Мөхәмәҙиева Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы

журналист, шағир һәм яҙыусы

Мөхәмәҙиева Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы (ижади псевдонимы Хәлисә Рәйхан; 19 июнь 1956 йыл) — журналист, шағир һәм яҙыусы. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы, 2018 йылдан — Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999).

Мөхәмәҙиева Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Псевдоним Хәлисә Рәйхан
Тыуған көнө 19 июнь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Ҡушкүл, Байгилде ауыл Советы, Нуриман районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы Мөхәмәҙиева (ҡыҙ фамилияһы Шәмсетдинова) 1956 йылдың 19 июнендә Башҡорт АССР-ы Нуриман районы Ҡушкүл ауылында тыуған.

Күрше Байгилделә урта мәктәпте тамамлағас, шунда уҡ бер йыл пионервожатый булып эшләй. 1974 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының рус-татар бүлегенә уҡырға инә. 1979 йылда БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамлап, юллама буйынса Туймазы ҡалаһына эшкә ебәрелә. Унда «Ленин юлы» — «Ленинский путь» район газетаһында әҙәби хеҙмәткәр, баш мөхәррир урынбаҫары була. Редакция ҡарамағында ойошторолған «Алтын башаҡ» төбәк әҙәби ижад ойошмаһына етәкселек итә. 1986 йылда КПСС өлкә комитеты күрһәтмәһе менән Өфөгә, Башҡортостан радио һәм телевидение буйынса дәүләт комитетына эшкә күсерелә. Башта телевидениеның балалар редакцияһында мөхәррир, өлкән мөхәррир була, һуңынан халыҡ хужалығы редакцияһында хеҙмәт итә, ә 1991 йылдан 2012 йылға тиклем «Милләт-ара тапшырыуҙар ижад берекмәһе»нә етәкселек итә. 19 йыл татар телендәге «Райхан» тапшырыуы авторы һәм алып барыусыһы була, 2010 йылдан 2012 йылдың октябренә тиклем «Орнамент» тапшырыуын эшләп эфирға сығара.

1980 йылдан — КПСС, 1989 йылдан — СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Хәлисә Мөхәмәзиева әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. 2005 йылда уның хикәйәләр, әкиәттәр һәм шиғырҙар ингән «Ҡышҡы ямғыр» тигән китабы донъя күрҙе. Авторҙың шиғырҙарына бик күп йырҙар яҙылған.

2017 йылдың майында Өфөләге «Китап» нәшриәтендә Халисә Рәйхандың ике мең дана тираж менән балалар өсөн «Бал яратам» тигән китабы донъя күрҙе. Шиғырҙар йыйынтығы бәләкәй балаларға, уларҙың ата-әсәләренә, олатай-өләсәйҙәренә тәғәйенләнгән. Йыйынтыҡҡа Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин инеш һүҙ яҙған. Баҫма рәссам Г. Камалованың сағыу һүрәттәре менән биҙәлгән[1].

Китаптары

үҙгәртергә
  • Ҡышҡы ямғыр: Хикәйәләр, әкиәттәр һәм шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2005.
  • Бал яратам: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2017.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә