Түбәнге Аташ ауыл Советы (Дүртөйлө районы)
Түбәнге Аташ ауыл Советы — Дүртөйлө районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452313. ОКАТО коды — 80224823000. Семилетка ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. 1988 йылда ойошторолған.
Ауыл Советы составы
үҙгәртергәТүбәнге Аташ ауылы — административ үҙәк, Таштау ауылы
Тарихы
үҙгәртергәБашҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1988 йылдың 13 майындағы «Дүртөйлө районында Түбәнге Аташ ауылы Советын ойоштороу тураһында» 6-2/147 һанлы указы белдерә:
1. Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылында административ үҙәген урынлаштырып, Түбәнге Аташ ауыл Советын ойошторорға.2. Түбәнге Аташ ауылын, Таштау ҡасабаһын Таймырҙа ауыл Советы составынан сығарып, Түбәнге Аташ ауыл Советы составына индерергә.
3. Түбәнге Ааташ ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы билдәләргә.
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы, ст.1 п. 20) б) белдерә[1]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Семилетка ауылында административ үҙәге менән, «Семилетка» атамаһын һаҡлап, Семилетка, Түбәнге Аташ һәм Түбәнге Маншыр ауыл Советтарын берләштерергә.Түбәнге Аташ ауыл Советының Түбәнге Аташ, Таштау ауылдарын, Түбәнге Маншыр ауыл Советының Түбәнге Маншыр, Ҡораласыҡ ауылдарын Семилетка ауыл Советы составына индерергә.
Иҫәп мәғлүмәттәренән Түбәнге Аташ һәм Түбәнге Маншыр ауыл Советтарын алып ташларға.
Семилетка ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Географик урыны
үҙгәртергә2008 йылға Саҡмағош районы, Түбәнге Маншыр ауыл Советы, Әсән ауыл Советы, Таймырҙа ауыл Советы, Күкҡуян ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ (ред. от 16.07.2008) "О ГРАНИЦАХ, СТАТУСЕ И АДМИНИСТРАТИВНЫХ ЦЕНТРАХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН