Деткин Павел Иванович

Деткин Павел Иванович (30 декабрь 1886 йыл — август 1943 йыл) — матрос-большевик, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918 йылдың 5 сентябренән Урал дивизияһының (1919 йылдан алып — 21-се уҡсылар дивизияһы) төп өлөшөн тәшкил иткән Бөрө уҡсылар бригадаһы командиры. 1920 йылдың көҙөнән — Өфө гарнизоны начальнигы.

Деткин Павел Иванович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 30 декабрь 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө август 1943 (56 йәш)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Павел Иванович Деткин 1886 йылдың 30 декабрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ореховая Гора ауылында (хәҙер Пермь крайы Чернушка районы) ярлы крәҫтәин ғаиләһендә тыуған.

Ауыл мәктәбәнең тик бер класын ғына тамамлай, 11 йәштән муҡсаһы менән һуҡыр Николаны етәкләп йөрөтөүсе була, һуңынан батраклыҡта йөрөй, Красноуфимск өйәҙе һәм Златоуст заводтарына аҡса эшләргә йөрөй.

1908 йылдан Балтика флотында матрос булып хеҙмәт итә.

1911 йылда Кронштадтта Балтика флотының уҡыу отрядында электротехник мәктәбен тамамлай, Гельсинфорста 2-се мина дивизионында хеҙмәт итә, 2-се статьялы унтер-офицер.

1913 йылдан Финляндияла Свеаборг портының мина оҫтаханаларында электротехник булып эшләй.

Флотта хеҙмәт иткән ваҡытында сәйәси әҙәбиәт менән таныша, йәшерен түңәрәктәр ағзаһы була, Ореховая Гора ауылына туғаны Деткин Анисимға сәйәси китаптар ебәрә.

Революция һәм Граждандар һуғышы

үҙгәртергә

Февраль революцияһын Гельсингфорста ҡаршылай, 1917 йылдың майында РСДРП(б) ағзалығына инә, Үҙәк Балтиканың ағзаһы булған тигән раҫлауҙар осрай.

1918 йылдың ғинуар—апрель айҙарында Финляндия эштәре буйынса юҡҡа сығарыу комиссияһы комиссары.

1918 йылдың апрель аҙағында Петроград бюроһы РКП(Б) Үҙәк Комитетының Секретары Стасова Еленаның ҡултамғаһы ҡуйылған мандат менән Уралға ебәрелә, һәм 1918 йылдың май айында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙендәге тыуған ауылы Ореховая Гораға килә.

1918 йылдың июнендә РКП (б)-ның Бөрө өйәҙ комитеты ҡушыуы буйынса Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе һәм Пермь губернаһының Осин өйәҙенән 900 кешенән торған ярлы крәҫтиәндәр һәм элекке һалдат-фронтовиктарҙан отрядтар ойоштора. Июль аҙағында отрядтар ике полк составында Бөрө уҡсылар бригадаһы итеп ойошторола.

1918 йылдың 18 авгусынан бригада Сарапулдан 50 километр алыҫлыҡта һуғыштар алып бара, Ҡарман разъезында ижев баш күтәреүселәренә ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтә, унда күп көн өҫтөнлөк иткән дошмандың атакаларын кире ҡаға. Бер үк ваҡытта Деткин Икенсе армияның һул флангы хәрби участкаһының начальнигы итеп тәғәйенләнә.

1918 йылдың сентябрь— 1919 йылдың февраль айҙарында — бригада командиры һәм бер үк ваҡытта 5-се Урал уҡсылар дивизияһының штаб начальнигы урынбаҫары, (1919 йылдың мартынан — 21-се уҡсылар дивизияһы). Екатеринбург һәм Силәбе операцияларында ҡатнаша.

1919 йылдың майынан — Көнсығыш фронттың пехота инспекцияһы комиссары, 1919 йылдың сентябренән — фронт штабы эргәһендә 1-се запастағы полк командиры .

1920 йылдың октябрь — февраль айҙарында резерв начальнигы, Башҡорт АССР-ының эске һаҡ ғәскәрҙәре командующийы ярҙамсыһы.

1920 йылдың октябрь—декабрь айҙарында — Өфө губернаһы ғәскәрҙәре командующийы һәм Өфө гарнизоны начальнигы.

1921 йылдан Төркөстанда хәрби эштәрҙә була, аҙаҡ аҫыл таштарҙы һаҡлау буйынса федераль ҡаҙна учреждениеһы (Гохран) командаһында етәкселек итә.

Һуғыштан һуң

үҙгәртергә

1922 йылда демобилизациялана, ВЧК-ла эшләй.

1929 йылда Мәскәү сауҙа академияһын тамамлай, Мәскәүҙә хужалыҡ эшендә эшләй.

1941 йылдан — Сталинск ҡалаһында (Новокузнецк) заводтың партбюро секретары.

1943 йылдың авгусында Сталинскиҙа вафат була.

Хәтирәләр

үҙгәртергә

Партизан хәрәкәте тарихы буйынса әҫәрҙәр авторы:

  • Очерк партизанского движения в Чернушинском и прилегающих к нему районах Предуралья, Уральской области. 1917—1932 гг. — Чернушка: Чернушенский районный комитет ВКП(б), 1932 — 76 с.
  • П. И Деткин хөрмәтенә Ореховая Гора ауылында колхоз аталған — Деткин исемендәге колхоз.
  • 1974 йылда Ореховая Гора ауылында Граждандар һуғышы геройы, бригада командиры П. И. Деткинға бюст ҡуйыла .
  • Тауш ауылында башланғыс мәктәптең иҫке бинаһына Граждандар һуғышы йылдарында ойошторолған П. И. Деткин партизан бригадаһы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Чернушенка тыуған яҡты өйрәнеү музейында бригада командирының шәхси әйберҙәре һаҡлана: исемле портсигары, документтары, фотолары, уның хәтирәләре.
  • П. И. Деткин хөрмәтенә урындағы шағир һәм журналист Латышев Евграф йыр яҙа, ә муҙыканы уға композитор Леонид Мель ижад итә.
  • Н. Чикуров — Комбриг П. Деткин — Пермь: Книжное издательство, 1971 — 48 с.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Юбилей Павла Николаевича Деткина // Чернушинский краеведческий музей, 30 декабря 2016
  • Куликов К. И. — Деткин Павел Иванович // Удмуртская Республика: Энциклопедия — Ижевск, 2000 — стр. 302
  • Куликов К. И. — В боях за Советскую Удмуртию. Ижевск, 1982
  • Революция защищается. — Свердловск: Средне-Уральское книжное издательство, 1989. — 256 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә