Тутағас (рус. Тутагачево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 308 кеше[1]. Почта индексы — 452982, ОКАТО коды — 80208822006.

Ауыл
Тутағас
Тутағас
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балтас районы

Координаталар

56°05′04″ с. ш. 55°57′43″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 208 822 006

ОКТМО коды

80 608 422 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Тутағас (Рәсәй)
Тутағас
Тутағас
Тутағас (Башҡортостан Республикаһы)
Тутағас

Ауылға нигеҙҙе XIX быуатта Ҡыр Унлар (Ун ҡәбиләһе) ырыуы башҡорттары һалған.

Ауыл XIX быуаттың икенсе яртыһында шул уҡ исемле күл янында барлыҡҡа килгән. Тәүге тапҡыр X ревизия ваҡытында (1859) иҫәпкә алына. [2] Был урында үҙ ерҙәрендә Ҡыр Унлар ырыуы (Ун ҡәбиләһе) башҡорттары төпләнә. XVI быуатҡа тиклем улар Ағиҙел йылғаһы буйҙарында йәшәйҙәр, артабан бер өлөшө төньяҡҡа күсергә мәжбүр була. Унларҙың бер өлөшө әле Ҡариҙел йылғаһы буйында, уға Йүрүҙән ҡойған ерҙә йәшәй. Уларҙың туғандары — Кәшкәләү, Яңы Киҙгән, Дауытлар, Борай районының Баҡалы ауылдары, шулай уҡ Асҡын, Ҡариҙел һәм башҡа райондарҙа ла бар. Балтас районында Имән ауылына унлар нигеҙ һалған, һуңынан ул Ҡыр Танып улусы старшинаһы ҡулына эләккән.

1906 йылда ауылда 409 башҡорт йәшәгән (76 йорт, ҡайһы бер ихатала бер нисә йорт булған). 1920 йылда — 612 кеше (104 йорт).[2].

2010 йылға тиклем ауылда тулы булмаған урта мәктәп эшләй. Хәҙер балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ станцияһы, ауыл клубы, магазиндар бар.

Күлдең һәм ауылдың атамаһы, фараз ителеүенсә, «тут ағасы» (рус.шелковица)[3]

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 308 155 153 50,3 49,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә
  • Мәғзүмов Айрат Муллый улы (1959—2006), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы вәкилдәре палатаһы депутаты (1994-1996), Башҡортостан Республикаһының Балтас районы башлығы (1996-2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
  • Хамаева Рая Мәснәүи ҡыҙы — педагог, балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, хормейстер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Киров урамы

Ҡыҙылармеецтар урамы

Крупская урамы

Пионерҙар урамы

Эшселәр урамы

Совет урамы

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә