Зефиров Николай Серафимович

Зефиров Николай Серафимович (13 сентябрь 1935 йыл — 28 апрель 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, химик-органик. РФА академигы. Башҡортостан Республикаһының почётлы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1965), профессор (1971). СССР‑ҙың Дәүләт (1989), Рәсәй Федерацияһының Дәүләт (2000), СССР‑ҙың Министрҙар Советы (1987), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең (2003), М .В. Ломоносов исемендәге. (1983), А. М. Бутлеров иемендәге. (1994) премиялары лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1985), Почёт (2001), Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавалеры[2].

Зефиров Николай Серафимович
рус. Никола́й Серафи́мович Зефи́ров
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 сентябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) или 1935[1]
Тыуған урыны Ярославль, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 апрель 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) или 2017[1]
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Балалары Зефирова, Ольга Николаевна[d]
Һөнәр төрө тикшеренеүсе, химик, биохимик, университет уҡытыусыһы, ғалим
Эшмәкәрлек төрө органик химия, органическое соединение[d][1], Стереохимия[1] һәм биохимия[1]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто МДУ-ның химия факультеты[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Юрьев, Юрий Константинович[d]
Аспиранттар Vyacheslav V. Samoshin[d]
Әүҙемлек урыны СССР[1]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы «Почёт Билдәһе» ордены ВДНХ-ның алтын миҙалы Дуҫлыҡ ордены премия Совета Министров СССР Почёт ордены премия имени М. В. Ломоносова Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Серафимович Зефиров 1935 йылдың 13 сентябрендә Иванов сәнәғәт өлкәһе Ярославль ҡалаһында тыуған. Атаһы — Серафим Николаевич (1914 йылғы). Әсәһе — Георгиевна Прасковья, ҡыҙ фамилияһы Вдовина (1900 йылғы).

1953—1958 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының химия факультеты уҡый. Диплом эшен органик химия кафедраһында профессор Ю. К. Юрьев етәкселегендә эшләй. Университеты ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм шунда уҡ этә ҡалдырыла. 1961 йылда — кандидатлыҡ диссертацияһын (етәксеһе Ю. К. Юрьев), ә 1966 — докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1970—1971 йылдарҙа Принстон университетында (АҠШ) стажировка үтә.

Мәскәү дәүләт университетында кесе ғилми хәҙмәткәре вазифаһынан (1958—1961) професссор (1973) дәрәжәһенә тиклем үҫә. 2015 йылдан химия фкултетында үҙе булдырған медицина химияһы һәм органик химияһы кафедраһы мөдире була. Уның етәкселегендә 50-нән ашыу кандидатлыҡ диссертацияһы, 20 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана. Яңы һөнәр — «медицина химия» — асыу инициаторы.

Бер үк ваҡытта 1987 йылдан башлап РФА‑ның Н. Д. Зелинский исемендәге Органик химия институтында лаборатория мөдире, 1989 йылдан — РФА‑ның Физиологик актив матдәләр институты (Мәскәү өлкәһе Черноголовка ҡасабаһы) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге стереохимия һәм конформацион анализ өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, молекулаларҙың реакцияға һәләтенең уларҙың структураһына бәйле булыуын өйрәнеүгә арналған. Зефиров тарафынан молекулаларҙың тотороҡһоҙ конформацияларын стабилләштергән эффекттар асыла; гетеро‑ һәм полициклик берләшмәләрҙең полифункционал сығарылмаларын алыу ысулдары эшләнә; электрофил ҡушылыу реакцияларында стереоконтролдең яңы концепцияһы билдәләнә, циклопропан структуралар класыасыла, органик синтезлауға яңы реагенттар, шул иҫәптән Зефиров реагенты, индерелә[2].

СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (29 декабрь 1981) , 1987 йылдың 23 декабренән — академик. International Academy of Mathematical Chemistry Халыҡ-ара математик химияһы мөхбир ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы (1989 йылдан мөхбир ағзаһы); Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы ағзаһы (1991)[3], «Йодты файҙаланыу буйынса Йыйылыш» халыҡ-ара академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй медицина химияһы йәмғиәте ағзаһы, Д. И. Менделеев Химия йәмғиәте ағзаһы; Америка химия йәмғиәте ағзаһы.

Зефиров етәкселегендә органик берләшмәләрҙең структураһын компьютерҙа моделләү программалары төҙөлгән. Башҡортостан ғалимдары м‑н берлектә яңы фәнни йүнәлеш булдыра — органик берләшмәләрҙең, ш. иҫ. полихлорциклоалкандарҙың, скелетта төркөмдәр үҙгәреше өйрәнеү өсөн ЭВМ файҙаланыу. Органик химияла яңы реакцияларҙы һәм реагенттарҙы эшләү, маҡсатҡа ярашлы берләшмәләрҙе йүнәлешле синтезлау буйынса фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы[2].

1300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100 уйлап табыу авторы. 1989-1991йылдарҙа «Журнал органической химии» («Органик химия журналы»), 1986 йылдан алып «Химик энциклопедия» нәшриәт йортоноң баш мөхәррире[2].

2017 йылдың 28 апрелендә мәскәү ҡалаһында вафат була. Троекуров зыяратында ерләнгәнй (25 участкаһы).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1967, 1974, 1977, 1978, 1982 — Д. И. Менделеев исемендәге ВХО премиялары
  • 1983 — Ломоносов исемендәге МДУ-ның Ломоносов премияһы һәм миҙалы
  • 1985 — «Почет Билдәһе» ордены
  • 1986 — ВДНХ-ның Алтын миҙалы
  • 1987 — СССР Министрҙар советы Премияһы
  • 1986 — СССР-ҙың Юғары белем биреү министрлығы премияһы
  • 1989—1989 йылғы СССР дәүләт премияһы — фән һәм техника өлкәһендә (30 октябрь 1989 йыл)[4]
  • 1993 — Structure Chemical Trust Association Award
  • 1994 — А. М. Бутлеров исемендәге премия — органик стереохимия өлкәһендә эш циклы өсөн
  • 1995 — Prize International Agency агентлығы халыҡ-ара «Фән» премияһы — «Фәндәр академияһы докладтары» журналыдағы иң яҡшы баҫма өсөн
  • 1995 — Дуҫлыҡ ордены (21 июнь 1995 йыл)[5]
  • 2000 — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (26 декабрь 2000 йыл)[6]
  • 2001 — Почет ордены (22 март 2001 йыл)[7]
  • 2003 — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең премияһы (2002 йылғы) (18 февраль 2003 йыл) —[8]
  • 2003 — Гумбольдт фонды премияһы (Германия)
  • 2005 — «Эльзевир» (Elsevier) нәшриәте премияһы

Монографиялар

үҙгәртергә
  • Зефиров Н. С., Казимирчик И. В., Лукин К. А. Циклоприсоединение дихлоркарбена к олефинам. — М., 1985.
  • Зефиров Н. С., Шестакова Т. Г., Кирпиченок М. А. Химия гексахлорциклопентадиена и родственных соединений. — М., 1985.
  • Зефиров Н. С., Геваза Ю. И. и др. Электрофильная внутримолекулярная циклизация олефинов. — Киев, 1990.

Патенттар

үҙгәртергә

5-тән ашыу патент авторы.

  • Н. С. Зефиров, О. Ю. Полевая, М. В. Лушникова, М. А. Мягкова // Патент на изобретение № 1745050, 1995 г.// Способ иммуноферментного определения эфедрина в моче.
  • Академик Н. С. Зефиров // Журнал органической химии, 2000, № 9. ISSN 0514-7492

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Zefirov, Nikolaj Serafimovič // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 ЗЕФИРОВ Николай Серафимович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Curriculum Vitae проф. Н. С. Зефирова. Официальный сайт ИФАВ РАН
  4. Постановление ЦК КПСС, Совмина СССР от 30 октября 1989 года № 931 «О присуждении Государственных премий СССР 1989 года в области науки и техники»
  5. Указ Президента Российской Федерации от 21 июня 1995 года № 622 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников акционерных обществ, предприятий и организаций»
  6. Указ Президента Российской Федерации от 26 декабря 2000 года № 2084 «О присуждении Государственных премий Российской Федерации 2000 года в области науки и техники»
  7. Указ Президента Российской Федерации от 22 марта 2001 года № 326 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  8. Постановление Правительства Российской Федерации от 18 февраля 2003 № 112-р «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2002 года в области науки и техники»

Һылтанмалар

үҙгәртергә