Йәғәфәров Мәғәсүм Мотаһар улы
Йәғәфәров Мәғәсүм Мотаһар улы (рус. Ягафаров Магасум Мутагарович, 7 июнь 1939 йыл) — партия органдары һәм ауыл хужалығы ветераны, ғалим, доцент. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте - башҡорт [1]. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Ауырғазы һәм Бүздәк райондарының почётлы гражданы.
Йәғәфәров Мәғәсүм Мотаһар улы | |
Тыуған көнө | 7 июнь 1939 (85 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Үрге Ләкәнде, Нуғаҙаҡ ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәЙәғәфәров Мәғәсүм Мотаһар улы 1939 йылдың 7 июнендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Үрге Ләкәнде ауылында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда техник училищены тамамлағас, Күмертау ҡалаһының брикетлау фабрикаһы моторисы булып башлай.
1958—1961 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1966 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1979 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.
Институтты тамамлағандан һуң Бүздәк һәм Ауырғазы райондарында өлкән инженер, баш инженер, «Сельхозтехника» район берекмәһе идарасыһы булып эшләй.
1979—1981 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы.
1981—1990 йылдарҙа КПСС-тың Бүздәк район комитетының беренсе секретарь.
1990 йылдан халыҡ депутаттарының Бүздәк район Советы рәйесе.
1991 йылдан Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһы Крәҫтиән, фермер хужалыҡтары һәм уларҙың кооперативтары ассоциацияһы президенты.
1990 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советының һуңғы, тарихи 12-се саҡырылышына Бүздәк районы 186-сы Күҙәй һайлау округы буйынса халыҡ депутаты итеп һайлана. Юғары Советтың Экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса комиссияһы ағзаһы була [2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
- СССР миҙалдары
Ғаиләһе
үҙгәртергәҒаиләһендә 1 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 27
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.
- Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Администрация Аургазинского района. Официальный сайт. Почётные граждане. Ягафаров Магасум Мутагарович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 июнь 2021)
- Энциклопедия «ИЗВЕСТНЫЕ УЧЕНЫЕ». Ягафаров Магасум Мутагарович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 июнь 2021)