Наседкин Василий Фёдорович

Наседкин Василий Фёдорович (1 [13] ғинуар 1895[2][3]; Өфө губернаһының Веровка ауылы[4] — 15 марта 1938[5], Мәскәү) — СССР яҙыусыһы, шағир һәм журналист. Беренсе донъя һуғышында һәм Октябрь социалистик революцияһы ваҡиғаларында, Төркөстанда баҫмасылар хәрәкәтен баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Наседкин Василий Фёдорович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 13 ғинуар 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1]
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] (43 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Коммунарка атыу полигоны
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
Уҡыу йорто Высший литературно-художественный институт[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Фёдорович Наседкин крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1909—1913 йылдарҙа  Стәрлетамаҡ уҡытыусылар семинарияһында уҡыған, уны тамамлағас 1913 йылда Мәскәү университетының  физика-математика факультетына уҡырға инә. 1914 йылда РСДРП (б) ағзаһы була[6];  Шанявский университетына күсә, унда  С. Есенин менән таныша. 

1915 йылда үҙ ирке менән армияға бара,  Беренсе донъя һуғышында  ҡатнаша;  контузия ала, немецтарға әсирлеккә эләгә, унан ҡаса ала[2]. Һуңынан Алексеевка юнкерҙар училищеһында уҡый, шунда уҡ пропаганда эше алып бара.  1917 йылда Мәскәү ихтилалында большевиктар яғында  ҡатнаша; революция яғына күскән юнкерҙар менән  етәкселек итә, Телеграф-прожектор полкының ҡыҙылгвардеецтары менән берлектә  телеграф, почта, телефон станцияһын баҫып алыуҙа, Мәскәү Кремлен алыуҙа  ҡатнаша, Полк революцион комитеты ағзаһы, Реввоенсовет ағзаһы, аҙаҡтан полк комиссары була.

19201923 йылдарҙа Төркөстанда баҫмасылар хәрәкәтен баҫтырыуҙа ҡатнаша. Партиянан 1921 йылда сыға[7][8].

1923 йылдың көҙөнән алып — Мәскәүҙә. Армиянан демобилизацияланғас, Брюсов әҙәби-художество институтына уҡырға инә, унда йылдан ашыу уҡый. Бер үк ваҡытта «Город и деревня» журналының штаттан тыш мөхәррире булып эшләй, журналдарҙа баҫыла. Һуңынан  «Колхозник» журналында, үҙе етәкләгән шиғриәт бүлегендә  әҙәби мөхәррирләү менән шөғөлләнә.

«Перевал» әҙәби төркөмдә,  (1923—1928), пролетар-колхозсы яҙыусыларҙың Бөтә союз пролетар ойошмаһында тора(1930).

1920 йылдар аҙағында коллективлаштырыуҙың  ажар дошманы була[7]. 1937 йылдың 26 октябрендә ҡулға алына;  1938 йылдың 15 мартында  «террористик ниәттә» ғәйепләнә һәм атыуға хөкөм ителә; «Коммунарка» полигонында атыла һәм ерләнә[9].

1956 йылдың авгусында Екатерина Есенина ғаризаһы һәм СССР-ҙың Яҙыусылар Союзы Идаралығының секретары урынбаҫары К. Воронков, яҙыусы Ю.Н. Лебединский һәм Лев Толстойҙың ейәнсәре, Сергей Есениндың һуңғы ҡатыны Софья Толстаяның үтенесе буйынса тулыһынса аҡлана[10].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны (1925 йылдың 19 декабренән)[11] — Есенина Екатерина Александровна (1905—1977, Мәскәү), Сергей Есениндың һеңлеһе. 1938 йылда ҡулға алына; СССР Эске эштәр халыҡ комиссары ҡарамағындағы айырым кәңәшмәлә 1938 йылдың 1 ноябрендә 5 йыл ваҡыт менән 15 пунктта йәшәү хоҡуғынан мәхрүм ителә[12].

  • улы — Андрей,
  • ҡыҙы — Наталия[13].

Ижады үҙгәртергә

1919 йылда «Правда» гәзитендә шиғырҙары баҫылып сыға. 1920 йылдар башында  Төркөстанда баҫыла[7].

1924 йылда В. Наседкиндың Сергей Есенин менән  икенсе осрашыуы була,  был осрашыу уның шәхси тормошонда һәм «яңы крәҫтиән шағиры» булараҡ ижади үҫешендә әһәмиәтле була.

1924—1933 йылдарҙа бөтә совет журналдарында һәм альманахтарында: «Новый Мир», «Круг», «Красная новь», «Наши дни», «Рабочий журнал», «Перевал», «Красная нива», «Прожектор» - баҫылып сыға. Өс шиғыр йыйынтығы, шулай уҡ  «Последний год Есенина» (1927). хәтирәләрен нәшер итә.

В.Наседкиндың шиғырҙары Красимир  Георгиев тарафынан болғар теленә тәржемә ителә[bg].

Һайланма әҫәрҙәре үҙгәртергә

Сығанаҡ — Рәсәй милли библиотекаһының электрон каталогтары

  • Наседкин В. Ф. Ветер с поля : Стихи 1922—1930. — М.: Федерация, 1931. — 102 с.
    • Наседкин В. Ф. Ветер с поля : Стихи. — М.: Сов. Россия, 1968. — 222 с.
    • Наседкин В. Ф. Ветер с поля : Стихи, воспоминания о Есенине / Предисл., сост. и коммент. М. А. Чванова. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1978. — 159 с. — (Золотые родники).
  • Наседкин В. Ф. Избранные стихи. — М.: Сов. писатель, 1960. — 139 с.
  • Наседкин В. Ф. На верном пути : (Рассказ из немецкой жизни). — М.: изд-во ЦК МОПР СССР, 1927 [1926]. — 28 с.
  • Наседкин В. Ф. Последний год Есенина : (Из воспоминаний). — М.: Никитинские субботники, 1927. — 46 с.
    • Наседкин В. Ф. Последний год Есенина / Подгот. текста и вступ. ст. А. Л. Казакова. — Челябинск: Форум-издат, 1992. — 40 с.
  • Наседкин В. Ф. Сеид Рафик : (Рассказ). — М.: ЦК МОПР СССР, 1927 [1926]. — 23 с.
  • Наседкин В. Ф. Стихи. 1922—1932. — М.: Моск. т-во писателей, 1933. — 212 с.
  • Наседкин В. Ф. Теплый говор : [Стихи. (1922—1926)]. — М.: Никитинские субботники, 1927 [1926]. — 106 с.

Тәржемәләре үҙгәртергә

  • Самед Вургун . Стихи и поэмы / Перевод с азербайджанского Б. Серебрякова, В. Наседкина, Р. Ивнева, Б. Брика; Обложка А. Лурье; Портрет работы В. Кроткова. — Тифлис: Закгиз, 1935. — 85 с. — 4000 экз.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 НАСЕДКИН Василий Федорович // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 611—613. — ISBN 5-94848-262-6
  2. 2,0 2,1 Есенина (Наседкина) Н., 2001
  3. На сайте Национальной библиотеки Башкортостана указана дата рождения 30 декабря 1894 по ст.ст. и 13 января 1895 по н.ст., первая из которых, видимо, ошибочна.
  4. С 1935 г. — на территории Фёдоровского района Башкортостана, Башкортостан, Россия. В 1960-е годы в связи с укрупнением Пугачёвского совхоза дер. Веровка ликвидирована.
  5. В некоторых источниках указывается год смерти 1940 (Василий Наседкин // Поэзия Московского университета : от и до…)
  6. На сайтах «Люди и Книги» и «Институт русской цивилизации» указан год вступления в партию 1917.
  7. 7,0 7,1 7,2 Куняев С. Ю.
  8. Михайлов, 2013
  9. Василий Наседкин. Погибшие поэты — жертвы коммунистических репрессий. Дата обращения: 1 ғинуар 2015.(рус.). Погибшие поэты — жертвы коммунистических репрессий. 1 ғинуар 2015 тикшерелгән.
  10. Наседкин Василий Федорович. Рязанское общество «Мемориал». Дата обращения: 1 ғинуар 2015.(рус.). Рязанское общество «Мемориал». 1 ғинуар 2015 тикшерелгән.
  11. Плейкаст «Василий Фёдорович Наседкин — друг Сергея Есенина». Playcast (5 октябрь 2012). Дата обращения: 1 ғинуар 2015. 2015 йыл 1 ғинуар архивланған.(рус.). Playcast (2012-10-05). 1 ғинуар 2015 тикшерелгән.
  12. Есенина Екатерина Александровна. Рязанское общество «Мемориал». Дата обращения: 1 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.(рус.). Рязанское общество «Мемориал». 1 ғинуар 2015 тикшерелгән.
  13. Екатерина Есенина с мужем Василием Наседкиным и детьми. Рязанское общество «Мемориал». Дата обращения: 1 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.(рус.). Рязанское общество «Мемориал». 1 ғинуар 2015 тикшерелгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә