Ғәлимов Баязит Сабирйән улы
Ғәлимов Баязит Сабирйән улы (26 май 1942 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп эшмәкәре. 1989—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, артабан 2005 йылға тиклем — беренсе проректоры. Философия фәдәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
Ғәлимов Баязит Сабирйән улы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы, Маҡар районы, Кинйәбулат ауылы[1] |
Гражданлығы: |
СССР, Россия |
Ғилми өлкәһе: |
гносеология, онтология |
Эшләгән урыны: | |
Ғилми дәрәжәһе: |
философия фәндәре докторы (1989) |
Ғилми исеме: |
профессор |
Уҡыу йорто: | |
Награда һәм премиялары |
БиографияһыҮҙгәртергә
Баязит Сабирйән улы Ғәлимов 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы) Кинйәбулат ауылында[1] тыуған.
Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 1953—1959 йылдарҙа Ишембай ҡалаһындағы 3-сө башҡорт мәктәбендә (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) буласаҡ профессор, тарихсы Рим Йәнғужин менән бер класта уҡый.
Башҡорт дәүләт университетының физика- математика факультетын 1965 йылда тамамлай. БДУ-ның философия кафедраһы аспирантураһын 1969 йылда тамамлағандан һуң шул уҡ кафедрала фәнни эш менән шөғөлләнеүен дауам иә.
1989 йылдан Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, 1996 йылдан — беренсе проректоры, 2005 йылдан — баш ғилми секретарь.
Шул уҡ ваҡытта 1995 йылдан — университеттың философия кафедраһы мөдире .[2]
Фәнни эшәкәрлегеҮҙгәртергә
Фәнни тикшеренеүҙәре философияның нигеҙләнеш проблемаларына арналған- донъяға фәнни ҡараш, Башҡортостан философия үҫеше тарихы.
Кандидатлыҡ диссертацияһы — «Гносеологическая функция категории асимметрии» (1969). Докторлыҡ диссертацияһы — «Принцип развития в основаниях научной картины природы (методологические проблемы)» (1989).
Философия фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Психология фәндәре халыҡ-ара академияһының мөхбир ағзаһы (1996), Рәсәй Тәбиғи фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1997).
«20-се быуаттың 2000 иң күренекле ғалимы» («2000 выдающихся учёных 20-го столетия») йыйынтығына индерелгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997)
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ Источник — Официальный сайт БашГУ 2015 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Ғәлимов Баязит Сабирйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сайт Башкирского государственного университета 2015 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.)