Ғәлиәхмәтов Әхмәтзыя Ғәлиәхмәт улы
Ғәлиәхмәтов Әхмәтзыя Ғәлиәхмәт улы (30 декабрь 1921 йыл — 30 октябрь 2009 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец; 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, кесе лейтенант. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
Ғәлиәхмәтов Әхмәтзыя Ғәлиәхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 30 декабрь 1921 |
Тыуған урыны | Ҡашҡа, Асҡын районы, СССР |
Вафат булған көнө | 30 октябрь 2009 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡашҡа, Асҡын районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | бухгалтер |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм кесе лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергәӘхмәтзыя Ғәлиәхмәт улы Ғәлиәхмәтов 1921 йылдың 30 декабрендә Асҡын районының Ҡашҡа ауылында тыуа. 1941 йылдың 25 июнендә Бөйөк Ватан һуғышына алына. Башта ул Силәбе янындағы Саңғы десант батальонына эләгә. Кавалерия дивизияһы булдырылғас, хеҙмәтен унда дауам итә. 1942 йылдың мартында дивизия 275-се кавалерия полкы составында Таһир Күсимов һәм Сәғит Әлибаев етәкселегендә Липецк өлкәһе Елец ҡалаһы янында дошманға ҡаршы беренсе хәрби һынауға ебәрелә.
Әхмәтзыя һуғыш йылдарында өс тапҡыр яралана. Озерки хуторы янында ул дошмандың пулемет расчетын тар-мар итә, ҡаты яралана, ҡанға батҡан килеш станок пулеметынан дошманға ут асып, үҙ полкы яугирҙарына ярҙам итә.
Курск дуғаһы янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы тураһында атаһы Ғәлиәхмәт Низаметдин улы Сәғит Алибаевтан 1942 йылда хат ала. Ғаилә архивында һаҡланған хатта былай тип яҙыла:
Һеҙгә Бөйөк Ватан һуғышы яу ҡырынан депутатығыҙ С.Алибаев (ул йылдарҙа С.Әлибаев СССР Юғары Советы депутаты була) яҙа. Часта беҙҙең командованиела улығыҙ Зыя Ғәлиәхмәтов хеҙмәт итә. Ул үҙен дисциплиналы, көслө ихтыярлы, сәйәси яҡтан үҫешкән итеп күрһәтте, хәрби ҡорал менән оҫта эш итеүгә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эйә булды. Изге Ватанына булған тәрән мәхәббәте уның йөҙөнә сыҡҡан, ул фронтта ошо хистәрен айырыуса күрһәтте. Ғәлиәхмәт ағай, бында, әлбәттә, һеҙҙең өлөш тә ҙур. Армия өсөн шундай лайыҡлы ул үҫтереүегеҙ менән ғорурланығыҙ, ә беҙ Һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Улығыҙ оборона ҡоролмалары төҙөгәндә ҙур оҫталыҡ күрһәтте, дошмандың өс һалдатын юҡ итте һәм үҙе лә еңелсә яраланды. Уға беренсе санитар ярҙамы күрһәткәндән һуң, ауыртыуҙарына һәм арыуына ҙарланмай алдынғы рәттә ҡалды. Ә бындай яра менән санчаста бер нисә көн дауаланырға тейеш ине.
Алдағы алыштарҙа ла ул ҡыйыулыҡ һәм түҙемлек үрнәге күрһәтте. Мәҫәлән, яугирҙар алдына бурыс ҡуйылды: төндә дошман һағын юҡ итергә. Улығыҙ Зыя яраланған булыуына ҡарамаҫтан, бер төркөм һалдат менән алға ынтылды. Дошман уты аҫтында алғы һыҙыҡҡа яҡынлашҡас, ҡул гранатаһы ырғытты. Иптәштәре уға ярҙам итеп, дошманға ут асты. Дошман яу ҡырында ике пулемет, алты мылтыҡ һәм бер үле һалдатын ҡалдырып, ҡасырға мәжбүр булды. Ҡуйылған бурыс үтәлде. Таң атыуға дошмандың төп көстәре миномет уты асты. Көслө шартлауҙан Зыя контузия алды, ҡолаҡтары ишетмәҫ булды. Әммә ул был яра түгел, ауыртынмайым тигән булып йәнә алғы һыҙыҡта ҡалды. Ул етеҙ атҡа атланып яуға барырға теләй ине, әммә был көндәрҙе беҙгә ергә ятып шыуышып барырға тура килде. Бер ваҡыт улығыҙ ҡаты яраланды. Ул аяғында ла баҫып тора алмай ине. Ҡайғырмағыҙ, Ғәлиәхмәт ағай, ә тик ғорурланығыҙ. Улығыҙ сабыр, түҙемле, бурыстарын еренә еткереп үтәй. Оҙаҡламай һауығасаҡ һәм үҙенең частына кире ҡайтасаҡ. Беҙ уны хөкүмәт бүләгенә тәҡдим иттек, оҙаҡламай уның күкрәген орден биҙәйәсәк. Ул Ватанына булған мәхәббәтен күрһәтте. Улығыҙҙың бүләге — һеҙҙең дә бүләк ул. Ғәлиәхмәт ағай, мөмкин булған, көсөгөҙҙән килгән бөтә эште лә намыҫлы, яуаплы башҡараһығыҙ, фронтҡа ярҙам итәһегеҙ. Еңеү көнөн яҡынайтаһығыҙ. Ҡайнар сәләм менән полк комиссары, депутатығыҙ С.Әлибаев. Август, 1942 йыл. |
Әхмәтзыя Ғәлиәхмәтовтың хәрби юлы 1945 йылдың 9 майында Преемниц немец ҡалаһы янында тамамлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәҺуғыштан һуңғы тормошо
үҙгәртергәӘхмәтзыя Ғәлиәхмәт улы 1946 йылда демобилизациялана. «Красноармеец» колхозында бухгалтер булып эшләй башлай. Лайыҡлы ялға сыҡҡансы Төй совхозында баш бухгалтер була.
Ғаилә хәле
үҙгәртергә1947 йылда Әмир ауылы ҡыҙы Вәзиғәғә өйләнә. Улар 62 йыл бергә йәшәй, һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Галиахметов Ахматзыя (Ахматзия) Галиахметович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Галиахметов Ахматзия Галиахметович 2021 йыл 24 июнь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Вадим Әғләмов. Ышаныч. — Аскын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 1 май 2020. — № 35 с.
- Әхтәм Ихсан. «Саҡма тояҡ аттарҙа». — Уфа: Башкирское книжное издательство. — С. 117—118.