Аксакова Ольга Григорьевна

Башҡортостандағы беренсе ҡымыҙ дауаханаһын (хәҙер С. Т. Аксаков исемендәге шифахана) ойоштороусы. Рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковт

Аксакова Ольга Григорьевна (26 декабрь 1848 йыл7 апрель 1921 йыл) — Башҡортостандағы беренсе ҡымыҙ дауаханаһын (хәҙер С. Т. Аксаков исемендәге шифахана) ойоштороусы. Рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың ейәнсәре.

Аксакова Ольга Григорьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
СССР
Тыуған көнө 26 декабрь 1848({{padleft:1848|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Ульяновск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 апрель 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Языково[d], Карсунский уезд[d], Сембер губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Һөнәр төрө ирекмәнлек
Ғилми исеме ғилми хеҙмәткәр[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ольга Григорьевна Аксакова 1848 йылдың 26 декабрендә Семберҙә (хәҙер Ульяновск ҡалаһы) яҙыусының улы, Сембер губерна прокуроры Григорий Сергеевич Аксаков һәм боронғо дворяндар нәҫеле фамилияһын йөрөтөүсе Софья Александровна Шишкова ғаиләһендә тыуа[1]. Яҙыусы С.Т.Аксаковтың «Ал сәскә» («Аленький цветочек») әкиәте уның тыуыуы һәм исеме менән бәйле. Титул битендә «Ейәнсәрем Ольга Григорьевна Аксаковаға арнала» тип аталған бағышлама бар. (башта "Оленькин цветочек" тип аталған) (1858 йылда баҫылып сыҡҡан)[2].

Ольга Григорьевна 1861—1867 йылдарҙа Өфөлә атаһы йортонда йәшәй, унда өйҙә яҡшы белем ала. Өфөлә әсәһе ойошторған хәйриә кисәләрендә йыш ҡатнаша. 1890 йылда Бәләбәй ҡалаһы янындағы мираҫҡа алынған Надеждино ауылы эргәһендәге ерҙәрҙә Һамар табибы В.Ф Благовидов менән Башҡортостандағы тәүге ҡымыҙ менән дауалау үҙәген аса. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә башҡорт төбәгендә иң билдәлеләрҙең береһе була. Ваҡыт үтеү менән олатаһының исемен йөрөткән шифаханаға әүерелә[3]. Миҙгел 15 майҙа асыла һәм 16 авгусҡа тиклем дауам итә. Дауалау сараһы булараҡ, ҡымыҙ сифатына һәм уны ҡабул итеүгә айырым иғтибар бирелә. Аксакова колонияһында, мәҫәлән, уны үҙ эшен яҡшы белгән башҡорт әҙерләгән. Эсемлекте көнөнә өс тапҡыр шешәлә мотлаҡ ваҡыт билдәһе менән ҡойоп, эсемлектең төрөн аныҡ билдәләгәндәр, ул көсһөҙ, уртаса һәм көслө була алған. Өфө табиптар йәмғиәте ҡымыҙ һәм ҡымыҙ менән дауаланыу тураһында мәғлүмәттәрҙән тыш, туберкулез менән ауырығандар өсөн ҡыҫҡаса кәңәштәр һәм ошо сиргә бирешкән балаларға иҫкәртеү кәңәштәр биргән «Ҡымыҙсы юлдашы»н сығарған[4]. Колония ҡымыҙ менән дауаланыусыларға күңел асыу өсөн теннис, крокет, кегли һәм башҡа уйындар, китапхана тәҡдим иткән, был файҙаға һәр дачанан йәки фатирҙан миҙгел өсөн ике һум йәки ярты миҙгел өсөн берәр һум аҡса түләнгән. Музыка башҡарырға яратыусылар роялдә уйнаған[4].

Ольга Григорьевна Аксакова 1914 йылғы һуғыш алдынан дауахана биләмәһендә йәшәй. Кешеләргә изге күңелле, иғтибарлы була, шуның өсөн ололар уны ихтирам менән иҫкә ала. Ул Аксаков ауылында мәктәп асыу инициаторҙарының береһе була. Ольга Григорьевна ауылда мәҙәни-ағартыу эшендә әүҙем ҡатнаша, ауыл йәштәренең эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһына[2].

Әммә ХХ быуаттың 90-сы йылдарында, ә унан да алдараҡ, 1981 йылда, ҡымыҙ менән дауалау үҙәге янып китә һәм уның эргәһендә ҡасандыр дауахана хужабикәһе О.Г.Аксакова йәшәгән ике ҡатлы йортто ла юҡ итә. Революциянан һуң күп нәмә емерелһә лә, яңы власть илдә санатор-курорт эшенең мөһимлеген аңлай. О.Г. Аксакованың ҡымыҙ менән дауалау йорто 1925 йылда дәүләт курортына әүерелә һәм олатаһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме менән атала[2].

Оҙаҡ йылдар Ольга Григорьевна Аксаковтар ғаиләһенең бай архивын һаҡлаусы ла була. Ул яҙыусының ҡыҙы Вера Аксакованың тарихсылар һәм әҙәбиәтселәр өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған көндәлеген һаҡлап ҡала һәм баҫтырып сығара. 1889 йылда ул Иван Сергеевич Аксаковтың туғандарына хаттарының өсөнсө томын баҫмаға әҙерләй. Аксаковтар ғаиләһе архивының күпселек өлөшөн ул бушлай Фәндәр академияһына тапшыра[5]. Шулай уҡ документтарының һәм әйберҙәренең бер өлөшөн яҙыусының Һамар музей-бүлмәһенә тапшыра[6]. Атаһы вафат булғас, Ольга Григорьевна вариҫы сифатында ҡайтанан ата-әсәһенең Һамарҙағы Языково имениеһына ҡайта һәм шунда йәшәй.

1921 йылда Ольга Григорьевнаны Һамар университеты ҡарамағындағы Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең ғилми хеҙмәткәре итеп тәғәйенләйҙәр[7].

Ольга Григорьевна Аксакова 1921 йылдың 7 апрелендә әсәһенең элекке имениеһында, Һамар губернаһының Языково ауылында вафат була[6].

Языково ауылында Ольга Григорьевна Аксакованың музейы булдырыла[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә