Бочков Валентин Алексеевич

Бочков Валентин Алексеевич (13 ғинуар 1946 йыл) — хеҙмәт ветераны. 1969—1987 йылдарҙа Күмертау авиация производство предприятиеһының партком секретары, директор һәм генераль директор урынбаҫары; 1987—1988 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Күмертау ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1988—1991 йылдарҙа КПСС-тың Күмертау ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты. Милләте — урыҫ[1]

Бочков Валентин Алексеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 13 ғинуар 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Воронеж өлкәһе, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Валентин Алексеевич Бочков 1946 йылдың 13 ғинуарында Воронеж өлкәһе Хреновое ауылында тыуған.

1977 йылда Свердловскиҙағы Юғары партия мәктәбен, 1984 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.[2]

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылда урман техникумын тамамлағандан һуң техник-урмансы булып башлай.

1965—1968 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, урман тәрбиәләү экспедицияһы технигы, мотоклуб инструктор-методисы, КПСС-тың Күмертау ҡала комитеты инструкторы була.

1969—1987 йылдарҙа Күмертау авиация производство предприятиеһында эшләй: партком секретары, директорҙың кадрҙар буйынса урынбаҫары, генераль директорҙың матди-финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

1987—1988 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Күмертау ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1988—1991 йылдарҙа — КПСС-тың Күмертау ҡала комитетының беренсе секретары.

1991—2003 йылдарҙа — Күмертау ҡалаһы «Баштекс» ЯСЙ-һының генераль директоры.

Күмертау ҡалаһы 93-сө Матросов һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланған[3][4]

Ғаиләһе үҙгәртергә

Өйләнгән, ҡатыны менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  2. Бочков Валентин Алексеевич// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  3. 12 созыв (БАССР)
  4. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 30

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә