Арыҫланов Илдар Ринас улы

Арыҫланов Илдар Ринас улы (6 апрель 1994 йыл) — Рәсәйҙең шоссела велосипедта ярышыусыһы, 2011 йылдан континенталь тур ярыштарында ҡатнаша. «Итера-Катюша» һәм «Русвело» кеүек командалар составында Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа күп тапҡыр призер һәм еңеүсе. Төмән өлкәһе өсөн сығыш яһай. Спорт мастеры.

Арыҫланов Илдар Ринас улы
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 6 апрель 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (28 йәш)
Тыуған урыны Ағиҙел, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө велогонщик
Ҡыҫҡаса атамаһы Ильдар Арсланов
Спорт командаһы ағзаһы Itera-Katusha[d] һәм Gazprom-RusVelo[d]
Ауырлығы 65 килограмм
Спорт төрө велосипедный спорт[d]
Ҡатнашыусы Европейский тур UCI 2019[d], Европейский тур UCI 2018[d], Европейский тур UCI 2017[d], Европейский тур UCI 2016[d], Европейский тур UCI 2015[d], Европейский тур UCI 2014[d], Европейский тур UCI 2013[d], Азиатский тур UCI 2016[d], Мировой рейтинг UCI 2019[d], Мировой рейтинг UCI 2018[d], Мировой рейтинг UCI 2017[d] һәм Мировой рейтинг UCI 2016[d]
Бейеклеге/буйы 177 сантиметр

БиографияһыҮҙгәртергә

Илдар Ринас улы Арыҫланов 1994 йылдың 6 апрелендә Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел ҡалаһында тыуған. Бала саҡтан уҡ велоспорт менән әүҙем шөғөлләнә башлай, урындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә һәм Төмән спорт әҙерлеге үҙәгендә әҙерлек үтә. Төрлө ваҡытта А. С. Алексеев, М. В. Силин, И. С. Казанцев кеүек белгестәр етәкселегендә шөғөлләнә.

2011 йылда шоссела велоспортта тәүге етди уңыштарға өлгәшә, төркөмлө дисциплина уҙыштарында үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионы була һәм Италияла күп көнлөк «Джиро ди Базиликата» уҙышында ҡатнаша, унда өс тапҡыр призерҙар иҫәбенә эләгә һәм йомғаҡлау генераль классификациялауҙа беренсе юлда була.

Йыл үткәс бер юлы ике дисциплинала бөтә Рәсәй үҫмерҙәр беренселеген яулай: айырым старт менән индивидуаль уҙышта һәм төркөм уҙыштарында. Бынан тыш, Бельгияла абруйлы «Льеж — Ля Глез» күп көнлөк велоуҙышта еңеү яулай, Швейцарияла "Гран-при Рублиленд"та икенсе этапта көмөш ала, "Донъя велоуҙышы"ның үҫмерҙәр версияһында генераль классификацияла өсөнсө этапта өсөнсө урын яулай, Хорватияла "Истрия туры"нда туғыҙынсы һөҙөмтә күрһәтә, "Джиро ди Базиликата"ла былтырғы уңышты ҡабатларға тырыша, тик был юлы, словен Матей Мохоричты алға үткәреп, икенсе була[1][2].

2013 йылда «Гран-при Адыгеи» күп көнлөк ярышта Арыҫланов бишенсе урынды биләй, шунан һуң Рәсәйҙең «Итера-Катюша» континенталь тур командаһына ҡушыла. "Джиро Вале д’Аоста"ның дүртенсе этабы еңеүсеһе, «Ронд де л’Изард» старт этабында бишенсе булып финишкә килә. 2015 йыл миҙгелендә «Русвело» профессиональ клуб менән контрактҡа ҡул ҡуя[3][4][5].

СығыштарыҮҙгәртергә

2011
1-се Рәсәй чемпионаты үҫмерҙәр араһында төркөм ярышында
1-се Giro di Basilicata
2012
1-се Рәсәй чемпионаты үҫмерҙәр араһында төркөм ярышында
1-се Рәсәй чемпионаты үҫмерҙәр араһында шәхси ярышта
1-се Aubel-Thimister-La Gleize
2-се Grand Prix Rüebliland
3-сө Giro di Basilicata
3-сө Донъя велоуҙышы үҫмерҙәр араһында
2013
5-се Гран-при Адыгеи
2014
1-се Этап 4(ТТТ) Tour de la Vallée d’Aoste
2015
7-се GP Capodarco
9-сы Trofeo Banca Popolare di Vicenza
2016
5-се Әзербайжан туры
1-се   Йәштәр квассификацияһы
2017
5-се Турция туры 2017

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Ильдар Арсланов выиграл бельгийскую многодневку «Льеж — Ля Глез». Федерация велосипедного спорта России (2012-08-08). 10 ноябрь 2014 тикшерелгән. 2014 йылдың 17 декабрь көнөндә архивланған.
  2. Член сборной России по велосипедному спорту Ильдар Арсланов занял второе место в горной классификации по итогам многодневной гонки «Тур Истрии». Пять колец над российским Стадионом (2012-04-25). 10 ноябрь 2014 тикшерелгән.
  3. Валле д'Аоста. Ильдар Арсланов одерживает победу в «разделке». велокоманда Катюша (2014-07-20). 10 ноябрь 2014 тикшерелгән. 2014 йылдың 10 ноябрь көнөндә архивланған.
  4. Ильдар Арсланов выиграл «разделку» на финальном этапе «Джиро Валле д’Аоста». Федерация велосипедного спорта России (2014-07-21). 10 ноябрь 2014 тикшерелгән. 2014 йылдың 17 декабрь көнөндә архивланған.
  5. Ильдар Арсланов и Мамыр Сташ — новобранцы «РусВело». velolive.com (2014-10-16). 10 ноябрь 2014 тикшерелгән.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә