28 март
көнө
(28 марта битенән йүнәлтелде)
28 март — григориан стиле буйынса йылдың 87-се (кәбисә йылында 88-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 278 көн ҡала.
28 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
28 март Викимилектә |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Кер йыуыу машинаһының тыуған көнө (1797).
- Резина калуштар көнө.
- Сербия: Конституция көнө.
- Ер: Тарихсылар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Рәсәй Эске эштәр министрлығының дежур частары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Словакия Чехия: Уҡытыусылар көнө.
- Әзербайжан: Милли именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1910: Францияның Марсель ҡалаһында беренсе гидроплан осош яһай.
- 1935: Канадала йәкшәмбе көн радиореклама тыйыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бикбулатов Закир Ғиҙелхаҡ улы (1950), хужалыҡ эшмәкәре. 1996—2000 йылдарҙа Мәләүез элеваторы директоры, 2000—2015 йылдарҙа Дәүләкән районы хакимиәте башлығы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Исламғол ауылынан.
- Әйүпова Людмила Лотфи ҡыҙы (1945), ғалим-тел белгесе. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән Владивосток ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Розалиә Солтангәрәева (1955), ғалим-фольклорсы, сәсән. 1982 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1991 йылдан — өлкән, 2003 йылдан — төп, 2007 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре докторы (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Халыҡ ара аҡындар, йырсылар һәм дастансылар конкурсы (Алматы, 1996), Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсы (1984) һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия (1991) лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәғетдинов Мөхәмәт Шәмсетдин улы (1936—5.01.2023), ғалим-иҡтисадсы, банк хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1992—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли банкы рәйесе, 1979 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1994–1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Президент советы ағзаһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылынан.
- Әхмәтова Рабиға Йыһанша ҡыҙы (1936), малсы. Шаран районы «Марс» колхозының элекке һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Арефьева Нина Алексеевна (1941), ғалим-оториноларинголог, йәмәғәтсе. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан оториноларингология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1991–2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш оториноларингологы. 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһы Оториноларингологтар ассоциацияһы, 1998—2003 йылдарҙа Рәсәй ринологтар йәмғиәте президенты. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1988).
- Сафин Шамил Мәхмүт улы (1956), ғалим-нейрохирург. 1980 йылдан Республика клиник дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 2001 йылдан бүлек мөдире; 2007 йылдан «Нейрохирургия» республика махсус йүнәлешле медицина ярҙамы үҙәге етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Куликов Владимир Иванович (1966—4.11.2021), инженер-механик, муниципаль хеҙмәткәр. 2016—9.10.2021 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы. Йәштәр сәйәсәте өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән шул уҡ ҡаланан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Рогова Наталья Леонидовна (1927—18.08.1994), спортсы, тренер. 1977 йылдан теннис буйынса Олимпия резервының Өфөләге балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе тренеры һәм Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән тренеры, Өфөлә теннис мәктәбен ойоштороусы. РСФСР-ҙың (1991) һәм Молдавия ССР-ының атҡаҙанған тренеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1988), СССР-ҙың спорт мастеры (1959). Сығышы менән Украинаның Запорожье ҡалаһынан.
- Панченко Владимир Алексеевич (1937), рәссам. 1989 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районының хәҙер бөткән Веровка ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәбдулхаҡов Рафаил Ахвас улы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, балалар табибы. 1976 йылдан Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһының табип-педиатры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Штәнде ауылынан.
- Раил Кучуков (1952), опера йырсыһы. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры вокалсыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2000) артисы. Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1982) һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы (1978) лауреаты.
- Сәлихова Зайфа Мирғазиян ҡыҙы (1957), уҡытыусы, журналист, тәржемәсе һәм шағир. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006). Фәтих Кәрим һәм Динис Бүләков исемендәге әҙәби премиялар һәм «Ижад шишмәләре—1999» әҙәби фестивале лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылынан.
- Винклер Наталья Михайловна (1962), Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге етәксеһе, Башҡортостан Республикаһынаң атҡаҙанған архитекторы.
- Ғәйнанова Нурия Камалетдин ҡыҙы (1942), юғары мәктәп ветераны, ғалим-физиолог. Биология фәндәре докторы (1992), профессор (1995). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән Прокопьевск ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Месарош Дьюла (1883—1957), АҠШ ғалимы, этнограф, шәрҡиәтсе, фольклорсы. Төрөк-татар филологияһы докторы (1909). Урал-Волга буйы халыҡтары фольклорын, тел һәм этнографиян, шул иҫәптән башҡорттар һәм венгрҙарҙың этногенетик бәйләнештәрен өйрәнеүсе. 1909 йылғы этнографик экспедияция барышында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Иҫән, Темәс, Юлыҡ һәм Йомаш ауылдарында була.
- Лежнёв Анатолий Петрович (1888—11.03.1956), рәссам. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ы Рәссамдар союзы идараһының беренсе рәйесе. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940). Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһенең Жердев районы Сукманка ауылынан.
тулы исемлек
- Дмитриев Алексей Иосифович (1908—23.11.1997), инженер-металлург, педагог, яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1935 йылдан Белорет металлургия комбинатының мартен цехы мастеры, цех начальнигы урынбаҫары; 1954—1969 йылдарҙа «Уралдомнаремонт» тресының Белорет төҙөлөш идаралығы начальнигы. Бер үк ваҡытта Белорет металлургия техникумы уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1954), РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987). Сығышы менән ошо райондың Үҙән ауылынан.
- Шакирова Әнүзә Сабирйән ҡыҙы (1953), педагог. Учалы районы Яңы Байрамғол урта мәктәбенең элекке башланғыс кластар уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Саутина Ирина Валерьевна (1973), педагог. 1995 йылдан Салауат ҡалаһының хәҙерге 1-се лицейы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2014) һәм мәғариф отличнигы (2014). Рәсәйҙең «Мәғариф» өҫтөнлөклө проектының «Иң яҡшы ил уҡытыусылары» конкурсы (2016) һәм «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы (2014) еңеүсеһе. Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Зайдентрегер Моисей Акимович (1914—29.6.1994), пианист, педагог, юғары мәктәп уҡытыусһыһ. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1963). Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
- Перчаткин Василий Михайлович (1919—9.12.2015), яҙыусы, журналист. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре. 1959 йылдан СССР Яҙыусылар һәм СССР Журналистар союздары ағзаһы.
тулы исемлек
- Ҡайбышев Оскар Әкрәм улы (1939—2.06.2017), ғалим-металлофизик, юғары мәктәп уҡытыусһы, йәмәғәт эшмәкәре. 11-се саҡырылыш СССР Юғары Советы Милләттәр Советының Башҡорт АССР-ынан депутаты (1984—1989). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының ижтимағи академияһы ағзаһы. Техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). А. А. Бочвар исемендәге премия лауреаты (2002). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980) һәм 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1999) ордендары кавалеры.
- Юричка Юрий Иванович (1939), педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1980—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының кафедра мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1992), профессор (1994). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1999) һәм мәғариф отличнигы (1995). Сығышы менән Украинаның Люта ауылыынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1483: Рафаэль Санти, Италия рәссамы, график һәм архитектор.
- 1592: Ян Амос Коменский, Чехияның педагог-гуманисы.
тулы исемлек
- 1845: Павел Голубицкий, Рәсәй империяһының телефония өлкәһендә эшләгән уйлап табыусыһы.
- 1868: Максим Горький, Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы, прозаик, драматург.
- 1900: Пантелеймон Норцов, СССР йырсыһы, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1947).
- 1905: Илья Зильберштейн, сәнғәт һәм әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты.
- 1925: Дмитрий Гнатюк, йырсы, режиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1960), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985), Украина Геройы (2005).
- 1925: Смоктуновский Иннокентий Михайлович, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры.
- 1925: Игорь Бельский (1925), СССР-ҙың балет артисы, хореограф, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1966).
- 1986: Леди Гага, АҠШ йырсыһы, бейеүсе, ди-джей, композитор.
- 1990: Екатерина Боброва, Рәсәй фигурисы, 2014 йылғы олимпия чемпионы.
- 1919: Шәйехзада Бабич, башҡорт шағиры, 1917—1919 йылдарҙа Башҡорт хөкүмәте ағзаһы.
- 1944: Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 2013: Нәжиб Асанбаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006).