Аҡманов Айтуған Ирек улы
Аҡманов Айтуған Ирек улы (16 май 1966 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2003), профессор (2005).
Аҡманов Айтуған Ирек улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
тарих фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Биографияһы
үҙгәртергә- Айтуған Ирек улы Аҡманов 1966 йылдың 16 майында Өфөлә тыуған. Ғалим Ирек Аҡмановтың улы.
- Өфөнөң 31-се мәктәбендә белем һәм тәрбиә ала.
- 1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын яҡшы билдәләр менән тамамлай.
- 1988—1992 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының тарих факультеты аспирантураһында уҡый һәм тарих фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
- 1993 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, 2005 йылдан башлап Ватан тарихы кафедраһы мөдире.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәАйтуған Аҡмановтың фәнни тикшеренеүҙәре башҡорттарҙың ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу, XVI быуат уртаһы — XX быуат башында Рәсәй Хөкүмәтенең Башҡортостандағы ер сәйәсәте проблемаларына арналған. 70-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Земельная политика царского правительства в Башкирии в середине XVI — начале XX вв. Уфа: «Китап», 2000;
- Башкирское землевладение в XIX — начале ХХ вв. Уфа: РИЦ БашГУ, 2000;
- Земельные отношения в Башкортостане и башкирское землевладение во второй половине XVI — начале XX в. Уфа, «Китап», 2007;
- Историко-культурный энциклопедический атлас Республики Башкортостан. Главный редактор Акманов И. Г. Уфа-Москва, 2007.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Кто есть кто в Республике Башкортостан, 1995.