Аксаков Сергей Тимофеевич

(С. Т. Аксаков битенән йүнәлтелде)

Аксаков Сергей Тимофеевич (20 сентябрь 1791 йыл — 30 апрель 1859 йыл) — Рәсәй империяһының Өфө ҡалаһында тыуған яҙыусыһы, дәүләт эшмәкәре, әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе.

Сергей Аксаков
Аксаков Сергей Тимофеевич
Тыуған көнө:

20 сентябрь 1791({{padleft:1791|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Өфө ҡалаһы

Вафат булған көнө:

30 апрель 1859({{padleft:1859|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (67 йәш)

Вафат булған урыны:

Мәскәү ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Абрамцево
 
Почта маркаһы, 1959 йыл
 
Аксаковтар тоҡомоноң гербы

Сергей Тимофеевич Аксаков 1791 йылдың 20 сентябрендә (яңы стиль буйынса 1 октябрҙә) Өфөлә тыуған.

Бала сағы Өфөлә һәм Ырымбур губернаһы Боғорослан өйәҙендә нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән Яңы Аксаков имениеһында (Ырымбур өлкәһе Боғорослан районы Аксаков ауылы) үтә.

1805—1807 йылдарҙа Ҡазан Император университетында уҡый. 1808 йылда Санкт-Петербургҡа күсә, унда Закондар эшләү комиссияһында һәм Дәүләт килемдәре экспедицияһында хеҙмәт итә.

1811 йылдан алып Мәскәүҙә, 1816—1820 йылдарҙа Яңы Аксаковта, 1821—1826 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙе Надеждино ауылында (бөгөнгө Бәләбәй районы) йәшәй.

1827 йылда башлап Мәскәү цензура кабинеты цензоры; 1833 йылда алып Константин ер үлсәү училищеһы (Мәскәү) инспекторы, 1835 йылдаң Межа институтына үҙгәртелғәндан һуң, уның тәүге директоры (1839 йылға тиклем).

1843 йылдаң алып Мәскәү янындағы Абрамцев имениеһында йәшәй. Ул Сергиев Посад ҡалаһы янында урынлашҡан, 1919 йылда бында Аксаковтың шәхси кабинеты йыһазландырыла, артабан Аксаковтар ғаиләһе тормошо хаҡында материалдары тупланған йорт-музей (хәҙер музей-ҡурсаулыҡ) асыла.

Сергей Тимофеевич Аксаков 1859 йылдың 30 апрелендә (12 май) Мәскәүҙә вафат була, Новодевичье зыяратында ерләнгән.

ХIХ быуаттың 20‑се йылдары аҙағында Аксаков йорто Мәскәүҙең әҙәби тормошо үҙәге була, унда «Аксаков шәмбеләре» уҙғарыла. Аксаков әҙәби ижад менән шөғөлләнә, классицизм традицияларында шиғырҙар ижад итә.

Уның әҫәрҙәренә мемуар теүәллек, көнкүреште тәнҡитле һүрәтләү, хикәйәләүҙең ябайлығы һәм тәбиғилеге хас. Яҙыусының ҡабатланмаҫ стилен билдәләгән «Буран» (1834) очеркы Аксаков 30‑сы йылдарҙың әҙәби тормошо өсөн ҙур ваҡиға була. Очерк артабанғы «Балыҡ ҡармаҡлау хаҡында яҙмалар» (Записки об уженье, 1847), «Ырымбур губернаһының мылтыҡлы һунарсыһы яҙмалары» (Записки ружейного охотника Оренбургской губернии, 1852), «Төрлө һунарҙар хаҡында һунарсы хикәйәләре һәм хәтирәләре» (Рассказы и воспоминания охотника о разных охотах, 1855) һәм тәбиғәт тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙең прологы булып тора. Аксаков мираҫында төп урынды «Ғаилә йылъяҙмаһы» (Семейная хроника, 1856) һәм «Багров ейәненең балалыҡ йылдары» (Детские годы Багрова-внука, 1858; Н.Иҙелбай, Я.Найманов, Ф.Рамаҙанова тәржемәһе, 1959) автобиографик повестары биләй, унда автор, Багровтар ғаиләһенең өс быуыны тарихына таянып, XVIII быуат аҙағында алпауыттар көнкүрешенең киң панорамаһын тергеҙә, крепостной тәртиптең боҙоҡлоғон күрһәтә. Уның әҫәрҙәренең теле йәнле һөйләү телмәренең сағыулығы, ябайлығы һәм тасуирилығы менән айырылып тора. Аксаков ысынбарлыҡты уның матдилығында, ғәҙәтилегендә сағылдыра.

Күп әҫәрҙәрҙәрендә, шулай уҡ «Иҫтәлектәр» (Воспоминания, 1856) мемуарҙарында, «Бына ошо минең тыуған илем!» (Вот родина моя!..), «Ауылға хат» (Послание в деревню) һәм башҡа шиғырҙарында Аксаков Башҡортостандың матур һәм йомарт тәбиғәтен данлай, халҡының ауыр тормошон, башҡорт ерҙәренең таланыуын, урмандарҙың ҡырылыуын дөрөҫ итеп сағылдыра.

Аксаковтың «Аленький цветочек» (1858) әкиәтен Гөлнур Яҡупова башҡорт теленә тәржемә итә («Ал сәскә», 1992).

Аксаков иҫтәлегенә Өфөлә Аксаков халыҡ йорто төҙөлгән, яҙыусының йорт-музейы асылған. Әҙиптең исеме Өфөнөң иң боронғо ҡала баҡсаларының береһенә, киң танылған исемендәге шифаханаға, Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский ҡалалары һәм республикалағы ҡайһы бер ауыл урамдарына бирелгән.

Өфөлә һәм Башҡортостандың Бәләбәй районы Надеждино ауылында Аксаковҡа һәйкәлдәр ҡуйылған. Уның исемендәге премия, Аксаков фонды булдырылған. 1991 йыл алып Халыҡ-ара Аксаков байрамы ойошторола[1].

1991 йыл ЮНЕСКО тарафынан «Аксаков йылы» тип иғлан ителде.

 
Надеждино ауылында Аксаковтар ғаиләһе музейы

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • «Буран» (1834)
  • «Балыҡ ҡармаҡлау хаҡында яҙмалар» («Записки об уженье»; 1847),
  • «Ырымбур губернаһының мылтыҡлы һунарсыһы яҙмалары» («Записки ружейного охотника Оренбургской губернии»; 1852),
  • «Төрлө һунарҙар хаҡында һунарсы хикәйәләре һәм хәтирәләре» («Рассказы и воспоминания охотника о разных охотах»; 1855)
  • «Ғаилә йылъяҙмаһы» («Семейная хроника»; 1856)
  • «Багров ейәненең балалыҡ йылдары» («Детские годы Багрова-внука», 1858; Н.Иҙелбай, Я.Найманов, Ф.Рамаҙанованың тәрж. 1959)
  • «Иҫтәлектәр» («Воспоминания»; 1856)
  • «Бына ошо минең тыуған илем!» («Вот родина моя!..»)
  • «Ауылға хат» («Послание в деревню»)
  • «Ал сәскә» («Аленький цветочек»; 1858)

Ҡатыны: Заплатина Ольга Семёновна (1793—1878)[2].

Балалары:

  • Константин (1817—1860) — әҙәбиәтсе, тарихсы һәм лингвист (тел белгесе), славянофильство идеологы.
  • Григорий (1820—1891) — Өфө һәм Һамар губерна башлығы, тайный советник; ҡатыны: Софья Александрова Шишкова.
  • Иван (1823—1886) — әҙәбиәтсе, редактор һәм нәшерсе, славянофильство идеологы; ҡатыны: Анна Фёдоровна Тютчева (Тютчевтың ҡыҙы)
  • Михаил (1824—1841)
  • Вера (1819—1864) — мемуарсы.
  • Ольга (1821—1861)
  • Надежда (1829—1869), йырсы.
  • Любовь (1830—1867), һәүәҫкәр рәссам.
  • Мария (1831—1908), ире: Егор Антонович Томашевский — коллеж асессоры.
  • Анна (1831—?)
  • Софья (1834—1885)[3]

Ҡустыһы:

  • Аксаков Александр Николаевич (1832—1903) — спирит һәм медиум.

Аксаков исемендәге премиялар

үҙгәртергә

1996 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары тәҡдимен хуплап, "Сергей Аксаков исемендәге бөтә Рәсәй әҙәби премияһы"н булдырҙы. Ул өс йылға бер мәртәбә бирелә[4].

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы тарафынан 2011 йылда булдырылған премия. Ул юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарының көндөҙгө бүлек студентарына һәм уҡыусыларына Сергей Аксаков мираҫын өйрәнеүгә бағышланып, үҙҙәрендәге яңылыҡ һәм үҙенсәлек менән айырылып торған иң талантлы ижади эштәр өсөн конкурс нигеҙендә бирелә[5].

Ырымбур өлкәһенең С. Т. Аксаков исемендәге әҙәби премияһы

үҙгәртергә

2011 йылдың 15 июлендә өлкәнең мәҙәниәт, йәмәғәт һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығы тарафынан булдырылған. Маҡсаты: әҙәби мәҙәниәткә һиҙелерлек өлөш индерергә һәләтле әҙәби әҫәрҙәр авторҙарын табыу һәм дәртләндереү, хәҙерге рус әҙәбиәтенең әһәмиәтен күтәреү, уға уҡыусыларҙың һәм йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү[6].

Башҡа саралар

үҙгәртергә
  • Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында Өфөлә урынлашҡан (Пушкин урамы, 110).
  • 1991 йыл ЮНЕСКО тарафынан Аксаков йылы тип иғлан ителә.
  • Өфөлә һәм Башҡортостандың Бәләбәй районы Надеждино ауылында Аксаковҡа һәйкәл ҡуйылған.
  • Аксаков музейы 2003 йылда Башҡортостандың Аксаков музейы булараҡ ойошторола. Аксаков музейы составына С. Т. Аксаков мемориаль йорт‑музейы һәм Аксаковтар ғаиләһе музейы инә.
  • С. Т. Аксаков исеме шифаханаға, Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский ҡалаларындағы һәм республиканың башҡа торлаҡ пункттарындағы урамдарға бирелгән.
  • 1991 йыл Халыҡ-ара «ЮНЕСКО» ойошмаһы тарафынан «Аксаков йылы» итеп иғлан ителде.
  • Яҙыусының тыуған көнө 1 октябрь алдынан Башҡортостанда 1991 йылдан башлап «Аксаков байрамы» үткәрелә. Уны Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлыҡтары Халыҡ-ара Аксаков фонды һәм республиканың мәғариф министрлығы менән берлектә ойоштора. Сараны үткәреүгә шулай уҡ Өфө, Күмертау ҡалалары һәм Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондары хакимиәттәре лә йәлеп ителә[7].
  • «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалында «Ал сәскә» әҙәби акцияһы[8].
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 59-61 с. ISBN 5-295-02294-3.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Республикала Аксаков байрамына әҙерләнәләр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 20 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 20 сентябрь 2016)
  2. Аксаковы. Поколенная роспись — Мемориальный дом — музей С. Т. Аксакова в Уфе 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Аксаков: Семья и окружение. Уфа, 1991. С. 111.
  4. УКАЗ Президента Республики Башкортостан «О Всероссийской литературной премии имени С. Т. Аксакова» — Официальный сайт Мемориального дома-музея С. Т. Аксакова 2016 йыл 21 ғинуар архивланған. (рус.)
  5. Премия имени С. Т. Аксакова — Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.)
  6. Положение об Областной литературной премии имени С. Т. Аксакова 2016 йыл 19 март архивланған.
  7. В Уфе традиционный Аксаковский праздник завершится премьерой мюзикла «Аленький цветочек» — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 9 сентябрь 2015 йыл (рус.)
  8. «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалында «Ал сәскә» әҙәби акцияһы башланды — 2016 йыл, 10 март (Тикшерелеү көнө: 10 март 2016)

Һылтанмалар

үҙгәртергә