Вәлиев Мәсхүт Малик улы
Вәлиев Мәсхүт Малик улы (13 ғинуар 1947 йыл — 28 апрель 2018 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).
Вәлиев Мәсхүт Малик улы | |
Тыуған көнө | 1947 |
---|---|
Тыуған урыны | Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Биографияһы
үҙгәртергәМәсхүт Малик улы Вәлиев 1947 йылдың 13 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Яңы Тимкә ауылында тыуған. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй. 1998 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетында: 2000 йылға тиклем ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1999—2001 йылдарҙа электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара, 2009 йылдан информатика һәм мәғлүмәт технологиялары кафедраһы мөдире һәм БДАУ ҡарамағындағы Мәғлүмәт технологиялары буйынса ғилми тикшеренеү институты етәксеһе.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни эшмәкәрлеге математик модель әҙерләү, ғәмәли информатика мәсьәләләрен сисеү, белем биреү өлкәһендә электрон ресурстарҙы эшләүгә арналған. Ғалим машиналар эшләүҙә ҡулланылған изделиеларҙың сифатын тикшереп тороу өсөн ҡулланылған магнитлы ҡоролмалар уйлап таба. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.
Фәнни хеҙмәттәре
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Вәлиев Мәсхүт Малик улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2022)