Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы

телетапшырыуҙар дикторы

Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы (16 май 1960 йыл) — телетапшырыуҙар алып барыусы, 1993 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһы дикторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017)[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002). Балаҡатай районының почётлы гражданы (2009)[2].

Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 май 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Түбәнге Үтәш, Балаҡатай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө телетапшырыуҙар алып барыусы
Эш урыны Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Флүрә Ишбулат ҡыҙы Мурзина 1960 йылдың 16 майында Башҡорт АССР-ы[3] Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында тыуған.

Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте алтын миҙалға тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында уҡый (1977—1982).

1982 йылдан Балаҡатай районының Майғазы урта мәктәбендә химия фәненән уҡыта.

1983 йылдан Башҡорт АССР-ы телевидение һәм радио тапшырыуҙары дәүләт комитетында эшләй.

1993 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһы дикторы.

Ижади эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Телевидение менән хеҙмәттәшлеге Башҡорт республика интернат-мәктәбендә уҡыған сағында уҡ башлана — Флүрә «Йәйғор» программаһының балалар өсөн тапшырыуҙарын алып бара. 1983 йылдан «Һеҙҙең хаттар буйынса», «Йәйғор» әҙәби-музыка тапшырыуҙарының режиссёр ассистенты, сығарыу бүлеге мөхәррире һәм бер үк ваҡытта алып барыусы булып эшләй. Д. Исламовтың повесы буйынса башҡорт телендә төшөрөләгән «Мадам Баттерфляй» фильмында ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәи киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017).
  • Балаҡатай районының почётлы гражданы (2009).
  • «Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл» миҙалы (2019)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Легендарный диктор башкирского телевидения Флюра Мурзина, получила звание заслуженного работника РФ
  2. Муниципаль район Балаҡатай районы Советының 153-се ҡарары (2009 йыл 17 сентябрь).
  3. хәҙерге Башҡортостан Республикаһы

Һылтанмалар үҙгәртергә