Әхмәтшин Борис Ғайса улы
Әхмәтшин Борис Ғайса улы (22 ғинуар 1938 йыл) — СССР һәм Рәсәй фольклорсыһы, университет уҡытыусыһы, ғалим. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы лауреаты (1997)
Әхмәтшин Борис Ғайса улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 ғинуар 1938 |
Вафат булған көнө | 1 июль 2024 (86 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] (1998) |
Биографияһы
үҙгәртергәБорис Ғайса улы Әхмәтшин 1938 йылдың 22 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Муса ауылында тыуған.
1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Уҡытыусы эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1967—1985 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта
1985—1987 — Ханой сит телдәр институтының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. (Вьетнам).
1987 йылдан ҡабатан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.
1992 йылдан Башҡорт дәүләт университетының рус филологияһы кафедраһы мөдире.
1960 йылдан Башҡортостан буйлап фольклор-этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша. (2011, 2015 й. етәксе)
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергә«Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына индерелгән башҡорт риүәйәттәрен, әкиәттәр һәм легендаларын рус теленә тәржемә итә. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия, Башҡорт энциклопедияһы мәҡәләләре авторы.
Әҙәбиәттә һәм фольклорҙа башҡорт һәм рус халҡының этник-ара бәйләнештәрен өйрәнеүгә арналған 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән биш монография авторы, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы лауреаты (1997)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000)
- Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2001)
Библиография
үҙгәртергә- Горнозаводской фольклор Башкортостана и Урала / Б. Г. Ахметшин. — Уфа : Китап, 2001. — 287, [1] с., [1] л. портр. — Библиогр. в конце гл. и на с. 276—286. — Указ. авт. имен: с. 272—275.
- Современное состояние русской народной поэзии северо-восточной Башкирии [Текст] / Б. Г. Ахметшин // Вестник Российского гуманитарного научного фонда. — 2015. — № 2 (79). — С. 237—245 . — ISSN 1562-0484
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы — Әхмәтшин Борис Ғайса улы (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2021)