19 июнь
көнө
(19 июня битенән йүнәлтелде)
19 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 170-се (кәбисә йылында 171-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 195 көн ҡала.
19 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
19 июнь Викимилектә |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- Ҡырғыҙстан: Һыу хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Әрмәнстан: Авиация көнө.
- 1910: АҠШ-тың Вашингтон штатындағы Спокан ҡалаһында тәүге тапҡыр «Атайҙар көнө» билдәләнә.
- 1910: АҠШ хөкүмәте илдең барлыҡ пассажир караптарына радиоҡорамалдар ҡуйырға күрһәтмә бирә.
тулы исемлек
- 1920: РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы Наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш комиссияһын ойоштора.
- 1970: Хәҙерге «Транснефть-Урал» йәмғиәтенең Черкассы нефть үткәргес идаралығы эшләй башлай.
- 2010: Мәскәү метрополитенының Люблин—Дмитров йүнәлешендә «Достоевский» һәм «Марьина Роща» станциялары асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Денисов Евгений Тимофеевич (1930), ғалим-физик-химик. Башҡорт дәүләт университетының химик кинетика кафедраһын ойоштороусыларҙың береһе һәм 1969—1971 йылдарҙа ошо кафедра мөдире. Химия фәндәре докторы (1966), профессор (1970). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Сығышы менән Калуга ҡалаһынан.
- Ҡоҙаяров Ринат Ғабдулхаҡ улы (1940), ғалим-инженер-механик. 1970 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2006). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1983). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Шәрипов Валерий Мөхәмәт улы (1945), хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Пустова Нина Ивановна (1950), хеҙмәт ветераны. 1968—2005 йылдарҙа хәҙерге «Газпром Нефтехим Салауат» предприятиеһы лаборанты. Башҡортостандың атҡаҙанған химигы.
- Казакова Оксана Борисовна (1970), ғалим-химик. 1992 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институты хеҙмәткәре, 2000 йылдан өлкән, 2007 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 2011 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Президиумының баш ғилми секретары вазифаһын башҡарыусы. Химия фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Рахманов Әсғәт Лотфулла улы (1926—16.02.1995), агроном, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958—1987 йылдарҙа Илеш районы В. В. Куйбышев исемендәге колхоз рәйесе. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған агрономы. Ленин (1973), Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Абдулла ауылынан. Социалистик Хеҙмәт Геройы Тәлғәт Рахмановтың ҡустыһы.
- Ракитин Игорь Георгиевич (1936), инженер‐механик, рационализатор. 1960 йылдан Силәбе электрометаллургия комбинатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1986 йылдан — комбинаттың баш инженер урынбаҫары, 1991—2001 йылдарҙа әйҙәүсе инженер. СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Шакиров Павел Шакирьянович (1951), журналист. 1976 йылдан хәҙерге Мари Республикаһының «Марий Эл» гәзите тәржемәсеһе, 1980 йылдан — яуаплы секретарь урынбаҫары, 1994 йылдан — яуаплы секретарь, 1999 йылдан тәржемә бүлеге мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016), Марий Элдең атҡаҙанған журналисы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районынан.
- Лапушкина Татьяна Михайловна (1956), муниципаль орган хеҙмәткәре. 2006—2019 йылдарҙа Ҡалтасы район хакимиәтенең баш бухгалтеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Мөхәмәҙиева Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы (ижади псевдонимы Хәлисә Рәйхан; (1956), журналист, шағир һәм яҙыусы. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы, 2018 йылдан — Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кәримова Миңзифа Идрис ҡыҙы (1942—11.12.2012), педагог. 1961 йылдан (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы, 1983—1995 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе мәктәптәре уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1990). Сығышы менән ошо райондың хәҙер бөткән Утарбай ауылынан.
- Кәримова Ләлә Имаметдин ҡыҙы (1947—1.07.1999), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1982—1999 йылдарҙа Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Өфөләге мәҙәниәт йортонда бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ғәҙелша ауылынан.
тулы исемлек
- Вәлиева Тәслимә Мөхтәсәр ҡыҙы (1957), китапханасы. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең иҡтисад һәм маркетинг бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ибатуллин Рафаил Әхәт улы (1953), санитария табибы. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Күмертау ҡалаһы, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Федоровка райондары буйынса территориаль бүлек начальнигы, идаралыҡтың коллегия ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Йәмил Буранғолов (1958), журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995).
тулы исемлек
- Садиҡов Рәфис Нәзәт улы (1963), педагог. 1985 йылдан Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы; 1988—1990 йылдарҙа Түбәнге Аташ ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе; 1991 йылдан Иҫке Солтанбәк мәктәбе, 2005 йылдан — Мәктәп-ара уҡыу комбинаты директоры. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2011), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2016) һәм мәғариф отличнигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Иләкшиҙе ауылынан.
- Ғафаров Алмас Айрат улы (1968), йырсы, ҡурайсы, һәүәҫкәр композитор. 1991 йылдан «Ант» төркөмө етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022), атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1998). Педагог һәм дәүләт хеҙмәткәре Сәбилә Сөләймәнованың улы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ибраһимов Вил Солтан улы (1929—19.05.1995), ғалим-инженер‑технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1964—1978 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының кафедра мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1962), профессор (1989). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Абузова Фатиха Фиттәх ҡыҙы (1934), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1979). РСФСР-ҙың (1985) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.
тулы исемлек
- Ильчанинов Виктор Петрович (1939—25.01.2012), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1992). 1988—2004 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан.
- Готман Наталья Залмановна (1954), ғалим-инженер-төҙөүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сиражетдинов Иршат Фәрит улы (1954—15.12.2012), режиссёр. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Туңғатар ауылынан.
- Исхаҡов Эдуард Роберт улы (1964), ғалим-психофизиолог. 1995 йылдан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999—2006 йылдарҙа кафедра начальнигы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2006). Полиция полковнигы. (2006). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Энгельс ҡалаһынан.
- Ғафаров Азамат Фидан улы (1974), театр актёры һәм йырсы. 1996 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1910: Пол Флори, АҠШ-тың физик-химигы, химия буйынса Нобель премияһы лауреаты (1974).
- 1910: Ғәбделбарый Әхтәмов, СССР-ҙың балет артисы, Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1945).
тулы исемлек
- 1920: Ив Робер, Франция актёры, кинорежиссёр, сценарист һәм продюсер.
- 1930: Джина Роулендс, АҠШ актрисаһы, ике «Алтын глобус» һәм дүрт «Эмми» премияһы лауреаты.
- 1935: Михаил Туманишвили, СССР һәм Рәсәй актёры, кинорежиссёр.
- 1945: Аун Сан Су Чжи, Мьянма сәйәси эшмәкәре, Нобель премияһы лауреаты (1991).
- 1945: Радован Караджич, дәүләт эшмәкәре. Серб Республикаһының беренсе президенты (1992—1996).
- 1945: Наталья Селезнёва, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәйҙең халыҡ артисы (1996).
- 1950: Энн Уилсон, АҠШ йырсыһы, «Heart» хард-рок төркөмө етәксеһе.
- 1950: Илдус Әхмәтйәнов, СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры, Рәсәйҙең атҡаҙанған (2013) һәм Татарстандың халыҡ (1996) артисы.
- 1955: Владимир Мышкин, СССР хоккейсыһы, ҡапҡасы, олимпия һәм алты тапҡыр донъя чемпионы; Рәсәйҙең хоккей тренеры.
- 1957: Анна Линд, Швеция сәйәсмәне.
- 1958: Сергей Макаров, хоккейсы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1979).
- 1975: Оксана Чусовитина, СССР, Үзбәкстан һәм Германия гимнасткаһы, олимпия чемпионы (1992).