Гринвич ҡалаһында 10 сентярь көнө суҡындырыла. Балаға исемде Генрих VIII әсәһе Елизавета Йорк хөрмәтенә бирәләр.

1533 йылдың декабрендә ҡыҙға йәшәү урыны булараҡ, Хэтфилд-хаус резеденцияһын билдәләйҙәр. Был Лондондан бик алыҫ булмай. Ата-әсәләре баланың хәлен белешергә бик һирәк килә. Шулай ҙа Анна Болейн балаһын ныҡ ярата. Атаһы балаға битараф булған тип әйтеп булмай. Уның тик бер етешһеҙлеге була — ҡыҙ бала булып тыуған. Королеванан элеккесә малай табыуын көтәләр.

Елизаветаға ике йәш тә һигеҙ ай тигәндә, әсәһеҙ ҡала. Анна Бойленды илгә хыянат итеүҙә ғәйепләп язалайҙар. Ул атып үлтереүгә хөкүм ителә. Анна Генрихҡа малай табып бирмәй, суд уны иренә бер нисә тапҡыр хыянат итеүҙә ғәйепләй. Был инде Генрихтың Аннанан арынырға теләүе генә була. Хыянат итеү бары тик ул уйлап сығарған уйҙырма икәне баштан уҡ барыһына ла аңлашылып тора. Шуға ҡарамаҫтан 1536 йылдың 19 майында суд ҡарары тормошҡа ашырыла, королева Анна язалана .

Генрих VIII тағы ла өйләнергә ашыға, Елизаветаны тыума бала тип иғлан итә. Королдең бығаса булған ике никахы ғәмәлдән сыҡҡан тип иҫәпләнә Һәм уларҙың бер ниндәй ҙә хоҡуҡи эҙемтәләре булмай.

 
Генрих һәм Анна Болейндарҙың ҡыҙы Елизавета

Үҫмер сағыҮҙгәртергә

 
Екатерина Парр — Елизаветаның һөйөклө үгәй инәһе
 
Эдуард VI — Елизаветаның бер туған ҡустыһы.

Елезавета үҙенең һәләттәрен бик иртә күрһәтә башлай. Ун йәшендә грек, итальян һәм француз телдәрендә аралаша ала. Латин телен ул бик яҡшы белә. Ул тарихсыларҙың боронғо Рим тарихы яҙмаларын уҡып ҡына ҡалмай, үҙенең үгәй әсәһенә, Екатерина Паррға оҙон-оҙон хаттар яҙа. Әммә барыбер ул һаман да никахһыҙ тыуған бала булып иҫәпләнә. Тик уны тәрбиәләү өсөн Кембридждан бик уҡымышлы кешеләр йәлеп ителә, улар араһында Реформация идеяларын таратыусылар ҙа була. Роджер Эшамды Елизаветаның иң яратҡан уҡытыусыларының береһе тип атайҙар. Бер аҙҙан уға ҡустыһы Эдуард ҡушыла. 15431547 йылдарҙа короллектә тыныс була. Генрих Екатерина Парр менән үҙен бәхетле тоя. Сөнки ҡатыны уға малай, буласаҡ вариҫ үҫтерә. «Никахһыҙ тыуған» тип ситләтелгән ҡыҙҙары менән аралашып йәшәй башләй.

1547 йылдың 28 ғинуарында Елизавета Энфилдә саҡта уға атаһының вафаты тураһында хәбәр итәләр. Король васыятнамәһе буйынса тәхет улы Эдуардҡа ҡала, Эдуард үлгән осраҡта тәхет (әгәр Эдуардтың вариҫтары булмаһа) Марияға, һәм уның балаларына, һуңынан Елизаветаға һәм уның балаларына ҡалырға тейеш. Ошо васыятнамәһе менән Генрих VIII ҡыҙҙарын таный һәм Англия тажына, Европалағы принцтар менән никахҡа инергә өмөт бирә.

Елизаветаның үгәй әсәһе Екатерина Парр бер аҙҙан Эдуарда VI әсәһенең ағаһы Томас Сеймурға кейәүгә сыға. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Томас Сеймур Елизаветаға өйләнергә теләгән тиелә. Аристократ Сеймурҙар Говардтар (Анна Боллейндың әсәһе Элизабет Говард яғынан) менә туған була, бәлки шуға Елизавета менән Томасты туғанлыҡ хистәре бәйләп торғандыр тигән фараз да бар.

1549 йылда Екатерина Парр баланан һуң өҙлөгөп, донъя ҡуя, ә Томас Парр шул уҡ йылда дәүләт боролошо яһарға тырыша, ләкин 1549 йылда язалана. Елизаветаны Сеймурға ярҙам итеүҙә ғәйепләргә уйлаһалар ҙа ул үҙенең ғәйебе булмауын дәлилләй ала.

1551 йылда Эдуард VI яратҡан апаһы Елизаветаны Лондонға саҡырып ала, ләкин Ҡалып:Сс3 Эдуард ҡапыл үлеп китә . Елизавета өсөн был бик ҙур ҡайғы бкла.

Эдуард үлгәндән һуң лорд-протектор Джон Дадли тәхеткә Джейн Грейҙы (Генрих VII бүләһе) ултырта. 1553 йылда тәхет өсөн Джейн менән принцесса Мария яҡлылар араһында көрәш башлана. Джейн Грей еңһә, Елизавета бер ҡасан да тәхеткә ултырмаҫ ине, ә Мария ултырһа, ул иң беренсе тәхет вариҫы булыр ине. Тик бар күңеленән католиктар яҡлы королева янында йөрөү уға ҙур хәүеф менән янай. Елизавета Хэтфилдта тороп ҡала — барон Уильям Сесилдың ( Совет секретары) кәңәшен тыңлай .

Марии I Тюдор дәүереҮҙгәртергә

 
Портрет Марии I работы Ганса Эворта
 
Мария I вступает в Лондон

1553 йылдың октябрендә Мария I Лондонда король тәхетенә ултыра. Утыҙ ете йәшлек королева (Испания королдәре Фердинанд менән Изабелла ейәнсәре) Англияны католик сиркәүе ҡулы аҫтына ҡайтарырға уйлай. Был осорҙа Англияла католиктар күберәк була, ләкин Генрих менән Эдуард дәүерендә протестанттар дәүләттә иң юғары вазифаларҙы биләй .

1554 йылдың ғинуарында протестант Томас Уайетт Мария менән Испания короле Филипп II никахына ҡаршы фетнә ойоштора. Мария Елизаветаны король төрмәһе Тауэрға ябырға бойороҡ бирә.

Тауэрҙа уның бала саҡ дуҫы Роберт Дадли ҙа ултыра, тикшеренеүселәр улар тышта йөрөгәндә осраша алғандыр тигән фекерҙә.

1554 йылда Лондонға Испания короле Филипп II килә. Туй алдынан Мария һеңлеһенТауэрҙан сығара. Принцесса Вудстокҡа ([Оксфордшир графлығы) һөргөнгә китә. Елизаветаға хатлашыу рөхсәт ителмәй. Елизавета элеккесә тәхет вариҫы тип иҫәпләнә. Мария менән Филипптың балаһы булмай. Елизаветаны Хэтфилд-хаус һарайына ҡайтаралар. Филипп та тәхет вариҫы Елизавета менән яҡшы мөғәлләмә итә, сөнки Мария бик ҡаты сирләй башлай.

1558 йылдың ноябрь айында Мария бик теләмәһә лә , Совет талабы буйынса , һеңлеһен тәхет вариҫы итеп тәғәйенләй. Англия протестанттарын ныҡ ҡыҫырыҡлаған, күптәрен язалаған королева Ҡалып:Сс3 вафат була, ул тарихҡа Ҡанлы Мария булып инеп ҡала .

Йәш королеваның тәүге аҙымдарыҮҙгәртергә

 
Коронационный портрет Елизаветы I

Мария үлеп, өс көн үткәс тә, яңы королева кәңәшмә үткәрә. Уильям Сесил Англияның дәүләт секретары, Роберт Дадли - кавалерия етәксеһе, Томас Перри ҡаҙнасы вазифаһына тәғәйенләнә.

1558 йылдың 28 ноябрендә Лондон йәш королеваны шатланып ҡаршы ала . Елизаветаға был саҡта егерме биш йәш була. Үҙ йәшендәге башҡа ҡатындар менән сағыштырғанда, Елизавета йәшерәк күренә. Елизавета I модаға бик күп иғтибар бүлә, 1566 йылда Оксфордта рәсми сараға ул, донъяла беренсе булып, терһәгенә тиклем етеп торған бирсәткәләр кейеп килә [3].

15.01.1559 йыл- Раштыуа байрамынан һуң Елизавета тәхеткә ултыра: ул Англияға тағы ла бер нисә байрам көнөн бүләк итергә була.

25.01.1559 йыл- Елизавета дәүерендәге беренсе Парламент эшен башлай.

Тәхеткә ултырғас, Елизавета Марияға ярҙам иткән католиктарҙың береһен дә илдән ҡыумай, уларҙы ҡыҫырыҡламай. «Бер төрлөлөк тураһында акт» менән Елизавета Англияла Реформацияны дауам итеүе тураһында белдерә, католиктарға Англияла месса (католиктарҙың төп дини йолаһы) үткәреү тыйылмай. Был диндәрҙең һыйышып йәшәүе арҡаһында Англияла граждандар һуғышы тоҡанмай ҡала.Елизавета үҙе протестанттар менән католиктарҙың һыйышып йәшәүе яҡлы булһа ла, уның ярандары уға һәр саҡ католиктар уға үлем менән янағанын иҫкәртеп тора, католик руханиҙарын эҙәрлекләй. Елизавета дәүере аҙағына Англия халҡының күпселеге протестант динле була.

10 февралдә Парламент королеваға кейәүгә сығып,бала, Англия тәхете вариҫын, табырға ҡуша.

Елизаветаға өйләнергә теләүселәр араһында : Испания короле Филипп II (Мария I ире), эрцгерцогтар Фредерик менён Карл Габсбург, Швеция кронпринцы Эрик, һуңыраҡ герцог Франсуа Анжу, хата урыҫ батшаһы Иван IV (Иоанн Васильевич Грозный) була .

Елизавета буласаҡ ире менән власты бүлешергә теләмәй, ләкин 1559 йылда ул парламентҡа уйлап ҡараға ризалыҡ бирә. Халыҡ араһында Роберт Дадли менән королева араһында бала саҡта уҡ тыуған ҡайнар хистәр тураһында хәбәр йөрөй. Роберт Дадли Елизаветаға өйләнергә теләһә лә, ҡатыны Эми Робсарттың ҡапыл үлеп китеүенән һуң королева менән мөнәсәбәттәре тағы ла ҡатмарлаша төшә. Сөнки Дадлиҙың ғәйебе булмауы асыҡланһа ла, халыҡ араһында ғәйбәт тарала. Роберт Дади менән Елизаветаның бәйләнеше 1588 йылға тиклем, лорд вафат булғансы дауам итә. 1562 йылда Елизавета сәсәк менән ауырып китә һәм ул үҙе үлеп киткән осраҡта тип Роберт Дадлиҙы лорд-протектор итеп билдәләй. Ғүмеренең аҙағынаса Елизавета үҙен ғиффәтле ҡыҙ кеше тип таный.

Ләкин 1587 йылда Испания министры Фрэнсис Энгелфилдтың Испания короленә яҙған өс хаты табыла. Уларҙа Елизавета менән Роберт Дадлиҙың Артур Дадли исемле улы барлығы тураһында яҙыла. Артурҙы королеваны ҡарап үҫтергән Кэтрин Эшли Роберт Саузерн ғаиләһенә биргән. Үлер алдынан Саузерн Артурға уның атаһы һәм әсәһе кем булыуы тураһында әйтә. Быны инглиз тарихсыһы Пол Доэрти ҙа ҡеүәтләй [4].

Сит ил илселәре лә 1561 йыл тирәһендә королеваның бик ныҡ йыуанайып китеүе тураһында хәбәр итә. 1562 йылдан һуң яҙған доғаларында Елизавета Аллаһтан үҙен гонаһы өсөн ярлыҡауҙы үтенә, тик ниндәй гонаһ икәнен яҙмай. Әлегә был сер асылмаған.

Тәүге һуғышҮҙгәртергә

 
Король Шотландии Яков V и Мария де Гиз

1559 майында Шотландия протестанттары королева-регент Марии де Гизға ҡаршы күтәрелә (Мария Стюарттыңң әсәһе). Мария де Гизға ярҙамға тыуған иле Франциянан ғәскәр ебәрелә. Лорд Сесил Елизаветаға протестанттарға ярҙам итергә кәңәш бирһә лә, ул Шотландияның эске эшенә асыҡтан асыҡ ҡыҫылмай.

Елизавета Шотландия протестанттарына йәшерен генә аҡса ебәрә.

1560 йылда Йәшерен Совет Елизаветанан Шотландияға Марии де Гизға ҡаршы ғәскәр ебәреүҙе талап итә. Инглиздәр ярҙамы менән протестанттар еңә һәм Ҡалып:Сс3 йылда Эдинбургта килешеү төҙөлә. Англия менән Франция үҙ ғәскәрҙәрен Шотландиянан ҡайтара. Мария де Гиз вафат була.

Марии Стюарт (Франциск II ҡатыны) Англия тәхетенә бер ҡасан да ҡул һуҙмаясағы тураһында һүҙ бирергә тейеш була . Мария Эдинбург договорын ратификацияламай.Ошо ваҡыттан алып, ике дәүләт араһында оҙайлы дошманлыҡ башлана.

1560 йылда Марии Стюарт тол ҡала, 1561 йылда ул Эдинбургҡа ҡайтып, Шотландия тәхетенә ултыра.

Мария Стюарт Англия тәхетенә дәғүә итәҮҙгәртергә

Бөйөк немец шағиры Фридрих Шиллер Марияны бер ғәйепһеҙ ҡорбан, ә Елизаветаны—яуыз хаким, залим итеп һүрәтләй. Ләкин ысынбарлыҡ улай ябай булмай.

Елизавета Англияның законлы королеваһы, ләкин Мария Сюарт Англия короле Генрих VII ейәнсәре булыуы менән файҙаланып, Англия тәхетенә ултырырға теләй, уның ярандары уға ошо турала көн дә тылҡып тора. Ләкин 1543 йылғы Генрих VIII васыятында Мария Стюарт бөтөнләй иҫкә лә алынмай. Европа католиктары (папа, монархтар) әлбиттә Мария яҡлы була. Шотландияла Марияға ҡаршы бола башлана. Мария Англияға ҡаса, Елизавета уға ярҙам итә, Мария Шеффилд замогында йәшәй. Тик ул һаман да Англия тәхетенән баш тартмай, Елизаветаға ҡаршы аҫтыртын эш алып бара. Суд Марияны үлем язаһына хөкөм итә. 1587 йылдың 8 февралендә Мария язалана.

Англияла сәнәғәт үҫешеҮҙгәртергә

XVI икенсе яртыһында Англияла дәүләт ярҙамы менән ҙур фабрикалар төҙөлә, артиллерия, дары, стекла, ҡағыҙ, тимер купоросы кеүек тауарҙар күпләп етештерелә башлай. Күмер, тимер сығарыу арта. Англиянан эшкәртелмәгән йөндө сығарыу тыйылғас, еңел сәнәғәт үҫә башлай, Англия буҫтауҙы күпләп сит илдәргә сығарып, һата башлай . 1566—1568 йылдарҙа Голландялағы кеүек Король биржаһы булдырыла[5].

100 йыл эсендә Англия Европаның артта ҡалған иленән Европалағы сауҙа һәм сәнәғәт иң көслө үҫешкән дәүәткә әйләнә. 100 тоннан артыҡ һыу һыйҙырышлы караптар һаны 1588—1629 йылдарҙа 10 тапҡырға арта ( 35 -тән 350). Инглиздәрҙең хәрби караптары Испанияныҡынан еңелерәк, етеҙерәк була, туптары— йыраҡҡараҡ ата [5].

Елизавета дәүерендә берәҙәклеккә ҡаршы закон буйынса 80 меңдән ашыу кеше үлем язаһына хөкөм ителгән.

Диңгеҙ хужаһыҮҙгәртергә

 
Флаг Виргинии

Король Генрих VII Англияла король флотын булдыра. Елизавет дәүерендә Англия көслө диңгеҙселек иленә әйләнә. Елизавета дәүерендә бер туған Уильям менән Джон Хокинс, Френсис Дрейк океандарҙа сауҙа караптарына һөжүм итеүсе пират командаларын етәкләй, улар хөкүмәткә лә өлөш сығарып тора тигән мәғлүмәттәр була. Бигерәк тә 1570 йылдарҙа инглиз диңгеҙселәре йыш ҡына Испанияның сауҙа караптарына һөжүм итә, уларҙы талай. Англия ҡыҫымы аҫтында Испания әкрен генә төп диңгеҙселәр иле булыуҙан туҡтай. 1587 йылда инглиздәр Төнъяҡ Америкала Джейстаунға (Виргиния штаты) нигеҙ һала.

1585—1604 йылдарҙа Англия менән Испания араһындағы оҙайлы һуғыш бара. 1588 йылда Испанияның «Бөйөк Армада»һы Британия ярҙары янында ҡыйратыла . Королева диңгеҙселәре янында була, Тилбериҙа Елизавета [6]:

Минең тәнем көсһөҙ һәм хәлһеҙ ҡатын-ҡыҙҙыҡы, ләкин миндә король йөрәге һәм ҡыйыулығы, улай ғына түгел— Англия короленеке

Elizabeth's Tilbury speech

,-ти.

Елизавета I һәм Иван ГрозныйҮҙгәртергә

Ҡалып:Подробно

 
Приём английского посла Иваном Грозным

Был дәүерҙә Англияла Мәскәү сауҙа компанияһы эшмәкәрлеген йәйелдерә. Muscovy Trading Company (Московская торговая компания) 1551 йылда барлыҡҡа килә( Эдуара VI ваҡытында ). Ләкин Елизавета I дәүере- уның осоро .

Мәскәү Компанияһының резиденцияһы ( Иҫке инглиз йорто], хәҙер — музей) Кремль янында — Варварка урамында була .

Ивван IV ҡатын-ҡыҙҙарҙан ти Елизавета менән генә хат алышҡан. Ивана Грозный Елизавета Тюдорға 11 хат яҙған (батша яҙған бөтә хаттарҙың 1/20). Тәүге хатын ул 1562 йылда яҙа.

Ике төрлө фекер йәшәп килә. Йәнәһе, батша Елизаветаға өйләнергә теләгән, ә Елизавета тәҡдимде кире ҡаҡҡан. Елизазета Иванға кейәүгә сығып, христианлыҡты Уралға тиклем таратырға уйлаған тигән фекер ҙә йәшәп килә.

Бер аҙ ваҡыт улар хатлашмай, батша менән Елизавета 1584 йылға тиклем хат алыша (Иван IV үлгәнсе).

1600—1601 йылдарҙа Лондонда урыҫ илсеһе Григорий Иванович Микулин йәшәй.

 
Смерть королевы Елизаветы I

СәнғәтҮҙгәртергә

Основная статья: Елизаветинская драма

Елизавета сәнғәтте, бигерәк тә театрҙы ярата. 1582 йылда Елизавета I Король труппаһын булдыра, унда Уильям Шекспир ҙа ҡатнаша.

Ғүмеренең һуңғы йылдарыҮҙгәртергә

Ғүмеренең һуңғы йылдарында королева үҙенең тышҡы ҡиәфәтенә артыҡ иғтибар итмәһендәр өсөн, бик күп биҙәүестәр ҡуллана, буяна.

Олоғайп барған Елизавета яҡын дуҫтарының үлемен ауыр кисерә. 1603 февралендә ул бик көслө дерессияға бирелә һәм 1603 йылдың 24 мартында Лондондағы Ричмонд һарайында яҡты донъя менән хушлаша. Елизавета I Тюдор Вестминстер аббатлығында ерләнә.

Елизавета үҙ вариҫы тип Мария Стюарттың улы Яков Стюартты тәғәйенләй. Шуның менән Англияла Тюдорҙар династияһы бөтә.

Елизавета Тюдорҙың ата-бабаһыҮҙгәртергә

Сәнғәттәге образыҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Главный персонаж в трагедии Ф.Шиллера «Мария Стюарт»
  • Персонаж приключенческой повести «Ключ к тайне» Джефри Триза
  • Главный персонаж романа В. Скотта «Кенилворт»
  • Главная героиня пьесы «Смуглая леди сонетов» Бернарда Шоу
  • Главный женский персонаж романа Густава Майринка «Ангел западного окна». В этом романе она выступает герметической супругой мага и алхимика Джона Ди
  • Эпизодический персонаж в романе Рафаэля Сабатини «Псы Господни»

Елизавета Тюдор тураһында китаптарҮҙгәртергә

  • Борис Грибанов «Елизавета I, королева Англии»;
  • Карен Харпер «Королева»;
  • Розалин Майлз «Я, Елизавета»;
  • Кэролли Эриксон «Елизавета I»;
  • Эвелин Энтони «Елизавета I»;
  • Ольга Дмитриева «Елизавета Тюдор»;
  • Наталья Павлищева «Елизавета. Любовь Королевы-девственницы»;
  • Таша Александер «Елизавета. Золотой век»;
  • Роберт Н. Стивенс, Джон Беннет «Тайна королевы Елизаветы»;
  • Кристофер Хейг «Елизавета I Английская»;
  • Джин Плейди «Елизавета Английская»;
  • Виктория Балашова «Елизавета Тюдор. Дочь убийцы»;
  • Виктория Холт «Беспечный лорд и королева»;
  • Виктория Холт «Мой враг — королева»;
  • Элисон Уэйр «Леди Элизабет»;
  • Филиппа Грегори «Любовник королевы» (The Virgin’s Lover, 2004);
  • Элисон Уэйр «Elizabeth the Queen».

КиноҮҙгәртергә

  • Сара Бернар в короткометражном немом фильме «Королева Елизавета» (1912)
  • Ганна Ральф в немецком фильме «Фаворит Королевы» / Der Favorit der Königin (1922)
  • Бетт Дэвис в фильме «Частная жизнь Елизаветы и Эссекса» (1939)
  • Флора Робсон в фильмах «Морской ястреб» (1940), «Пламя над Англией» (1937)
  • Джин Симмонс в фильме «Малышка Бесс» (1953)
  • Бетт Дэвис в фильме «Любовь королевы» (1955)
  • Гленда Джексон в телесериале «Елизавета: Королева английская» (1971) и фильме «Мария — королева Шотландии» (1971)
  • Марина Неёлова в советском телефильме «Принц и нищий» (1972)
  • Элизабет Энн О’Брайэн в телесериале «Принц и нищий» (1996)
  • Миранда Ричардсон в телесериале «Чёрная Гадюка»
  • Квентин Крисп в фильме Салли Поттер «Орландо» (1992) по одноимённому роману Вирджинии Вулф
  • Кейт Бланшетт в фильмах «Елизавета» (1998) и «Золотой век» (2007)
  • Джуди Денч в фильме «Влюблённый Шекспир»
  • Кэтрин Маккормак в минисериале «Заговор против короны» (2004)
  • Хелен Миррен в мини-сериале «Елизавета I» (2005)
  • Энн-Мэри Дафф в мини-сериале «Королева-девственница» (2005)
  • Лаоиз Мюррэй в телесериале «Тюдоры» (2010)
  • Аноним / Anonymous (2011; Великобритания, Германия, США) режиссёр Роланд Эммерих, в роли Елизаветы Джоэли Ричардсон (в молодости), Ванесса Редгрейв (в старчестве).
  • Джоанна Пейдж в юбилейном эпизоде сериала «Доктор Кто» «День Доктора».

БашҡаларҮҙгәртергә

  • П Рик Уэйкмандың «The Six Wives of Henry VIII» рок-әҫәре персонажы (1973)
  • Голланд рок-опере Ayreon да п «Dragon On The Sea» йыры уның исеменән башҡарыла һәм Дрейкка тәғәейнләнә.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Это прозвище упоминается в книге У. Теккерея «Ярмарка тщеславия» и в романе Ч. Диккенса «Лавка древностей».
  2. Радио ЭХО Москвы :: Все так, 15.07.2007 13:14 Елизавета I Английская — дева нации: Наталья Басовская
  3. Как свои пять пальцев. // The New Times, 08.11.2010
  4. Sarah Chalmers. Did-Virgin-Queen-secret-love-child.html Did the Virgin Queen have a secret love child? // MailOnline.
  5. 5,0 5,1 Лилли С. Люди, машины и история — М.: Прогресс, 1970. — Б. 109—110. — 432 б.
  6. Leah Marcus, Janel Mueller and Mary Rose (eds.), Elizabeth I: Collected Works (The University of Chicago Press, 2002), p. 325, n. 1

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Элек эшләүсе:
Мария I
Королева Англии
15581603
Алмашҡа килеүсе:
Яков I