Ғәниев Реналь Рәмил улы

Ғәниев Реналь Рәмил улы (13 ғинуар 1985 йыл, Өфө, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй фехтовальщигы, олимпия уйындары призеры, атҡаҙанған спорт мастеры (фехтование, рапира).

Ғәниев Реналь Рәмил улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Тыуған көнө 13 ғинуар 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1] (39 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР[1]
Һөнәр төрө фехтовальщик
Масса 75 килограмм[1]
Спорт төрө фехтование
Ҡатнашыусы Олимпиада уйындары 2012 һәм Йәйге Олимпия уйындары 2004[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Салауат Юлаев ордены II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
Бейеклеге/буйы 182 сантиметр[1]
 Ғәниев Реналь Рәмил улы Викимилектә

Рәсәй спорт мастеры (2000), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), фехтование буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2004). Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре капитаны.

2004 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы составында.

Бер үк ваҡытта Мәскәү өлкәһе һәм ЦСКА (Рәсәй армияһы) өсөн сығыш яһай. Буйы — 182 см. Ауырлығы — 75 кг. Тәүге тренеры — Әйүпов Рәмил Исмәғилевич.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Рәсәй чемпионаты шәхси беренселегенең көмөш миҙалы һәм команда еңеүсеһе (2004). Европа чемпионаты шәхси беренселегендә көмөш миҙал һәм команда еңеүсеһе (2004). Донъя чемпионатында үҫмерҙәр араһында шәхси беренселектә еңеүсе (2003) һәм көмөш миҙал (2004). Афинала XXVIII Олимпиада уйындарының (2004) команда беренселегендә бронза миҙалы. Донъя кубогының команда беренселегендә көмөш миҙал (2004). Шәхси һәм команда ярыштарында Рәсәй чемпионы (2011). Тренерҙары — Р. И. Әйүпов һәм Әнүәр Ибраһимов.

Һөҙөмтәләре үҙгәртергә

Шәхси зачетта:

Донъя чемпионатында көмөш миҙал (2002),

БДБ, Балтия илдәре һәм Рәсәй төбәктәре үҫмер егеттәре араһында халыҡ-ара спорт уйындарында бронза миҙал (2002);

Донъя чемпионы (2003),

Европа чемпионы (2003),

Рәсәй чемпионы (2003);

Үҫмерҙәр араһында донъя чемпионатының көмөш миҙалы (2004);

Үҫмерҙәр араһында донъя чемпионатының бронза миҙалы (2005);

Халыҡ-ара ярыштарҙа бронза миҙал Гран-при (2009, Италия);

Европа чемпионатының көмөш миҙалы (2004), Европа чемпионатының бронза миҙалы (2010),

Рәсәй чемпионы (2011),

Рәсәй чемпионатының көмөш (2004) миҙалы,

Рәсәй чемпионатының бронза (2002; 2012) миҙалы;

Рәсәй ҡышҡы чемпионатының көмөш миҙалы (2002),

Ир-егеттәр араһында Рәсәй кубогын яулаусы (2007; 2011).

Команда зачетында:

БДБ, Балтия илдәре һәм Рәсәй төбәктәре үҫмер егеттәре араһында халыҡ-ара спорт уйындары еңеүсеһе (2002);

Донъя чемпионы (2005);

Европа чемпионы (2002, 2003),

Рәсәй чемпионы (2002, 2003),

Донъя чемпионатының көмөш миҙалы (2003), Донъя чемпионатының бронза (2004) миҙалы,

Үҫмерҙәр араһында Европа чемпионатының бронза миҙалы (2004);

Донъя чемпионатының бронза миҙалы (2009),

Европа чемпионы (2004),

көмөш (2007; 2009; 2010),

Европа чемпионатының бронза миҙалы (2011);

Рәсәй чемпионы (2003, 2004; 2009; 2010; 2011; 2012),

көмөш (2002),

Рәсәй чемпионатының бронза миҙалы (2005; 2006; 2007; 2008; 2009) ,

Рәсәй кубогын яулаусы (2004; 2011),

Рәсәй кубогының көмөш миҙалы (2008; 2010);

Донъя кубогы этаптарының көмөш миҙалы (Шанхай; Ҡаһир; Гавана — бөтә лә 2004; Санкт-Петербургта — 2009), еңеүсеһе (2010);

Ир-егеттәр араһында еңеүсе Гран-при (2010, Франция).

Рәсәй үҫмерҙәр (2000 йылдан), милли (2003 йылдан) йыйылма командаһы ағзаһы.

28-се Олимпиада уйындарының бронза миҙалы (Афина, Греция, 2004),

Бөтә донъя йәйге Универсиаданың чемпионы (2007) һәм бронза миҙалы (2005).

Белем алыуы үҙгәртергә

Өфө ҡалаһының спорт йүнәлешендәге 5-се республика мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүсеһе. Өфө ҡалаһының 23-сө олимпия резервындағы махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (1993 йылдан) һәм Башҡортостан Республикаһының юғары спорт оҫталығы мәктәбе (Башҡортостан Республикаһының юғары спорт оҫталығы тәрбиәләү үҙәге дәүләт автономиялы учреждение; 2002 йылдан; тренерҙары — Р. И. Әйүпов, А. К. Ибраһимов, Ю. В. Лыков).

Башҡортостан физик культура институтын (2008), Башҡортостан Республикаһы Президенты янындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (2011) тамамлаған.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» II дәрәжә Орден миҙалы — Физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[2]
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (19 июль 2013 йыл) — 2013 йылда Ҡаҙан ҡалаһындағы XXVII Бөтә донъя йәйге универсиадала юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[3]
  • Салауат Юлаев ордены (2004),
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» айырмалы билдә (2012).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә