Халиҡов Айҙар Шәрифйән улы
Халиҡов Айҙар Шәрифйән улы (рус. Халиков Айдар Шарифьянович; 26 май 1961 йыл) — энергетик, хужалыҡ эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр. 2005—2008 йылдарҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].
Халиҡов Айҙар Шәрифйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 26 май 1961 (63 йәш) |
Тыуған урыны | Бүрәт Республикаһы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | энергетик |
Биографияһы
үҙгәртергәАйҙар Шәрифйән улы Халиҡов 1961 йылдың 26 майында Бүрәт АССР-ында тыуған.
Юғары белемле — 1978 йылдан сәнәғәт предприятиеларын, ҡала һәм ауыл хужалығын электр менән тәьмин итеүсе һөнәре буйынса Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск тау-металлургия институтында (хәҙер — Магнитогорск дәүләт техник университеты) уҡып, 1983 йылда тамамлап сыҡҡан.
Хеҙмәт юлын институтты тамамлағас, 1983 йылда Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының энергия цехы ҡорамалдарын ремонтлау буйынса электромонтер булып башлап ебәргән, унда 1985 йылға тиклем эшләгән.
1985—1985 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының баш энергетигы бүлеге инженеры.
1985—1986 йылдарҙа — Сибай урман сәнәғәте хужалығында комсомол комитеты секретары.
1986—1987 йылдарҙа — Сибай ҡалаһы тау-байыҡтырыу фабрикаһының эзбизташ бүлексәһе электромонтеры.
1987—1990 йылдарҙа — Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының байыҡтырыу фабрикаһында энергетик.
1990—1990 йылдарҙа — Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының партком секретары урынбаҫары.
1990—1994 йылдарҙа — Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты байыҡтырыу фабрикаһының баш энергетигы.
1990 йылда Халиҡов Айҙар Шәрифйән улы Сибай ҡалаһы, 123-сө Ирәндек һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссияһы ағзаһы булған[2].
1994—1997 йылдарҙа — Сибай электр селтәрҙәре район-ара предприятиеһының баш инженеры.
1997—2000 йылдарҙа — «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай электр селтәрҙәренең ҡулланыу бүлеге етәксеһе.
2000—2001 йылдарҙа — «Газ-сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Сибайгаз» филиалы директоры.
2001—2003 йылдарҙа — «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡояш энергеияһы ҡулланыу электр станцияһы директоры.
2003—2005 йылдарҙа — «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кадрҙар, режим һәм социаль мәсьәләләр буйынса генераль директоры урынбаҫары.
2005—2005 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы.
2006 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы[3]
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән, ғаиләһендә ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
- ↑ Халиков Айдар Шарифьянович
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104