Ишембай нефть ятҡылығы
Ишембай нефть ятҡылығы (шулай уҡ Ишембаев нефть ятҡылығы булараҡ билдәле) — Башҡортостанда һәм Көньяҡ Уралда тәүге нефть ятҡылығы, Волга-Урал провинцияһына ҡарай, әлеге ваҡытта нефть алынып бөткән. 1932 йылда инженер-геолог Алексей Блохин Александрович етәкселек иткән экспедиция ятҡылыҡты аса. Нефть Ишембай ауылы янында табылғанға күрә ятҡылыҡ та Ишембай исемен йөрөтә, хәҙер был ауыл Ишембай ҡалаһының бер биҫтәһе.
Ишембай нефть ятҡылығы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы һәм Башҡортостан Республикаhы |
Хеҙмәтләндереүсе | Башнефть |
Ишембай ауылы янында ятҡан һәм 1932-1950-йылдарҙа асылған Бурансы нефть ятҡылығын, Көҫәпҡол нефть ятҡылығын, Кинйәбулат нефть ятҡылығын үҙ эсенә алған Ишембай нефть ятҡылыҡтары төркөмө дөйөм исем менән Ишембай нефть ятҡылығы тип йөрөтөлә.
Ишембай нефть ятҡылығын үҙләштереү, нефть сеймалын эшкәртеү һәм башҡа төбәктәргә сығарыу өсөн Ишембай-Өфө тимер юлы төҙөлә, Ишембай ҡалаһына нигеҙ һалына.
Тарихы
үҙгәртергәТәүҙә был ятҡылыҡ Стәрлетамаҡ, Түбәнге Бурансы ятҡылыҡтары (А. А. Блохин мәҡәләһендә, 1934) тип атала, хатта Бурансы нефть ятҡылығы тик 1939 йылда ғына асылһа ла. Бер төркөм нефть ятҡылыҡтары хәҙер Ишембай нефть ятҡылығы булараҡ билдәле[1].
Риф тибындағы ятҡылыҡ Урал алды бөгөмөндә ята һәм һаҡмар-артин ярусының күмелгән риф яҫылығына, Ишембай риф массивына ҡарай.
1934 йылда төҙөлгән Ишембай- Өфө тимер юлы аша илдең башҡа төбәктәренә нефть һәм нефть продукттары ебәрелә башлай.
Тикшереүселәр
үҙгәртергәНиколай Дмитриевич Зелинский 1930 йылдарҙа Урал нефтен, шул иҫәптән Ишембай нефть ятҡылығы биргән нефтте, көкөрттән таҙартыу буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә[2].
Сергей Семенович Наметкин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан экспедицияһы етәксеһе була. Ул Ишембай нефть ҡыуҙырыу заводы ҡоролмаһында көкөртлө нефттән майлау материалдарын алыу ысулын эшләүгә туранан тура етәкселек итә.
Биккулов А. З. НАМЁТКИН Сергей Семёнович // Башҡорт энциклопедияһынан мәҡәлә. 2016 йыл 7 апрель архивланған.
Фәнни әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мангушев, Камиль Ибрагимович. Гидроциклонная очистка промывочных жидкостей при бурении скважин в Ишимбаевском нефтегазовом районе [Текст] : Автореферат дис., представленной на соискание ученой степени кандидата технических наук / М-во высш. и сред. спец. образования РСФСР. Моск. ордена Трудового Красного Знамени ин-т нефетхим. и газовой пром-сти им. И. М. Губкина. — Москва : [б. и.], 1961.
- Материалы к познанию Ишимбаевского месторождения нефти [Текст] : Сборник статей: Е. П. Александровой, Е. М. Глебовской, Л. П. Гроздиловой, М. В. Куликова, А. И. Никифоровой, Н. Д. Палицына, О. А. Радченко, В. А. Сермягина / Под ред. М. М. Толстихиной. — Москва ; Ленинград : ОНТИ. Глав. ред. горно-топливной и геол.-развед. лит-ры, 1938 (Л. : 3 тип. ОНТИ). — 192 с., 14 вкл. л. : ил.; 22 см. — (Труды Нефтяного геолого-разведочного института. Серия А; Вып. 101)
- Намёткин С. С. Масла из ишимбаевской нефти //Известия Академия наук СССР. Отделение технических наук. 1942. № 9 (соавт.);
- Намёткин С. С. Анализ сернистых соединений лёгких погонов нефти: (критика существующих методов) //Там же. 1943. № 1—2 (соавт.).
- Страхов, Николай Михайлович. Очерки геологии кунгура Ишимбаевского нефтеносного района [Текст] / Н. М. Страхов. — Москва : Тип. «Крас. знамя», 1947. — 1 т.; 25 см. — (Материалы к познанию геологического строения СССР, издаваемые Московским обществом испытателей природы. Новая серия; Вып. 5 (9)).
Геология
үҙгәртергәБыл ятҡылыҡ риф яҫылығына ҡарай. Аҫҡы пермь эзбизташтары ҡатламдарынан барлыҡҡа килгән яҫылыҡ төрлө һыҙаттағы һәм бер төйөнгә бәйле биш рифты үҙ эсенә ала. Риф битләүҙәре мөйөштәре 20 градустан 40 градусҡа тиклем тәшкил итә. Уларҙың иң ҙуры (көнсығыштағыһы) арҡырыға 1,5 км-ға етә. Нефть ятҡан риф эзбизташтары бик ҡатмарлы һәм юғары үткәреүсәнлеккә эйә, шуға күрә лә скважиналар тәүге осорҙа көслө фонтан рәүешендә бик күп нефть бирә (тәүлегенә 800 тоннаға тиклем). Яҫылыҡтар буйынса нефтле ҡатламдар 310 метрҙан 560 метрға тиклем тирбәлә. Бөтә рифтар ҙә берҙәм нефть биреүсәнлеккә эйә. Нефть биреүсе эзбизташтар пермь тоҙло ҡатламдары менән ябылған.
Хәтер
үҙгәртергә- Ятҡылыҡты беренсе булып асыусылар хөрмәтенә Ишембай ҡалаһының бер урамы Геология урамы атамаһын йөрөтә.
- Ҡалала инженер-геолог А.А.Блохин урамы һәм уның исемендәге сквер бар.
- Ҡаланың төп урамдарының береһенә геолог-академик И.М.Губкин исеме бирелгән.
- Башҡортостан нефтен тәүге асыусыларға һәйкәл
- Өләсәй вышка
Әҙәбиәт
үҙгәртергәБлохин А. А. Основные итоги и задачи разведки Ишимбаевского месторождения нефти//Нефтяное хозяйство — 1934.- № 6.