Перчаткин Василий Михайлович
Перчаткин Василий Михайлович (28 март 1919 йыл — 9 декабрь 2015 йыл) — яҙыусы, журналист. 1945 йылдан — КПСС, 1958 йылдан СССР Яҙыусылар һәм СССР Журналистар союздары ағзаһы. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Перчаткин Василий Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 28 март 1919 |
Тыуған урыны | Силәбе өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 9 декабрь 2015 (96 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВасилий Михайлович Перчаткин 1919 йылдың 28 мартында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе[1] Перчаткино утарында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2][3]). 1932 йылда Перчаткиндар Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһына күсеп килә.
1938 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Василий Перчаткин «Белорецкий рабочий» гәзитендә эшләй башлай: артабан әҙәби хеҙмәткәр, яуаплы сәркәтип, радиотапшырыуҙар мөхәррире була.
1948 йылда Өфөлә ике йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен тамамлай һәм «Советская Башкирия» республика гәзитендә эшкә ҡалдырыла. Партия тормошо, совет төҙөлөшө, мәҙәниәт һәм көнкүреш, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлектәре мөдире була.
1962 йылда Бөрө район гәзите «Победа»ға мөхәррир итеп тәғәйенләнә. Ике йылдан һуң Өфөгә ҡайта һәм оҙаҡ йылдар «Советская Башкирия» гәзитенең ауыл хужалығы мөдире вазифаһын уңышлы башҡара.
1993—1997 йылдарҙа яңы сыға башлаған «Известия Башкортостана» гәзитендә эшләй.
XX быуаттың 30-сы йылдар аҙағында әҙәби әҫәрҙәр яҙа башлай.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Повесть «Журналисты» (1958). Перчатки, В. Огоньки зовут: из опыта работы учреждений культуры [Текст] / В. Перчаткин. — Уфа, Башк. кн. изд-во, 1961.- 80 с.
- Возвращение любви: роман / В. М. Перчаткин. — Уфа: Башкнигоиздат, 1980. — 352 с.
- День начинается с забот: роман / В. М. Перчаткин. — Уфа: Баш. кн. изд — во, 1984. — 112 с.
- Не сотвори кумира: роман / В. М. Перчаткин. — Уфа: Баш. кн. изд — во, 1989. — 280 с.
- Жертвы коршуна: роман / В. М. Перчаткин. — Уфа: Китап, 1999. — 272 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙер Силәбе өлкәһе Верхнеурал районы
- ↑ «Летопись продолжается» на сайте «Республика Башкортостан» 2016 йыл 25 апрель архивланған.
- ↑ Перчаткин, Василий Михайлович на сайте «Башкирская энциклопедия» 2016 йыл 23 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кутлугаллямов, М. Михалыч. Василию Перчаткину — 90 лет [Текст] / М.Кутлугаллямов.- // Республика Башкортостан .- 2009.- 28 марта (№ 60).
- Мамаев, А. Василий Перчаткин — журналист и писатель [Текст] / А.Мамаев.- Бельские просторы. — 2009.- № 3.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Перчаткин Василий Михайлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)
- http://libmap.bashnl.ru/node/690
- http://ufa-news.net/society/2014/03/28/2240.html
- http://www.bashinform.ru/news/618225/
- http://www.agidel.ru/?param1=14776&tab=7 2014 йыл 15 апрель архивланған.