Шакшин Анатолий Дмитриевич

Шакшин Анатолий Дмитриевич (13 ғинуар 1929 йыл — 22 ноябрь 2010 йыл) — алдынғы нефтсе, йәмәғәтсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1980). СССР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1966—1970).

Шакшин Анатолий Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 ғинуар 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Крадено-Михайловка[d], Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 ноябрь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Төмән, Рәсәй
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Ishembay Vocational College[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены ВДНХ-ның алтын миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Анатолий Дмитриевич Шакшин 1929 йылдың 13 ғинуарында БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Крадено-Михайловка ауылында тыуа. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1942 йылда Мәләүез районының «Ҡыҙыл партизан» колхозында башлай. 1949 йылдан Ишембай һөнәрселек училищеһында уҡый. 1949 йылдан Башҡортостан ятҡылыҡтарында быраулаусы, быраулау мастеры булып эшләй: быраулаусы ярҙамсыһы (1949—1950 йылдар), быраулаусы (1950—1956 йылдар), «Туймазабурнефть» тресының 2-се быраулау контораһының быраулау мастеры.

1964 йылда Шаим ятҡылығын үҙләштерергә бара. «Тюменнефтегазразведка» тресының 3-сө Шаим быраулау контораһының быраулау мастеры (19641971), быраулау мастеры, Нижневартовскиҙың 2-се быраулау эштәре идаралығында быраулаусы-остаз (19721996).

Нижневартовск районында нефть ятҡылыҡтарын асыусылар төркөмөнә инә. Уның бригадаһы Самотлор ятҡылығында эшләй (1972 йылдан), бер нисә йыл дауамында «Нефть сәнәғәте министрлығының иң яҡшы бригадаһы» исемен йөрөтә. А. Д. Шакшин бригадаһы базаһында алдынғы тәжрибә мәктәбе эшләй (1973 йылдан).

Төмәндә йәшәгән. Рәсми документҡа ярашлы, 2006 йылдан Туймазы ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Нижневартовскиҙа йыл һайын А. Д. Шакшин исемендәге Бөтә Рәсәй ирекле көрәш турниры үтә (1986 йылдан).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Будущее вырастает здесь/ А. Д. Шакшин — Свердловск — Средне-Уральское книжное издательство — 1981.
  • Маров Ю. М. О Герое Социалистического Труда А. Д. Шакшине / Ю. М. Марков // Буровики идут вперед / Ю. М. Марков. — М., 1980. — С. 102—107.
  • Меньшикова С. Герой из затюменского тупика / С. Меньшикова // Российская газета — 2007 — 8 ноября — С. 16.
  • Пиманов А. С. Шакшин Анатолий Дмитриевич / А. С. Пиманов // Югория : энциклопедия Ханты-Мансийского автономного округа — Ханты-Мансийск ; Екатеринбург, 2000. — Т. 3. — С. 323.
  • Пиманов А. С. Шакшин Анатолий Дмитриевич / А. С. Пиманов // Большая Тюменская энциклопедия. — Екатеринбург, 2004. — Т. 3. — С. 405, 406.
  • Салмин В. Д. Профессор бурения / В. Д. Салмин // Город на заре / В. Д. Салмин. — Тюмень, 2000. — С. 106—115.
  • Салмин В. Д. Самотлорский профессор / В. Д. Салмин // Сибиряки : кн. очерков / В. Д. Салмин. — Екатеринбург, 2005. — С. 267—273.
  • Сторожев В. С. Первая высота / В. С. Сторожев // Вышки над урманами / В. С. Сторожев. — Свердловск, 1976. — С. 23-32.
  • Шакшин А. Д. Будущее вырастает здесь / А. Д. Шакшин. — Свердловск, 1981. — 112 с.
  • Анатолий Шакшин // Кто есть Кто в Нижневартовске. — Нижневартовск, 2004. — С. 48. — Екатеринбург, 2004. — Т. 3. — С. 405, 406.
  • Шакшин Анатолий Дмитриевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә