Түбәнге Аташ

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районындағы ауыл

Түбәнге Аташ (рус. Нижнеаташево) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 521 кеше[3]. Почта индексы — 452313, ОКАТО коды — 80224830002.

Түбәнге Аташ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Семилетка ауыл Советы (Дүртөйлө районы)
Халыҡ һаны 465 кеше (2002)[1],
473 кеше (2009)[1],
521 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452313
Карта

Ауылға нигеҙҙе аҫаба башҡорт Аташ Тинкуйев һала. Ауыл тәүге тапҡыр 1795 йылғы V рәүиз материалдарында теркәлә. Унда 7 ихатала 40 башҡорт йәшәй. 1794 йылдың 10 февралендә төҙөлгән килешеүгә ярашлы башҡорттар Түбәнге Аташ ауылына типтәрҙәрҙе индерә, 1795 йылда ауылда 27 типтәрҙең йәшәүе теркәлә. 1859 йылда 207 башҡорт һәм 256 ерһеҙ башҡорт (припущенниктар) иҫәпкә алына. 1870 йылда ауылдағы 112 ихатала 499 кеше йәшәй. 1920 йылдағы бөтә халыҡ иҫәбен алыу документтарында тораҡ пунктындағы 257 ихатала 1303 башҡорт һәм типтәр йәшәүе теркәлә[4].

1816 йылғы документтар буйынса ауылда Ғирфан Баязитов, Китап Сәйҙәмов, Ғәнбәр Тимеров (Ғәббәс улы), Мөхәмәтрәхим Ҡотлоҡәдәмов, Фәйрүш (Фәйрушат) Ғүмәров, Әбделхәким Әбделлатифов, Ғөбәйҙулла Йәүкәйевтар йәшәй[4].

Поход старшинаһы Бикташ Ғәлиәкбәров (Тимеровтың улы) 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. Уның улдары: Мирхәйҙәр, Ширғазы. Зауряд-хорунжий Әбделсалих Раянов (Китап уҙамандың улы) 1834 йылға тиклем (36 йәшендә) 4 тапҡыр Ырымбур сик буйы һыҙатын һаҡлауҙа була. Уның улдары: Әбделисхаҡ, Әбделҡадир, Әбделвәхит, Әбделбасир. Түбәнге Аташта мишәр кантоны начальнигы Тупеев Исмәғил Ардуван улы йәшәй һәм 1853 йылда 16-сы кантон начальнигы итеп тәғәйенләнә[4].

Ауылда ике мәсет һәм мәсеттәр эргәһендә мәктәптәр эшләй. Ауылда тирмән була. 1843 йылда 116 башҡортҡа 312 бот ужым һәм 360 бот яҙғы иген сәселә. Бында йәшәүселәр 196 ат, 158 һыйыр, 120 һарыҡ һәм 71 кәзә аҫырай[4].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 521 246 275 47,2 52,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 137 км

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә