Арефьева Нина Алексеевна

4алим, оториноларинголог

Арефьева Нина Алексеевна (28 март 1941 йыл) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-оториноларинголог, йәмәғәтсе. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан оториноларингология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1991–2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш оториноларингологы. 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһы Оториноларингологтар ассоциацияһы, 1998—2003 йылдарҙа Рәсәй ринологтар йәмғиәте президенты. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1988)[1].

Арефьева Нина Алексеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 март 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Рыбинск, Ярославль өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, оториноларинголог, орнитолог
Эшмәкәрлек төрө оториноларингология[d]
Эш урыны БДМУ
Биләгән вазифаһы кафедра мөдире[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина институты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] (1991)

Биографияһы

үҙгәртергә

Нина Алекссеевна Арефьева 1941 йылдың 28 мартында Ярославль өлкәһенең Рыбинск ҡалаһында тыуған.

1968 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлай һәм ошо юғары уҡыу йортонда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

19711974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының ЛОР ауырыуҙары кафедраһы аспирантураһында уҡый.

1975 йылда «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1991 йылда «Патогенез, клиника и лечение различных форм ринита и риносинусита с рецидивирующим течением» темаһына медицина фәндәре докторы диссертацияһын яҡлай. Профессор (1993).

 
Синускопия

1992 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының оториноларингология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 19912003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш оториноларингологы.

Башҡортостан Республикаһы оториноларингологтары ассоциацияһы (1990) һәм Рәсәй Федерацияһы ринологтары ассоциацияһы (1997) президенты.

Арефьева Н. А. — 4 журналдың: «Вестник оториноларингологии», «Российская оториноларингология», «Российская ринология», «Информационный архив» мөхәрририәт советы ағзаһы.

Башҡорт дәүләт медицина университеты оториноларингология кафедраһының почетлы мөдире (2016).

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Нина Алексеевна Арефьеваның ғилми тикшеренеүҙәре иммунология проблемаларына, риносинуситты дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүгә, эндоскопик хирургияға бағышлана[2]. Арфеньева ринология сирҙәрен иммунитет тайпылыштары эҙемтәһе тигән концепция тәҡдим итә. Ул танау һәм уның ҡыуышлығы сирҙәрен консерватив дацалау ысулдарын эшләй.

460-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1988).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Алтын көҙгө» Рәсәй ринологтары йәмғиәтенең «Быуындар эстафетаһы» номинацияһында почет билдәһе (2011 йыл)
  • «Алтын рефлектор» почет билдәһе(2006 йыл, 8 июнь)
  • «Рәсәй оториноларингологтар йәмғиәтенә 100 йыл» иҫтәлекле юбилей миҙалы (2008 йыл)
  • «Ватан ринологияһының нығыныуы һәм үҫеше өсөн» халыҡ-ара дипломы (Ifos Desideria Passaili президенты, 2009 йыл)
  • «БДМУ-ға тоғролоҡ өсөн» Почетлы исеме һәм түшкә таға торған билдә (2012 йыл)

Төп баҫмалары

үҙгәртергә

1. Проблемные лекции по оториноларингологии (для практикующих врачей, студентов высших медицинских вузов, слушателей курсов повышения квалификации) / Г. З. Пискунов, Н. А. Арефьева, С. Я. Косяков и др. — М.: Мед. центр Управления делами Президента РФ, 2003. — 230 с.

2. Иммунологические исследования в ринологии / учебное пособие гриф УМО РФ / Н. А. Арефьева, Ф. А. Кильсенбаева, Л. Ф. Азнабаева и др. — Уфа, изд-во «Здравоохранение Башкортостана», 2005. — 88 с.

3. Клинические лекции по оториноларингологии под ред. Н. А. Арефьевой (учебное пособиеУМО РФ) / Н. А. Арефьева, А. А. Цыглин, Р. Ш. Абдурашитов, Н. Т. Габдуллин, Д. Н. Богоманова, Т. М. Янборисов. — Уфа, 2007. — 268 с.

4. Клинические лекции по отиатрии под ред. Н. А. Арефьевой (учебное пособие УМО РФ) / Н. А. Арефьева, Г. М. Григорьев, Т. М. Янборисов, Е. Е. Савельева, З. З. Камалова. — Уфа, 2007. — 240 с.

5. Оториноларингология: национальное руководство / под ред. В. Т. Пальчуна. — М.: ГЭОТАР-Медиа, 2008. — 960 с. (Глава 3. Исследование местного иммунитета слизистых оболочек верхних дыхательных путей. — Арефьева Н. А., Азнабаева Л. Ф. — С.43-55. Глава.7 Иммунотерапия. Арефьева Н. А., Азнабаева Л. Ф. — С. 251—257.)

6. Иммунотерапия беталейкином в комплексном лечении больных гнойным риносинуситом с затяжным и хроническим течением: Метод. рекомендации РФ / Л. Ф. Азнабаева, Н. А. Арефьева, С. В. Рязанцев, А. С. Симбирцев/ под. ред. Ю. К. Янова. — Санкт-Петербург, 2008. — 22 с.

7. Руководство по ринологии / Под ред. Г. З. Пискунова, С. З. Пискунова. — М.:Литтерра, 2011. — 960 с (глава 8 С.254-266).

8. Оториноларингология. Национальное руководство. Краткое издание / под ред. В. Т. Пальчуна. — М.: ГЭОТАР — Медиа, 2012 (Глава 1 и глава 6).

9. Адаптационные механизмы местного иммунитета слизистой рта и глотки в норме и при патологии: монография / Гумерова М. И., Азнабаева Л. Ф., Арефьева Н. А. — LAP LAMBERT Academic Publishing Saarbrucken, Deutschland, 2013. — 145 с.

10. Особенности цитологических показателей кожи наружного слухового прохода при использовании индивидуальных ушных вкладышей у пользователей слуховых аппаратов /Савельева Е. Е., Арефьева Н. А., Азнабаева Л. Ф. / Российская оториноларингология, № 5(78), 2015. — С. 63-68 (ВАК. РИНЦ)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә