Ғәниев Әхәт Сәйет улы
Ғәниев Әхәт Сәйет улы (11 ғинуар 1927 йыл — 28 март 2011 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, ядро физикаһы белгесе. Техник фәндәр докторы (1978), профессор (1990). Ленин премияһы лауреаты (1964). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984).
Әхәт Сәйет улы Ғәниев | |||
Тыуған көнө | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||
Вафат көнө | |||
Вафат урыны |
Силәбе өлкәһе Снежинск ҡалаһы | ||
Ил | |||
Ғилми даирәһе |
ядро физикаһы | ||
Эшләгән урыны |
Ядро тикшеренеүҙәренең берләшкән институты | ||
Альма-матер |
В. Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты | ||
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр докторы (1978) | ||
Ғилми исеме | |||
Ниндәй өлкәлә танылған |
инженер-ядро физикаһы белгесе | ||
Награда һәм премиялары |
| ||
Биографияһы
үҙгәртергәӘхәт Сәйет улы Ғәниев Әхәт 1927 йылдың 11 ғинуарында Башҡортостан АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы) Исламбаҡты ауылында тыуған. Н. С. Ғәниевтең һәм М. С. Ғәниеваның ағаһы.
1950 йылда Харьков дәүләт университетын тамамлай.
1950 йылдан Дубна ябыҡ ҡалаһында Ядро проблемалары институтында инженер-конструктор булып эшләй.
1955 йылда Челябинск-70 (Снежинск) ябыҡ ҡалаһына Рәсәй федераль ядро үҙәгендә — Бөтә Рәсәй техник физика ғилми-тикшеренеү институтына эшкә ебәрелә һәм бында 2002 йылға тиклем эшләй:
- 1955 йылдан — өлкән инженер, төркөм етәксеһе, бүлек начальнигы,
- 1973 йылдан — Эксперименталь физика секторы начальнигының урынбаҫары,
- 1985 йылдан — Эксперименталь физика секторы начальнигы,
- 1985—2002 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр[1].
Фәнни эшмәкәрлеге ядро шартлауы ваҡытында ядро физикаһы һәм юғары температуралы процестарҙы теркәп барыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәр, шартлаулы дейтерий энергетикаһы проблемалары менән бәйле[2].
1964—1966 йылдарҙа Челябинск-70 ҡалаһының Эшселәр депутаттары ҡала Советы депутаты була.
2002 йылдан хаҡлы ялда. 2011 йылдың 28 мартында Снежинск ҡалаһында вафат була.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән:
- Взрывная дейтериевая энергетика. — Снежинск, 2004. (авторҙаш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин премияһы (1964)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1984)
- Снежинск ҡалаһының почётлы гражданины (1997 — «хеҙмәт эшмәкәрлегендә күренекле ҡаҙаныштары, ҡаланың етештереү һәм социаль өлкәләре үҫешенә һәм нығыныуына ҙур өлөш индергән өсөн»[3])
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Энциклопедия: Атомные города Урала. Город Снежинск / Под общ.ред: академика РАН В. В. Алексеева и Г. Н. Рыкованова. — Екатеринбург: ИИА УрО РАН, ВНИИТФ; «Банк культурной информации», 2009. — С. 237. — 358 с. — ISBN 978-5-7851-0716-8.
- ↑ Гәрәев В. Г. Ғәниев Әхәт Сәйет улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Почётные граждане Снежинска
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Земля Ермекеевская… — Уфа, 1999.
- Энциклопедия: Атомные города Урала. Город Снежинск / Под общ.ред: академика РАН В. В. Алексеева и Г. Н. Рыкованова. — Екатеринбург: ИИА УрО РАН, ВНИИТФ; «Банк культурной информации», 2009. — С. 237. — 358 с. — ISBN 978-5-7851-0716-8.
- На орбитах памяти: Об основателях и созидателях уральского ядерного центра / Сост: Никитин В. И., Казаченкова Г. В.. — Снежинск: ВНИИТФ, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-902278-35-1.
- Российский ядерный центр: ВНИИТФ / Под ред.: Железнов М. Е. — Снежинск: ВНИИТФ, 2015. — 480 с. — ISBN 978-5-902278-71-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғәниев Әхәт Сәйет улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2022)