Нәжиб Асанбаев
Нәжиб Асанбаев, Николай Васильевич Асанбаев (7 ноябрь 1921 йыл — 28 март 2013 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Нәжиб Асанбаев | ||||||||
Николай Васильевич Асанбаев | ||||||||
![]() | ||||||||
Тыуған көнө: | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Баҡалы районы, Ахман ауылы, Башҡорт АССР-ы | |||||||
Вафат булған көнө: | ||||||||
Гражданлығы: | ||||||||
Эшмәкәрлеге: | ||||||||
Ижад йылдары: |
1947-2013 | |||||||
Жанр: |
драма | |||||||
Дебют: |
«Кәрим» | |||||||
Премиялары: | Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы | |||||||
Наградалары: |
| |||||||
БиографияҮҙгәртергә
1921 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Баҡалы районының Ахман ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Тәүҙә ул үҙ ауылындағы башланғыс мәктәптә, унан һуң Мостафа һәм Балыҡлы ауылдары мәктәптәрендә укый.
1937 йылда Өфө финанс-экономика техникумын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, ләкин уны тамамламай.
1940 йылда Ҡыҙыл Армияһына алына. Рязань aртиллерия училищеһын тамамлағас, 1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында артиллерия батареяһы командиры була.
1949—1959 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй.
1961—1963 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлай.
1963—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры була.
Төрлө йылдарҙа әҙип Башҡортостан Яҙыусылар союзында, СССР Тыныслыҡты яҡлау комитетының Башҡортостан республика бүлексәһендә, Башҡортостан Республикаһының Президент Советында эшләне.
Нәжиб Асанбаев 2013 йылдың 28 мартында вафат булды. Өфө ҡалаһының «Көньяҡ» зыяратында ҡатыны эргәһендә ерләнгән.
ӘҫәрҙәреҮҙгәртергә
Нәжиб Асанбаевтың әҫәрҙәрендә күтәрелгән мәсьәләләрҙең ваҡытлы булыуы, конфликттың үткерлеге һәм жанр терлөлөгө хас. Н. Асанбаевтың байтаҡ әҫәрҙәре Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Салауат, Ырымбур, Әлмәт театрҙарында уңыш менән ҡуйыла.
- Кәрим. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1947 й.
- Вәлимә. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1953 й.
- Беҙгә егеттәр килде. Комедия. Өфө, 1955 й.
- Рәйсә. Пьесалар, Өфө, 1959 й.
- Фәйзи. Пьесалар, Өфө, 1964 й.
- Кәләш әйттергәндә. Комедия. Өфө, 1964 й.
- Ҡанат йәйгәндә. Драма. Өфө, 1969 й.
- Күктән төшкән бәхет. Комедия. Өфө, 1969 й.
- Алтын бишек. Пьеса. Өфө, 1971 й.
- Һыу юлы. Комедия. Өфө, 1971 й.
- Зәйтүнгөл. Пьеса. Өфө, 1975 й.
- «Ҡыҙыл паша» пьесаһы (совет дипломаты Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы хаҡында). Өфө, 1982 й.
- Көҙән башҡорто. Пьеса (Әхмәтзәки Вәлиди Туған хаҡында). Өфө, 2004 й.
Исемдәре һәм наградаларыҮҙгәртергә
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (07.02.1945)[1]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (15.04.1945)[2]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (18.11.1943)[4]
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй, 1997)
- Салауат Юлаев ордены (2005)
- Баҡалы районының почётлы гражданы.
Яҙыусы әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн [[Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре|Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982) тигән маҡтаулы исемдәргә, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына (1983) лайыҡ булды.
ХәтерҮҙгәртергә
- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә (26 ғинуар 2016 йыл), Нәжиб Асанбаевтың тыуған ауылында уның йорт-музейы булдырыласаҡ[5].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Башҡортостанда легендар драматург Нәжиб Асанбаевтың йорт-музейы барлыҡҡа киләсәк. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 26 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2016)
СығанаҡтарҮҙгәртергә
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Нажиб Асанбаев : биобиблиогр. указ. / сост. Г. С. Ахмадиева, Г. Назарова, Г. М. Юмабаева; ред. З. Т. Агзамова; отв. за вып. А. А. Ибрагимов. — Уфа: Нац. б-ка им. А. — З. Валиди РБ, 2011. — 81 с.
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил. (рус.)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Нәжиб Асанбаев // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан. Нажиб Асанбаев: Биобиблиографический указатель
- Р.Баимов. Нажиб Асанбаев.
- Три подвига победы Нажиба Асанбаева. «Республика Башкортостан» № 228
- Башкортостан отметит 85-летие Нажиба Асанбаева
- Умер Нажиб Асанбаев, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (рус.)
- Нәжиб Асанбаев