Рәхмәт (ауыл)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районындағы ауыл

Рәхмәт (рус. Рахметово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 341 кеше[1]. Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813007.

Рәхмәт
Рәхмәт
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Байым ауыл советы һәм Әбйәлил районы
Почта индексы 453611
Карта


Халыҡ һаны үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
353367341
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (99 %)[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 341 174 167 51,0 49,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 79 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Байым): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ташбулат): 12 км

Урамдары үҙгәртергә

  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружбы (улица)}})
  • Зәки Хәсәнов урамы (рус.  Заки Хасанова (улица)}})
  • Ҡыҙыл Маяҡ урамы (рус.  Красного Маяка (улица)}})
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)}})
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица)}})
  • Еңеү урамы (рус.  Победы (улица)}})
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)}})
  • Сибай кантон урамы (рус.  Сибая Кантона (улица)}})
  • Старщина Ғүмәров урамы (рус.  Старшины Гумерова (улица)}})
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)}})[4]

Тарихы үҙгәртергә

Рәхмәт ауылы Һары йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән. XVIII быуат аҙағында 104 кеше йәшәгән 12 ихатанан ғына тора. 1812 йылда Ҡобағош (Учалы районы) ауылына 15 ғаилә күсерелә. X ревизияла 240 кеше һәм 41 йорт күрһәтелгән. 1920 йылда 75 йорт хужалығында 368 кеше йәшәгән.

Беренсе күскенсе тураһында ышаныслы мәғлүмәттәр юҡ. Әммә ауылға Тамьян мәхәлләһе старшинаһы Рәхмәтулла Мәҡсүтов нигеҙ һалған тип фаразларға була. Уның составында үҙ ваҡытында күбәләк һәм Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ерҙәре булған. 1755 йылда аҫабалар заводчик П. И. Шуваловҡа Әүжән һәм Ағиҙел йылғалары буйлап аҫаба ерҙәрен бирәләр (Ағиҙел башында күбәләктәрҙең аҫаба ерҙәре урынлашҡан була). 1816 йылдағы VII ревизия материалдарына ярашлы, ауылға нигеҙ һалыусының улдары билдәле: 1772 йыл йылғы Ейәнбирҙе, 1786 йылғы марш есаулы Ильяс, 1790 йылда тыуған Исхаҡ. Наполеонға ҡаршы һуғышта 20 йәшлек Әбйәлил Әбелсәләмов һәм 23 йәшлек Аҙнабай Ҡояшев һәләк булалар. 1814 йылдың 19 мартында Парижды алыуҙа ҡатнашыусы Якшымбәт Ибраһимов ике көмөш миҙал менән бүләкләнә.

Кантон менән идара итеүҙең һуңғы этабында 1858—1864 йылдарҙа Рәхмәттә 6-сы башҡорт кантонының штаб-фатиры була. Ошо ваҡытҡа тиклем был функцияны Сермән ауылы башҡарған. 1864 йылдың ғинуарында бында урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла, унда башҡорт балаларына рус грамоталылығы — тел һәм уҡыу, яҙыу, арифметика, грамматика уҡытыла. Педагог итеп дворян Ростислав Герасимов тәғәйенләнә. Мосолман хоҡуҡиәтен һәм грамоталылығына указлы мулла өйрәтә.

Рәхмәт — 1858 йылдан Сибай ауылында (Атайсал) тыуған Шаһиәхмәт Утарбай улы Сибаев булған кантон начальнигы резиденцияһы. Был ауылда «Ғүмәров» тигән тарихи йыр барлыҡҡа килгән. Ғәлиәкбәр Ғүмәров — 1864 йылда берләштерелгән Күбәләк-Тиләү улусы старшинаһы. Ул иртә вафат була, халыҡ хәтерендә ғәҙел начальник булып ҡала. Башҡорттарҙың хәрби синыфта булыуы, күп һанлы походтарҙа һәм Рәсәй һуғыштарында ҡатнашыуы, империяның көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлау буйынса һыҙыҡлы хеҙмәте ярым күсмә халыҡтың иҡтисадын ҡаҡшата: 190 кеше йәшәгән 30 йортҡа ни бары 98 ат, 73 һыйыр, 26 һарыҡ тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡорттар Көрәмәште, Оло йылға, Оло йылға, Арҡыры, Оҙон йылғалары бассейндарына йәйләүгә сығыуҙарын дауам итә.

Малсылыҡ бөлгөнлөккә төшкән, халыҡ игенселек менән шөғөлләнергә мәжбүр булған. 1843 йылда улар 360 бот ужым һәм 3064 бот яҙғы иген сәсә. Халыҡ араһында игенселәр Ғүмәр Көмөшбаев («Ғүмәров» йыры геройының атаһы), Алтынбай Иҫәнғәлин (200 бот яҙғы иген сәскән) айырылып торған[5].

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Ауыл ваҡытлы матбуғатта үҙгәртергә

  • Ксения Калинина. Радий Хәбиров Рәхмәт ауылы мәктәбенә газ үткәрергә күрһәтмә бирҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 27 октябрь[7].
  • Күгатыбыҙ һуғыштан әйләнеп ҡайтты...[8].

Видеояҙмалар үҙгәртергә


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  4. Улицы
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 42. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Мәғәфүров Ҡадир Барый улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2019)
  7. Радий Хабиров распорядился провести газ в школе деревни Рахметово. ИА «Башинформ»,27 октября 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2019)
  8. Күгатыбыҙ һуғыштан әйләнеп ҡайтты...

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә