Павлов Михаил Леонардович

ғалим-технолог, химия фәндәре докторы

Павлов Михаил Леонардович (30 декабрь 1956 йыл) — ғалим-химик-технолог. 1992 йылдан Ишембай махсуслаштырылған катализаторҙар химия заводы директорының фән, сифат һәм маркетинг буйынса урынбаҫары. 1999 йылдан «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2008 йылдан — фәнни техник үҙәк директоры урынбаҫары, 2010 йылдан — «Салауатнефтеоргсинтез фәнни техник үҙәге» йәмғиәтенең бүлек етәксеһе. Химия фәндәре докторы (2003), профессор (2010).

Павлов Михаил Леонардович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 декабрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Грозный, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-технолог, химик
Эшмәкәрлек төрө Цеолиты[d] һәм катализатор[d]
Эш урыны Газпром Нефтехим Салауат
Уҡыу йорто Грозный дәүләт нефть техник университеты
Ғилми исеме химия фәндәре докторы[d]
Ғилми дәрәжә профессор[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаил Леонардович Павлов 1956 йылдың 30 декабрендә Грозный ҡалаһында тыуған. 1979 йылда М. Д. Миллионщиков исемендәге Грозный нефть институтын (хәҙер Грозный дәүләт нефть техник университеты) «Нефть һәм газ эшкәртеүҙең химик технологияһы» һөнәре буйынса тамамлай һәм инженер-химик-технолог квалификацияһын ала. Михаил Леонардовичтың фәнни эшмәкәрлеге Грозный нефть ғилми-тикшеренеү институтында башлана: инженер, аспирант, һуңынан төп ғилми хеҙмәткәр, детергентов — синтетик йыуыу саралары цеогендары өсөн цеолитлы компоненттар етештереү менән етәкселек итә. Павловтың тәүге асыштары Советтар Союзының дүрт катализатор фабрикаһына индерелә[1].

1992 йылдан Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводында фән, сифат һәм маркетинг буйынса директор урынбаҫары. 1999 йылдан «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә: 2008 йылдан — фәнни-техник үҙәктең директор урынбаҫары, 2010 йылдан — «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең фәнни бүлек етәксеһе. Нефтехимия өсөн цеолитлы катализаторҙар алыу технологияларын эшләү менән шөғөлләнә.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни производство эшмәкәрлеге түбән, юғары модулле цеолиттар һәм улар нигеҙендә катализаторҙар, адсорбенттар синтезлау мәсьәләләренә, этилбензол, стирол, алкилбензин алыу процестарын камиллаштырыуға арналған. Павлов етәкселегендә цеолит ион алмаштырыусы лар (синтетик йыуыу саралары алыу өсөн), адсорбенттар, цеолит ингән крекинг катализаторҙарын һәм нефтехимик процестарҙы синтезлау ысулдары эшләнә һәм етештереүгә индерелә. 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. 4 монография, 89 патент һәм авторлыҡ танытмаһына эйә. 250-нән артыҡ уйлап табыуға танытмаһы бар. Ғалим етәкселегендә 8 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Шулай уҡ «Газпром нефтехим Салауат», Салауат Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалы һәм Франция нефть институты менән берлектә техника һәм технологиялар программалары буйынса магистр дәрәжәһенә 16 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Наука в лицах / Павлов Михаил Леонардович 2021 йыл 30 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 декабрь 2021)

Һылтанмалар

үҙгәртергә