Башҡорт ихтилалы (1681—1684)
1681—1684 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы (Сәйет яуы) — 17 быуаттың икенсе яртыһындағы иң эре ихтилалдарҙың береһе.
1681—1684 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны |
Иҫәттең урта өлөшөнән Волгаға тиклем, Яйыҡтың үрге өлөшөнән Кама һәм Чусыу йылғаларына тиклем | ||
Сәбәбе |
1681 йылдың 15 майындағы указ нигеҙендә башҡорттарҙы көсләп суҡындырыу | ||
Нәтижә |
Башҡорттарға ташламалар яһала, указ юҡҡа сығарыла | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
| |||
Ихтилал сәбәптәре
үҙгәртергәБашҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын боҙоу, Өфө өйәҙе хакимиәтенең башбаштаҡлығы, һалым һәм йөкләмәләрҙең артыуы, батша хөкүмәтенең мосолмандарҙы көсләп христианлаштырыүға ынтылышы һөҙөмтәһендә тыуа, йәки 1681 йылдың 16 майындаға указ сәйәсәтенә яуал була.
Ихтилал урыны
үҙгәртергәИхтилалдың сиктәре көнсығыш яғы Иҫәт йылғаһының урта өлөшө, көнбайыштан Волгаға тиклем, көньяҡтан Яйыҡ йылғаһының өҫкө өлөшө һәм төньяҡтан Чусыу йылғаһы.[2]
Хәрби көрәш барышы
үҙгәртергәБаш күтәргән башҡорттарҙың етәксеһе мосолман дин әһеле Сәйет батыр булған. Тәүге һөжүмде баш күтәреүселәр 1681 йылдың йәйендә Ноғай һәм Себер даруғаларында башлай. 1681 йылдың йәйендә баш күтәреүселәр отрядтәргә берләшә башлай.
Июнь башындак Ыҡ йылғаһында ҙур алыш була, Унда Сеит яралана. Һуғыш ике яҡ өсөн дә уңыш менән тамамланмай, Сеит яралана.[3]
1682 йылдың яҙында көрәш киң ҡолас ала: Ҡазан даруғаһы ихтилалсылары Кама аръяғы ҡәлғәләренә ябырыла, Уса даруғаһында төп һөжүм Көңгөр һәм башҡорт ерҙәрендә Строгановтар нигеҙләгән ҡәлғә һәм ауылдарға йүнәлтелгән.[4]
Апрель башында баш күтәреүселәр отряды Минзәлә, Зәй һәм башҡа ҡәлғәләргә ябырыла. Улар Камаға тиклем барып еткән. Башҡорт ерҙәрендә һалынған монастырҙарға һәм сиркәүҙергә, алпауыт һәм һарай ауылдырына үрт һалған.
Баш күтәреүселәрҙең күп һанлы отрядтәре Өфө, Красный Яр, Ловашное, көнбайышта Пьяный Бор, Ҡаракүлде һәм башҡа ауылдарҙы ҡамап ала. Май айында ихтилал бөтә крайҙы солғап ала.
Көс ҡулланып ихтилалды баҫтырыу уңышһыҙ булғас, хөкүмәт башҡорттарҙы көсләп христиан диненә күсереүҙән баш тарҡан, ихтилалсыларға ярлыҡау һәм башҡа төрлө «мәрхәмәт» вәғәҙә иткән. Көсөк Юлаев етәкселегендәге баш күтәреүселәр көрәште туҡтата һәм «булышсылар менән» хөкүмәткә мөрәжәғәт итә, ә Сәйет торған икенсе төркөм властар менән килешеүге риза булмаған һәм көрәште дауам иткән. Ихтилалсылар ярҙам һорап ҡалмыҡ Айыуҡай тайшаға мөрәжәғәт итә.
1682 йылдың июлендә ҡалмыҡ отрядтәре Башҡортостанға килеп етә. Ихтилал яңынан күтәрелә. Башҡорттар һәм ҡалмыҡтар Өфө һәм Минзәләне ҡамап ала, башҡорт ерҙәрендә төҙөлгән ҡәлғәләргә һөжүм итә.
Борсоуға ҡалған властар баш күтәреүселәргә ҡаршы дворян Ф.Волков етәкселегендәге ике мең кешелек отряд ебәргән. 1682 йылдың август аҙағында — сентябрь башында Яйыҡ йылғаһының үрге ағымында ҡаты алыш барған. Халыҡ хәрәкәтенең әүҙемләшеүе, ҡалмыҡ отрядтәренең ҡатнашыуы властарҙың хәлен ҡатмарлыштырған. Урындағы хакимиәттең баш күтәреүселәрҙе ҡыйратырлыҡ көсө булмаған. Башҡорттар һәм ҡалмыҡтар араһындағы союзды боҙоу өсөн хөкүмәт Айыуҡай тайша менән һөйләшеүҙәр башлай һәм 1683 йылдың башында ҡалмыҡтарҙы көрәштән ситләтеү мораҙына ирешә.
Әммә көрәш дауам итә: 1683 йылдың яҙ-йәй айҙарында ихтилалсылар Кама аръяғындағы ҡәлғәләргә һөжүм итә, Вознесение монастырын яндыралар, Солевар, Минзәлә ҡалаларын ҡамап алалар. Ихтилалды баҫтырыу өсөн Ю. С. Урусов етәкселегендәге ғәскәр туплана.
40 меңлек ҡалмыҡ тайшаһы Башҡортостанды Рәсәйҙән айырып үҙ власын урынлаштырырыу өсөн ҡаты һуғыш башлай. Ҡалмыҡтарҙың яуызлығы башҡорт ихтилалсыларын Рәсәй дәүләтенә ҡаршы көрәште туҡтатырға мәжбүр итә. Был ҡарарға Рәс дәүләтенең мосолмандарҙы көсләп суҡындырыу тураһында указдың бер ҡасанда булмауы тураһында белдереүе булышлыҡ итә.[5]
Ихтилал һөҙөмтәләре
үҙгәртергәБашҡорттарға яңы ташламалар яһарға вәғәҙә иткәндәр. 1682 йылдың октябрендә сыҡҡан батша грамотаһында хөкүмәт башҡорт ерҙәрен тартып алыу сәйәсәтен рәсми рәүештә ғәйепләп сыҡҡан. Ихтилалсыларҙың баҫымы Рәсәй хөкүмәтен башҡорт ерҙәрен баҫып алыуҙан һәм көсләп христианлаштырыуҙан баш тартырға, аҫаба хоҡуҡтарын танырға мәжбүр иткән
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Вожди восстаний XVII—XVIII вв. из башкир Казанской дороги
- ↑ БАШКИРСКИЕ ВОССТАНИЯ 17-18 вв. 2013 йыл 2 июнь архивланған.
- ↑ Р. Н. Зинуров. Башкирские восстания и индейские войны – феномен в мировой истории. — P. 156. — ISBN 5-7501-0214-9.
- ↑ Башкирские восстания(недоступная ссылка)
- ↑ Башкирия в составе русского государства. 2011 йыл 30 декабрь архивланған.Восстания против гнёта и насилия 2011 йыл 30 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт ихтилалы (1681—1684) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2022)
- Вожди восстаний XVII—XVIII вв. из башкир Казанской дороги 2020 йыл 17 ноябрь архивланған. (рус.)
- БАШКИРСКИЕ ВОССТАНИЯ 17-18 вв. 2013 йыл 2 июнь архивланған. (рус.)
- Башкирия в составе русского государства. 2011 йыл 30 декабрь архивланған. (рус.)Восстания против гнёта и насилия 2011 йыл 30 декабрь архивланған. (рус.)
- Башкирские восстания(недоступная ссылка) (рус.)
- YouTube сайтында Башкирское восстание 1681-1684 гг. или Сеитовский бунт
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡортостан тарихы: Боронғо замандарҙан XIX быуат аҙағына тиклем. 8 класс өсөн дереслек. ISBN 978-295-04137-2
- Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв. — Уфа: Китап, 1993—224 с. (рус.)
- Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства во второй половине XVII — первой половине XVIII века. 1991 г. (рус.)