Жеравина Әнисә Нурылғаян ҡыҙы
Жеравина Әнисә Нурылғаян ҡыҙы (22 май 1932 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1965 йылдан Томск дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2011) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002).
Әнисә Нурылғаян ҡыҙы Жеравина | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Саҡмағош районы, Тайнаш ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
тарих |
Эшләгән урыны |
Томск дәүләт университеты |
Альма-матер |
Томск дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжәһе |
тарих фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Биографияһы
үҙгәртергәӘнисә Нурылғаян ҡыҙы Жеравина (ҡыҙ фамилияһы — Нуриманова) 1932 йылдың 22 майында Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районы Тайнаш ауылында башҡорт крәҫтиәндәре ғаиләһендә тыуған. Атаһы Нурылғаян (Нурлығаян) Нуриман улы (1886—1964) һәм әсәһе Ҡафия Мөхөтдин ҡыҙы (1888—1944), 13 балаһының 1930-сы йылдар башындағы аслыҡтан вафат булған уныһын ерләгәс, кесе улы Хәбиб һәм ҡыҙы Әнисә менән бергә Новосибирск өлкәһенә күсеп китә[1][2].
1955 йылда Томск университетының тарих-филология факультетын тамамлай.
1955—1957 йылдарҙа Томск өлкәһе Молчаново районы Могочино урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләй. 1957—1959 йылдарҙа Молчаново район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире була. 1959 йылдан Молчаново урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы һәм китапханасы булып эшләй.
1961 йылдан Томск университетеның СССР тарихы кафедраһы аспиранты була (фәнни етәксеһе З. Я. Бояршинова). 1963 йылдан Томск университетының СССР тарихы кафедраһы лаборанты улып эшләй. 1965 йылдан Томск университетында уҡыта: 1965 йылдан — ассистент, 1970 йылдан — өлкән уҡытыусы, 1972 йылдан — доцент, 1990 йылдан — профессор. 2002 йылда Ватан тарихы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара[3].
1969 йылда «Крестьянское хозяйство в период складывания приписной деревни на Алтае (1747—1797 гг.)» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала. 1970 йылдан КПСС ағзаһы.
1989 йылда «Приписные крестьяне Колывано-Воскресенских и Нерчинских заводов в 1747—1861 гг. (к проблеме частно-феодального землевладения на кабинетских землях в Сибири)» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм «тарих фәндәре докторы» дәрәжәһен ала.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1991 йылдан Томск өлкәһе «Ялҡын» Башҡорт мәҙәниәт үҙәге президиумы ағзаһы, 2002 йылдан «Дуҫлыҡ» башҡорт мәҙәниәте үҙәге президиумы рәйесе була. 2002 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлана[4]
Томск өлкәһе крайҙы өйрәнеү музейының фәнни советы ағзаһы була. 1990-сы йылдар башынан Томск өлкәһе хакимиәтенең мәҙәниәт һәм туризм буйынса комитеты ҡарамағындағы Томск һәм Томск өлкәһенең мәҙәни традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса советы ағзаһы[4].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәӘнисә Нурлығаян ҡыҙының фәнни эшмәкәрлеге Себерҙә XVIII—XIX быуаттарҙа крәҫтиәндәр һәм XIX быуат — XX быуат башында эшҡыуарлыҡ тарихына арналған. 80‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы булып тора[5].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Еще раз к вопросу о поставках провианта для заводов и рудников приписными крестьянами Алтая (XVIII в.) // Некоторые вопросы истории крестьянства Сибири. —Томск, 1975. Вып. 18.
- Эксплуатация детского труда в кабинетском хозяйстве Сибири (вторая половина XVIII — первая половина XIX вв.) // Вопросы истории дореволюционной Сибири. — Томск, 1983.
- Очерки по истории приписных крестьян кабинетского хозяйства в Сибири (вторая половина ХVIII — первая половина ХIХ вв.). — Томск, 1985.
- История Сибири. — Томск, 1987. (авторҙаш)
- Сословный статус и социальная сущность приписных крестьян в Сибири в середине XVIII — середине XIX в. (по данным законодательства) //Сословия и государственная власть в России XV — середины XIX в. / Междунар. конф. Чтения памяти Л. В. Черепнина. — М., 1994.
- Из истории заселения и хозяйственного освоения русскими крестьянами пахотных земель на Алтае (1747—1861)//Аграрные технологии в России IX—XX в. XXV сессия симпозиума по аграрной истории Восточной Европы. Арзамас. 10-13 сент. 1996. — М., 1996.
- Особенности заселения и сельскохозяйственного освоения Сибири в конце XVII — первой половине XIX в. // Американский и сибирский фронтир: Материалы междунар. науч. конф. «Амер. и сиб. фронтир (фактор границы в амер. и сиб. истории)». 4-6 окт. 1996. — Томск, 1997.
- Экономическое развитие Сибири и ее международные связи в конце XIX — начале XX в. (по материалам периодической печати) //Историческая наука на рубеже веков / Матер. Всерос. науч. конф. — Томск, 1999. Т. 1.
- Поступления в «комнату Его Императорского Величества» от кабинетского хозяйства в Сибири (1747—1861) // Актуальные вопр. истории Сибири: Втор. науч. чтения памяти проф. А. П. Бородавкина. 6-7 окт. 1999. — Барнаул, 2000.
- Кабинетское хозяйство в Сибири (1747—1861 гг.). — Томск, 2005.
- Интеграция приписной деревни и горнозаводского производства на кабинетских землях в Сибири. — Томск, 2006. (авторҙаш)
- Общественное значение внеслужебной деятельности томичей (по материалам дореволюционной печати второй половины XIX — начала XX в.) //150 лет периодической печати в Сибири. — Томск, 2007.
- Томск второй половины XIX — начала ХХ в. (по материалам дореволюционной печати). — Томск: Издательство Томского университета, 2010. — 402 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Томск дәүләт университетының атҡаҙанған ветераны (1995)
- «Томск дәүләт университеты алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1998)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002)
- Рәсәй Федерацияһының юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011)
Ғаиләһе
үҙгәртергәИре — Жеравин Александр Иванович (1933 йылда тыуған), Томск өлкәһе драма театры директоры, Театр эшмәкәрҙәре союзының Томск бүлеге рәйесе булып эшләй. Ҡыҙы — Ольга (1958 йылда тыуған), тарих фәндәре кандидаты, Томск университеты доценты. Улы — Александр (1970 йылда тыуған), Онкология фәнни-тикшеренеү институтында хирург булып эшләй[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дутчак Е. Е., Зиновьев В. П. А. Н. Жеравина: историк и время . Вестник Томского государственного университета. История (2012). Дата обращения: 9 март 2018.
- ↑ Анисе Нурлгаяновне Жеравиной 75 лет . Вестник Томского государственного университета. История (2007). Дата обращения: 9 март 2018.
- ↑ 3,0 3,1 Жеравина Аниса Нурлгаяновна . Исторический факультет Томского государственного университета. Дата обращения: 9 март 2018.
- ↑ 4,0 4,1 Жеравина Аниса Нурлгаяновна // Историческая энциклопедия Сибири: в 3 т. / Российская акад. наук, Сибирское отд-ние, Ин-т истории, Изд. дом «Историческое наследие Сибири» ; гл. ред.: В. А. Ламин; редкол.: С. С. Букин и др.. — Новосибирск: Историческое наследие Сибири, 2009. — Т. 1.
- ↑ Бикбаев Р. Ә. Жеравина Әнисә Нурылғаян ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Профессора Томского университета: Биографический словарь (1980—2003). — Т. 4, ч. 1. — Томск, 2003. — С. 297—301.
- Жизнь и судьба: К юбилею Анисы Нурлгаяновны Жеравиной. — Томск, 2007.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бикбаев Р. Ә. Жеравина Әнисә Нурылғаян ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.