Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы

ғалим-математик

Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы (22.01.1959), ғалим-математик, 1981 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 2006—2010 йылдарҙа кафедра мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (2004)[2].

Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Ҡорос ауылы, Рәсәй[1]
Һөнәр төрө математик
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Ирек Зирәк улы Мөхәмәтйәнов 1959 йылдың 22 ғинуарында БАССР‑ҙың Баҡалы районы Иҫке Ҡорос ауылында тыуған[3].


Хеҙмәт юлы үҙгәртергә

1981 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай.

Өфө дәүләт нефть техник университетында эшләй:

2006 йылдан алып математик моделдәр әҙерләү кафедраһында, 20072010 йылдарҙа — иҡтисадта математик ысулдар һәм финанс кафедраһы мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге техникала һәм тәбиғәт фәндәрендә математик моделләүгә, иҡтисад һәм социаль системаларҙа барған процестарҙың моделдәрен әҙерләүгә арналған.

Мөхәмәтйәнов тарафынан дисперслы нефть системаларының макроскопик структураһын имитациялаусы моделдәр әҙерләү ысулы һәм дисперслы фаза эволюцияһының математик моделе уйлап табыла. Макромолекуляр ассоциаттарҙың арауыҡ структураһы фракталь булыуы тикшерелә һәм иҫбатлана һ.б.

100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Физика‑математика фәндәре докторы (2004)[5]

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Структурная организация макромолекулярных ассоциатов в нефтяных средах. М., 2003; Обратные задачи в приложениях. Бирск, 2006 (авторҙаш).

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә