30 декабрь
көнө
(30 декабря битенән йүнәлтелде)
30 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 364-се көнө (кәбисә йылында 365-се). Йыл тамамланыуға 1 көн ҡала.
30 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
30 декабрь Викимилектә |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Аш содаһы көнө.
- Бекон көнө.
- Мадагаскар: Республика көнө.
- СССР: Совет Социалистик Республикалар Союзы — СССР ойошторолған көн.
- 1922: СССР ойошторола.
- 1927: СССР-ҙа донъяла беренсе булып синтетик каучук эшләнә.
- 1927: Токиола Япониялағы тәүге метроның беренсе линияһы асыла.
- 1941: Дәүләкән ҡалаһында аяҡ кейеме фабрикаһы эш башлай.
- 1956: Өфөләге 2-се тимер-бетон заводы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1980: Хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Археология һәм этнография музейы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ханов Сыңғыҙ Һаҙый улы (1915—1941), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1937—1940 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең сектор мөдире. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Һаҙыева Салиха Йосопйән ҡыҙы (1925), хеҙмәт ветераны, китапханасы. 1944 йылдан Йомағужа район социаль тәьминәт бүлеге мөдире, 1946 йылдан ВЛКСМ-дың Йомағужа райкомы секретары, бүлек мөдире. 1952—1984 йылдарҙа Мәсетле район китапханаһы директоры, 1978 йылдан — үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Сығышы менән Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Деткин Павел Иванович (1886—08.1943), революция хәрәкәте эшмәкәре, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918—1922 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла. 1920 йылдың февраленән АСБР-ҙың Эске һаҡ ғәскәрҙәре резервы начальнигы, командующий ярҙамсыһы, октябрь—декабрҙә Өфө губернаһы ғәскәрҙәре командующийы һәм Өфө гарнизоны начальнигы. 1922—1922 йылдарҙа ВЧК-ла хеҙмәттә, артабан — хужалыҡ эшендә.
- Әбдиев Сәлимйән Билал улы (1916—16.12.2011), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт һәм 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Ғәлиәхмәтов Әхмәтзыя Ғәлиәхмәт улы (1921—30.10.2009), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец; 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы яугиры, кесе лейтенант. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Павлов Михаил Леонардович (1956), ғалим-химик-технолог. 1992 йылдан Ишембай махсуслаштырылған катализаторҙар химия заводы директорының фән, сифат һәм маркетинг буйынса урынбаҫары. 1999 йылдан «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2008 йылдан — фәнни техник үҙәк директоры урынбаҫары, 2010 йылдан — «Салауатнефтеоргсинтез фәнни техник үҙәге» йәмғиәтенең бүлек етәксеһе. Химия фәндәре докторы (2003), профессор (2010). Сығышы менән Грозный ҡалаһынан.
- Шамаева Ираида Дмитриевна (1956), педагогик хеҙмәт ветераны. 1979 йылдан Өфө ҡалаһындағы 50-се урта мәктәптең, 1995—2015 йылдарҙа 42-се лицейҙың математика уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Прокин Василий Александрович (1922—29.09.2019), ғалим-тау инженеры-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан «Уралцветметразведка» тресы Баймаҡ геология-разведка партияһының өлкән геологы, баш инженеры; 1957—1962 йылдарҙа Башҡортостан территориаль геология идаралығының тематик партия начальнигы, 1968—1975 йылдарҙа — баш геологы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән (1999), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975). Рәсәй Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004). Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры.
- Бураҡаев Диҡҡәт Насретдин улы (1932—1981), ғалим-геолог, журналист, балалар яҙыусыһы. 1957—1981 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Геология институты ғилми хеҙмәткәре. 1970 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979).
- Гусев Владимир Георгиевич (1942—22.7.2017), ғалим-инженер-электромеханик. 1965 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—2008 йылдарҙа мәғлүмәт-үлсәү техникаһы кафедраһы мөдире; 2001—2012 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1983). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Вәхитов Роберт Миңлислам улы (1952), ғалим-физик. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдан теоретик физика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (2001), профессор (2003). РСФСР-ҙың почётлы юғари һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кречетов Анатолий Вениаминович (1962), педагог, спортсы-тренер. 2008 йылдан Өфөнөң 17-се спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Пеганов Николай Леонидович (1948—30.06.2006), рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы, доцент (1997). 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Новокщенов Василий Сергеевич (1899—21.12.1975), инженер. 1943—1951 һәм 1955—1964 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженер урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сталин премияһы лауреаты (1949). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944). Сығышы менән хәҙерге Волгоград ҡалаһынан.
- Рәимов Риф Мөҡсин улы (1904—15.02.1953), ғалим-тарихсы, партия эшмәкәре. 1937—1941 һәм 1945—1953 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Тарих институты (Мәскәү) өлкән ғилми хеҙмәткәре, башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүсе. 1942—1943 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты доценты, 1943—1944 йылдарҙа ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретаре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1950).
- Фәнил Әсәнов (1929—31.01.1995), яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. 1970—1983 йылдарҙа СССР Тыныслыҡты яҡлау комитеты Башҡортостан республика бүлексәһенең яуаплы секретары. 1958 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1966 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1673: Әхмәд III, Ғосман империяһының 23-сө солтаны.
- 1865: Редьярд Киплинг, Англия яҙыусыһы, новеллалар оҫтаһы.
- 1879: Рамана Махарши, Һиндостан дин әһеле, философ.
- 1904: Дмитрий Кабалевский, СССР композиторы, дирижёр, педагог,
- 1975: Тайгер Вудс, АҠШ-тың гольф уйынсыһы.
- 1984: Леброн Джеймс, АҠШ баскетболсыһы.
- 1944: Ромен Роллан, Франция яҙыусыһы.
- 1968: Кирилл Мерецков, Советтар Союзы Маршалы.
- 2006: Сәддам Хөсәйен, 1979—2003 йылдарҙа Ираҡ президенты.