Пьер Кюри

француз физигы, Нобель премияһы лауреаты

Пьер Кюри (франц. Pierre Curie; 15 май 1859 йыл, Париж, Француз империяһы — 19 апрель 1906 йыл, Париж, Өсөнсө Республика) — француз ғалимы-физигы, радиоактивлыҡты тәүге тикшеренеүселәрҙең береһе, Француз Фәндәр академияһы ағзаһы, 1903 йылда физика буйынса Нобель премияһы лауреаты. Мария Склодовская-Кюриҙың ире.

Пьер Кюри
франц. Pierre Curie
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Франция[3]
Тыуған көнө 15 май 1859({{padleft:1859|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2][1][4][…]
Тыуған урыны Париж, Франция[2][5]
Вафат булған көнө 19 апрель 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[2][1][4][…] (46 йәш)
Вафат булған урыны Париж, Франция[2][5][6]
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d]
Үлем сәбәбе переезд[d][7]
Ерләнгән урыны Пантеон[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Эжен Кюри[d]
Әсәһе Софи-Клэр Депуи[d]
Бер туғандары Жак Кюри[d]
Хәләл ефете Мария Склодовская-Кюри[8][1]
Балалары Жолио-Кюри Ирен һәм Ева Дениза Кюри[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө физик, химик, университет уҡытыусыһы, учёный-ядерщик
Эшмәкәрлек төрө физика
Эш урыны Париж университеты
Биләгән вазифаһы профессор[d]
Уҡыу йорто факультет естественных наук Парижского университета[d]
Сорбонна
Домашнее обучение[d]
Ғилми етәксе Габриель Липман[d][9]
Аспиранттар Поль Ланжевен[d][10]
Уҡыусылар Поль Ланжевен[d]
Ойошма ағзаһы Француз фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Телгә алынған хеҙмәттәр Marie Curie: The Courage of Knowledge[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Число Эрдёша 8
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Pierre Curie
 Пьер Кюри Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Пьер Кюри табип ғаиләһендә икенсе малай булып тыуа. Белемде өйҙә ала. 16 ғына йәшендә Париж университетының бакалавры тигән ғилмә дәрәжә ала, ике йыл үткәс, физика фәндәре лиценциаты була. 1878 йылдан өлкән ағайы Жак менән бергә Сорбонна университетының минерология лабораторияһында ассистент булып эшләй. Артабан Сорбанна университетының Физика һәм химия мәктәбенә күсә, унда ул 1835 йылдан кафедра мөдире була.

1894 йылда Рәсәй империяһынан Сорбонна физика факультетының поляк студенты Мария Склодовскаяны осрата. Улар, Пьер докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң бер нисә ай үткәс, өйләнешә. Өлкән ҡыҙҙары Ирен тыуғандан һуң, 1897 йылда, улар радиоактивлыҡ күренешен тикшерә башлай.

Радиоактивлыҡты өйрәнеү

үҙгәртергә

1896 йылда Анри Беккерель, уран берләшмәләре даими рәүештә фотопластинканы яҡтыртырға һәләтле нурланыш сығара, тип белдерә. Был күренеште үҙенең докторлыҡ диссертацияһының темаһы итеп һайлап, Мария башҡа берләшмәләрҙең «Беккерель нурҙарын» сығарыу-сығармауын асыҡлай башлай. Мария Кюри Пьерға төрлө ятҡылыҡтарҙан алынған уран берләшмәләрен уларҙағы радиацияһының интенсивлығы буйынса сағыштырып ҡарарға тәҡдим итә (ул ваҡытта уран тоҙҙары төҫлө быяла алыу өсөн ҡулланыла (мәҫәлән, Pechblende уран ыҫмалаһы мәғдәне). Пьер менән Маринаның эш ысулы — һауаның ионлашыу дәрәжәһен үлсәү, уның интенсивлығы пластиналар араһындағы ток көсө буйынса билдәләнә. ЧехияныңЙоахимсталь ятҡылығынан килтерелгән мәғдән өлгөләрендә башҡа ерҙән килтерелгәндәренән ионлашыуҙың көслөрәк булыуы асыҡлана. 1898 йылда үткәрелгән был тәжрибә килтерелгән мәғдәндә тағы ла бер радиоактив мәтдәнең булыуын раҫлай.

 
Пьер һәм Мария Кюри

1898 йылдың июлендә Кюри «Уран ыҫмалаһында булған радиоактив матдә тураһында» («Sur une substance radioactive contenue dans le pechblende»[11]) мәҡәлә баҫтырып сығара, унда Мария Склодовскаяның тыуған иле Польша хөрмәтенә полоний тип аталған элементтарҙың береһен асыу тураһында хәбәр ителә. Декабрҙә улар икенсе элементты асыу тураһында иғлан итә, уны радий тип атайҙар. Ике яңы элемент та уранға йәки торийға ҡарағанда радиоактивыраҡ була, һәм уран ыҫмалаһының миллионлы өлөшөн тәшкил итә.

Шул мәлдә Пьер һәм Марина Кюри алдына асыштарына патент алыу мәсьәләһе килеп баҫа. Улар был йүнәлештә бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итмәйенсә, үҙҙәренең асышын кешелнүек файҙаһына бушлай тапшырырға булалар.

Үҙҙәренең лабораторияһы булмау сәбәпле, уларға институттың келәте бинаһында, ә һуңыраҡ Париждағы Ломон урамындағы һарайҙа эшләргә тура килә, Кюри ғаиләһе артабанғы дүрт йылда (1898 йылдан 1902 йылға тиклем) мәғдәндән радийҙы етерлек күләмдә айырып алыу өсөн һигеҙ тонна уранинитты эшкәртә[12]. Ябай һәм зарарлы шарттарҙа эшләгәндә, улар химик бүленеш операцияларын һарайҙағы ҙур чандарҙа башҡара, ә бөтә анализдарын Муниципаль мәктәптең бәләкәй, ярлы ғына итеп йыһазландырылған лабораторияһында яһай.

Танылыу һәм һәләк булыу

үҙгәртергә

1903 йылда Швецияның король фәндәр академияһы Пьер һәм Мария Кюриға 1903 йыл өсөн физика буйынса Нобель премияһын бирә. Пьер һәм Мария Кюри профессор Анри Беккерелем асҡан радиация күренештәрен берлектәге тикшеренеүҙәренә таныу билдәһе менән бүләкләнә. Хәҙер улар, ниһайәт, үҙҙәренең лабораторияһын кәрәкле аппаратура менән йыһазландырыу һәм фатиры өсөн ванна һатып алыу мөмкинлеген ала.

Нобель премияһынан тыш, Пьер Кюри тағы ла бер нисә наградаға лайыҡ була, шул иҫәптән Лондон король йәмғиәтенең Дэви миҙалы (1903) һәм Италия Милли Фәндәр академияһының Маттеуччи алтын миҙалы-1904) менән бүләкләнә.

1904 йылдың октябрендә Пьер Кюри Сорбонна университетына физика профессоры, ә Мария Кюри — элек ире етәкләгән лаборатория мөдире итеп тәғәйенләнә. 1905 йылда Француз фәндәр академияһына академик итеп һайлана. Уның өсөн Париж университетында махсус рәүештә дөйөм физика һәм радиоактивлыҡ кафедраһы ойошторола.

1906 йылдың 19 апрелендә ямғырлы көндә Пьер Кюри урам аша сығып барғанында, аяғы тайып, ат егелгән арба тәгәрмәсе аҫтына барып инә һәм тапала, шулай итеп фажиғәле һәләк була.

 
Париж Пантеонында Пьер Кюриҙың ҡәбер ташы

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Пьер Кюри бер нисә симметрия идеяһын формалаштыра. Ул, тирә-яҡ мөхиттең симметрияһын иҫәпкә алмайынса, ниндәй ҙә булһа есемдең симметрияһына ҡарау мөмкин түгел, тип раҫлай.

Фәнни ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Пьезоэлектрик эффектты асыу
  • Полонийҙы асыу
  • Радий элементын асыу
 
СССР-ҙың почта маркаһы, 1956 йыл
  • Пьер һәм Мария Кюри хөрмәтенә яһалма химик элемент — кюрий аталған.
  • 1956 йылда СССР-ҙа һәм Болгарияла П. Кюриға арналған почта маркалары сығарыла.
  • 1970 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Айҙың кире яғындағы кратерға Пьер Кюри исемен бирә.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Oeuvres, P., 1908; урыҫса. пер.: Избр. Хеҙмәттәре, М. — Л., 1966 (сер. Фән классиктары).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118677527 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. TV.com (ингл.) — 2005.
  4. 4,0 4,1 Pierre Curie // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. 5,0 5,1 Кюри Пьер // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. http://www.funtrivia.com/en/subtopics/Scientists-are-Human-Too-293162.html
  7. https://www.agenciasinc.es/Agenda/1906-muere-Pierre-Curie-pionero-en-el-estudio-de-la-radiactividad
  8. https://books.google.com/books?id=bteAVVwkeUIC&pg=PA106
  9. Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  10. Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  11. Sur une substance nouvelle radioactive, contenue dans la pechblende Note de P. et M. Curie. C.R. T.127 (1898) 175—178. Дата обращения: 24 февраль 2018. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  12. Докторская диссертация и пятиминутный разговор // Ева Кюри. «Мария Кюри» (1937) / пер. с франц. Е. Корша под ред. В. В. Алпатова. — М., 1976.
  • Кюри М. Пьер Кюри…, пер. францтан. М., 1968.
  • Старосельская-Никитина О. А. Жизнь и творчество Пьера Кюри // Труды института истории естествознания и техники. 1957, т. 19.
  • Шпольский Э. В. Жизнь и деятельность Пьера Кюри // Успехи физических наук. 1956, т. 58, в. 4;
  • Храмов Ю. А. Кюри Пьер (Curie Pier) // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 149. — 400 с. — 200 000 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә