Ишбирҙин Хәлил Әнүәр улы
Ишбирҙин Хәлил Әнүәр улы (рус. Ишбирдин Халил Анварович; 13 ғинуар 1963 йыл) — бейеүсе, балетмейстер, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989).
Ишбирҙин Хәлил Әнүәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 ғинуар 1963 (61 йәш) |
Тыуған урыны | Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Әсәһе | Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы |
Һөнәр төрө | бейеүсе, балетмейстер |
Уҡыу йорто | Рәсәй театр сәнғәте университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәХәлил Әнүәр улы Ишбирҙин 1963 йылдың 13 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Рәшиҙә Туйсинаның улы. 1981—1983 йылдарҙа Һамар йыр һәм бейеү хәрби ансамблендә хеҙмәт итә.
1991 йылда ГИТИС-ты тамамлаЙ.
1980—1989 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы.
Стәрлетамаҡ Бейеү театрына нигеҙ һалыусы. 1991 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы Бейеү театрының художество етәксеһе, 2001—2007 йылдарҙа — балетмейстеры[1].
Коллектив Рәсәйҙә генә түгел, сит тарафтарҙа ла башҡорт бейеү сәнғәтенең данын күтәрә — Бельгия, Голландия, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһай. Башҡорт бейеүенән тыш, рус, татар, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, Кавказ һәм башҡа донъя халыҡтары бейеүҙәре коллективтың репертуарына үҙенсәлекле балҡыш индерә[2].
Ижады
үҙгәртергәИжадына бейеү сәнғәтенә тасуирлау сараларының байлығы, дәрт, сағыу темперамент һәм шыма бейеү техникаһы хас. «Бесәнселәр», «Бөркөткә һунар уйыны», «Бүләк», «Кейәү» һ.б. бейеүҙәрендә яңғыҙ партиялар башҡара. Бейеү хәрәкәттәренең үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ манераһы, үҙенә генә хас сағыу стиле менән айырылып тора. Бейеү постановкаларында башҡорт халҡының йолаларын, тарихын, сәнғәт традицияларын сағылдыра. «Ҡыҙ урлау» (Р. В. Моратшин һәм Й.Ә.Моратов муз.), «Инсебикә» (Моратов), «Арҡайым» (У. М.Иҙелбаев) хореографик спектаклдәрен һәм 40-тан ашыу бейеү ижад итә: «Анархия», «Аулаҡ», «Баш бүре», «Башҡортостан», «Бөрйән егеттәре», «Казактар», «Күбәләк», «Ҡара тауыҡ», «Любезники- любизар», «Өс бажа», «Порт-Артур», «Салауат» һ.б[1].
«Инсебикә», «Дала сыңы», «Аттар», «Урал бәйете», «Бүреләр», «Порт Артур», «Башҡортостан» хореографик композициялары үҙенең эстәлекле йөкмәткеһе, тарихи ваҡиғаларҙы сағылдырыуы менән халыҡ күңелен арбай, тетрәндерә. Сәхнәлә башҡорт халҡының легендалары ауаздаш булһа, «Бөрйән егеттәре», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Ирәндек бөркөттәре», «Күбәләк», «Кис ултырыу» бейеүҙәрендә халҡыбыҙҙың ысын булмышы, йәшәгән мөхите сағыла[2].
1989 йылда Кишинёвта үткән Бөтә Союз эстрада бейеүҙәре фестивале, 1993 йылда Һамар ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй халыҡ бейеүҙәрен яңғыҙ башҡарыусылар һәм балетмейстер-бейеү ҡуйыусылар конкурсы лауреаты. 2021 йылда «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсында иң яҡшы бейеү ҡуйыусы тип билдәләнә[3].
2022 йылдың 29 апрелдә, Халыҡ-ара бейеү көнөндә, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле НТВ телеканалында «Таланттар иле» шоуында ҡатнаша, ансамбль тамашасыларға Хәлил Ишбирҙин ҡуйған «Аманат» бейеүен күрһәтә[4].
НТВ каналында «Аманат» бейеүе
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Ишбирҙин Хәлил Әнүәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2023)
- /«Шоңҡар» Хәлил Ишбирҙин менән әңгәмә.