Төп менюны асырға

Таянович Вениамин Игоревич (6 апрель 1967 йыл) — совет спортсыһы, йөҙөүсе. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1992). СССР-ҙың йөҙөү буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1987).

Таянович Вениамин Игоревич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 6 апрель 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө йөҙөүсе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный мастер спорта СССР
Уҡыу йорто Урал дәүләт физик культура университеты[d]
Ауырлығы 89 Килограмм
Спорт төрө Йөҙөү
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1992[d], Swimming at the 1992 Summer Olympics – Men's 4 × 100 metre freestyle relay[d] һәм Swimming at the 1992 Summer Olympics – Men's 4 × 200 metre freestyle relay[d]
Буйы 194 сантиметр

БиографияһыҮҙгәртергә

Вениамин Игоревич Таянович 1967 йылдың 6 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуа. 2006 йылда Силәбе ҡалаһында Урал физик культура институтын тамамлай.

Өфө ҡалаһындағы «Буревестник» ирекле спорт йәмғиәтенә (ДСО) ҡараған Үҫмер балалар спорт мәктәбенең тәрбиәләнеүсеһе. 19851992 йылдарҙа армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Һамар; тренеры Г. Г. Турецкий).

Спорт ҡаҙаныштарыҮҙгәртергә

  • Донъя һәм Барселонағы Йәйге Олимпия уйындарының чемпионы (1992 — 4×200 м эстафетала)
  • Европа чемпионы (1991 — 4×100 м һәм 4×200 м эстафетала)
  • СССР чемпионы (1985 — 4×200 м эстафетала, 1989-90 — 200 метрға йөҙөүҙә)
  • БДБ (СНГ) чемпионы (1992 — 4×200 м эстафетала)
  • СССР халыҡтары Спартакиадаһында 100 һәм 200 м-ға йөҙөүҙә чемпион һәм көмөш призер (1991)
  • Донъя чемпионатының (1991) 4×100 һәм 4×200 м эстафеталарында көмөш призер.
  • Изге ихтыяр уйындарының (Игры доброй воли) (1986 йыл — 4×200 м эстафетала һәм 1990 йыл — 4×100 м һәм 4×200 м эстафеталарында) көмөш призер.
  • Таллинда үткәрелгән Халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе, СССР-АҠШ матчтарында 200 м-ға йөҙөү буйынса көмөш призер (1989)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә