Протопопов Владимир Васильевич (депутат)
Протопопов Владимир Васильевич (22 ғинуар 1948 йыл, Резекне ҡалаһы, Латвия ССР-ы) — хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер. 1993—1998 йылдарҙа Нефтекама автомобиль заводының генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш (1998—1999) Дәүләт думаһы депутаты. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
Протопопов Владимир Васильевич (депутат) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 ғинуар 1948 (76 йәш) |
Тыуған урыны | Резекне[d], Латвия ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Тольяттинский политехнический институт[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Ойошма ағзаһы | Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации II созыва[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВладимир Васильевич Протопопов 1948 йылдың 22 ғинуарында Латвия ССР-ының Резекне ҡалаһында тыуған.
Тольятти политехник институтын, Мәскәү станок ҡорамалдары институтында аспирантура тамамлаған, инженер-механик, техник фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылда Армавир машина эшләү заводында токарь булып башлаған.
Алты йылдан һуң Тольятти ҡалаһында Волга автомобиль заводында (ВАЗ) эшкә күсә, унда 1970—1979 йылдарҙа төрлө инженер вазифаларын биләй. Артабан Кама авомобиль заводына (КамАЗ) күсеп, 1979—1987 йылдарҙа Яр Саллы ҡалаһында эшләй. 1987 йылдан — Түбәнге Кама автосамосвалдар заводы директоры (1993 йылда хосусилаштырылғандан һуң — «Түбәнге Кама автомобиль заводы» акционерҙар йәмғиәте). 1993—1998 йылдарҙа — «Нефтекама автомобиль заводы» (НефАЗ) акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.
Бер үк ваҡытта 1992 йылдан Башпромбанк директорҙар советы ағзаһы.
БАССР-ҙың 9-сы һәм 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп һайлана. 1997 йылда 1997 йылдың авгусында вафат булған РФ Дәүләт Думаһы депутаты Әлзәм Төхвәтулла улы Сәйфуллин урынына депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтелә. 1998 йылдың 8 февралендә 3-сө Бөрө бер мандатлы һайлау округынан Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана[1].
1998 йылдың 19 мартынан — Дәүләт Думаһында милек, хосусилаштырыу һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса комитет ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Халыҡтар Дуҫлығы ордены.
- «Хеҙмәт отличиеһы» миҙалы
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104