Прокин Василий Александрович

Прокин Василий Александрович (30 декабрь 1922 йыл — 29 сентябрь 2019 йыл) — ғалим-тау инженеры-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән (1999), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975).

Прокин Василий Александрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 30 декабрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Вафат булған көнө 29 сентябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (96 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Урал дәүләт тау университеты
Уҡыу йорто Урал дәүләт тау университеты
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Василий Александрович Прокин 1922 йылдың 30 декабрендә Екатеринбург губернаһының Шата ауылында тыуа. Свердловск тау институтын тамалағандан һуң (1951) өлкән геолог, «Уралцветметразведка» тресының Баймаҡ геология-разведка партияһының баш инженеры; 1957—1962 йылдарҙа тематик партия начальнигы, 1968—1975 йылдарҙа Башҡортостан территориаль геология идаралығында баш геолог, 1962 йылдан — Геология институтында металдар бүлеге мөдире, 1975 йылдан — РСФСР Геология министрлығының минераль ресурстар идаралығы начальнигы урынбаҫары (Мәскәү), 1977 йылдан — Свердловск тау институтында файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығы геологияһы кафедраһы мөдире; 1986 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһендә Геология һәм геохимия институтының (Екатеринбург): мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһы мөдире, 1990—2003 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

Фәнни-производство эшмәкәрлеге геологияны, Урал металлогенияһын өйрәнеү менән бәйле.

Маҡан, Подольск, Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын асыусы. Василий Александрович баҡыр мәғдәне, алтын һ. б. фараз һәм металлогеник карталар төҙөлгән. 200-ҙән ашыу фәнни эш авторы. РФ Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 3-сө дәрәжә Дан ордены (1944) менән наградланған.

Библиография

үҙгәртергә
  • Закономерности размещения колчеданных месторождений на Южном Урале. М., 1977.
  • Медноколчеданные месторождения Урала; в 3-х т. Свердловск, 1985—1992 (с соавторами).

Һылтанмалар

үҙгәртергә